Список материалов
ЭШҠЫУАР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР АССОЦИАЦИЯҺЫ
ЭШҠЫУАР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы, эшҡыуар ҡатын‑ҡыҙҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. асыла. Ассоциация эшләгән проект нигеҙендә БР Юғары Советы Президиумы “БР‑ҙа ҡатын‑ҡыҙҙар эшҡыуарлығын үҫтереү тураһында” указ ҡабул итә (1992...
ЭШҠЫУАРЛЫҠ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ
ЭШҠЫУАРЛЫҠ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ, э ш ҡ ы у а р л ы ҡ, граждандарҙың һәм уларҙың берләшмәләренең милек яуаплылығы аҫтында алып барылған һәм табыш йәки шәхси килем алыуға йүнәлтелгән инициативалы үҙ аллы иҡт. эшмәкәрлеге. Халыҡтың тауарға һәм хеҙмәтләндереү ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә, яңы эш урындарын булдырыуға,...
ЭШСЕ ЙӘШТӘР МӘКТӘПТӘРЕ
ЭШСЕ ЙӘШТӘР МӘКТӘПТӘРЕ, СССР‑ҙа производствонан айырылмайынса уҡыу өсөн дөйөм белем биреү йорттары. СССР ХКС‑ының “Предприятиеларҙа эшләгән үҫмерҙәрҙе уҡытыу тураһында” ҡарары (1943) б‑са ҡалаларҙа һәм эшселәр ҡасабаларында пр‑тиеларҙа эшләгән үҫмерҙәр мәктәптәре булараҡ асыла, 1944 й. алып Э.й.м. Уҡыусылар...
ЭШСЕЛӘР СИНЫФЫ
ЭШСЕЛӘР СИНЫФЫ, п р о л е т а р и а т, индустриаль йәмғиәттең башлыса физик хеҙмәт м‑н мәшғүл булған ялланма эшселәрҙе үҙ эсенә алған соц. төркөмө. Башҡортостанда Э.с. барлыҡҡа килеү 17 б. аҙ. башлана һәм тау сәнәғәте үҫешенә бәйле була. 18 б. башында крәҫтиәндәрҙеңтөрлө ҡатламдарынан тау сәнәғәте крәҫтиәндәре,...
ЭШСЕЛӘР ФАКУЛЬТЕТТАРЫ
ЭШСЕЛӘР ФАКУЛЬТЕТТАРЫ, СССР‑ҙа 1920—30 йй. эшсе йәштәрҙе вуздарға инеүгә әҙерләү өсөн дөйөм белем биргән уҡыу йорттары (йәки уларҙың бүлексәләре). 1920 й. 17 сент. ҡабул ителгән РСФСР ХКС‑ының “Эшселәр факультеттары тураһында” декретына ярашлы эшләй. Э.ф. башланғыс белеме булған эшселәр һәм крәҫтиәндәр...
ЭШҺЕҘЛЕК
ЭШҺЕҘЛЕК, иҡт. әүҙем халыҡтың бер өлөшөнөң хужалыҡ эшмәкәрлегендә мәшғүл булмауы. Тәбиғи (ҡулайлы эш урынын эҙләү м‑н бәйле), ҡабатланған (производствоның иҡт. үҫеше түбәнәйеүгә бәйле), ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙаҡҡа һуҙылған Э. айырыла. Асыҡ (рәсми Э.), йәшерен (халыҡтың өлөшләтә мәшғүллеге) һәм күсмә формаларҙа...