Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОҒҘАН, Миәкә р‑нындағы ауыл

БОҒҘАН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Уҡты‑Ҡаран й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 814 кеше; 1920 — 822; 1939 — 603; 1959 — 551; 1989 — 640; 2002 — 605; 2010 — 474 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы

БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы (7.10.1932, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а. — 12.3.2001, Өфө), драматург. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). Д.И.Курский ис. Һарытау юридик ин‑тын тамамлаған (1962). 1963—67 йй., 1976—88 йй. БАССР‑ҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй....

БОҒҘАНОВА Ғәлиә Нәғим ҡыҙы

БОҒҘАНОВА Ғәлиә Нәғим ҡыҙы (21.10.1944, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Ҡаңны-Төркәй а.), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Октябрьский, Өфө ҡҡ. табип булып эшләй. 1977 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1987—92 йй. балалар ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни...

БОҒОРОСЛАН БИҪТӘҺЕ

БОҒОРОСЛАН БИҪТӘҺЕ, 1748 й. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Оло Кинәле й. уң ярында уға Тарханка й. ҡойған ерҙә нигеҙ һалына. Биҫтәгә дәүләт крәҫтиәндәре, отставкалағы түбән дәрәжәле хәрбиҙәр, һөргөнгә ебәрелгән, күсеп килгән кешеләр урынлаштырыла. Халыҡтың төп кәсебе йәшелсәселек...

БОҒОРОСЛАН ӨЙӘҘЕ

БОҒОРОСЛАН ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. бөтөрөлә. 1804 й. Ырымбур губернаһы составында яңынан тергеҙелә (өйәҙгә бөтөрөлгән Сергиевск өйәҙе инә), 1851 й. алып Һамар губернаһына ҡарай. 18 б. аҙ. төньяҡта — Бөгөлмә...

БОҒОРОСЛАН, Боғорослан өйәҙе ҡалаһы

БОҒОРОСЛАН, Боғорослан өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1748 й. Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. Б. 267 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙм‑рҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға —...

БОҒОРОСЛАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БОҒОРОСЛАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 679 кеше; 1920 — 815; 1939 — 243; 1959 — 269; 1989 — 240; 2002 — 249; 2010 — 233 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар...

БОДИБИЛДИНГ

БОДИБИЛДИНГ (ингл. body — тән һәм building — төҙөлөш), культуризм, спорт төрө, мускулдарҙы үҫтереү өсөн төрлө ауырлыҡтар (гантель, гер, штанга һ.б.) м‑н физик күнекмәләр системаһы. Башҡортостанда Б. үҫеше 20 б. 80‑се йй. Б. б‑са тәүге “Олимп”, “Крепыш”, “Викинг” (бөтәһе лә — Өфө), “Прометей” (Күмертау ҡ.)...

БОҘАЯҘ РАЙОНЫ

БОҘАЯҘ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Өфө р‑ны, көнсығышта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡта — Ауырғазы, көнбайышта Дәүләкән һәм Шишмә р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1935 й. 31 ғин. ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндары...

БОҘАЯҘ УРТА МӘКТӘБЕ

БОҘАЯҘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1902 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ асыла, 1908 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1920 й. — 1‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1939 й. хәҙ. статусын ала. 1996 й. Ф.А.Әсәнов исеме бирелә. Уҡыу оҫтаханалары, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы...

БОҘАЯҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БОҘАЯҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Боҙаяҙ й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3009 кеше; 1920 — 3748; 1939 — 3788; 1959 — 2647; 1989 — 1576; 2002 — 1624; 2010 — 1492 кеше. Татарҙар,...

БОҘАЯҘБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БОҘАЯҘБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта Боҙаяҙ й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 142 кеше; 1959 — 112; 1989 — 71; 2002 — 108; 2010 — 77 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). 1915 й. һәм...

БОҘҘАҒЫ МОТОУҘЫШТАР

БОҘҘАҒЫ МОТОУҘЫШТАР, мотоспорт төрө, тректың боҙ юлы буйлап махсус мотоциклдарҙа (500 см3 класлы, тормозһыҙ, шиндары 28 мм тиклем еткән сөйҙәр м‑н) уҙышыу. 20 б. 50—90‑сы йй. ярыштар ш. уҡ 125, 175, 350 см3 һәм 1959 й. 750 см3 класлы коляскалы мотоциклдарҙа үткәрелә. Шәхси, команда һәм парлы ярыштарға...

БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы

БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22.5.1945, БАССР-ҙың Салауат р-ны Лағыр а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2006). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә...

БОЗОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

БОЗОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Бозор а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 782 кеше; 1920 — 1033; 1939 — 1066; 1959 — 878; 1989 — 652; 2002 — 591; 2010 — 486 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

БОЙҘАГӨЛ, гладиолус

БОЙҘАГӨЛ, гладиолус (Gladiolus), күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның көнбайыш райондарында һәм Африкала таралған. Башҡортостанда нәҙек Б. үҫә. Ваҡ бүлбе-һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы нәҙек, төҙ, ябай, ҡайһы ваҡыт тармаҡлы, 40—70 см бейеклектә....

БОЙҘАЙ

БОЙҘАЙ (Triticum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Донъяның күп илдәрендә таралған яҡынса 30 ҡырағай һәм культуралы төрө билдәле. Башҡортостанда йомшаҡ һәм ҡаты Б. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 30—200 см бейеклектәге һалам. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — ҡатмарлы...

БОЙҘАН

БОЙҘАН (Melilotoides), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ялпаҡ емешле Б., йәки турухания үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, дүрт тупаҫ ҡырлы, тармаҡлы, ярым яланғас, 20—110 см бейеклектә. Япрағы өсәрле, уларҙың өлөштәре эллипс...

БОЙКО Виталий Иванович

БОЙКО Виталий Иванович (29.1.1936, Одесса өлк. “Белая Криница” с‑зы), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1980), проф. (1986). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1962 й. тиклем Волгоград өлк. Жирновск ҡ., 1965 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (1983 й....

БОЙЛЕР

БОЙЛЕР (ингл. boiler — ҡаҙан, ҡайнатҡыс), электр энергияһы, йәки яғыулыҡ яныуы продукттары йылылығы йәки башҡа шыйыҡлыҡ, пар, газ йылылығы иҫәбенә пар йәки эҫе шыйыҡлыҡ алыу өсөн техник ҡоролма. Уларҙа файҙаланылыусы йылылыҡ алмаштырғыс элементтың төрөнә ҡарап торба тышлыҡлы һәм пластиналы Б. айыралар....