Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“МИР КИНО”, кинотеатр

“МИР КИНО” (“Кино донъяһы”), кинотеатр. Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. 1989 й. “Мир” булараҡ асыла, 2012 й. хәҙ. исемен ала. 150‑шәр урынлыҡ 2 кино залы (2012 й. уларҙың береһендә 3D ҡорамалы ҡуйылған), фойеһы, 2 киноаппарат бүлмәһе бар. 2012 й. 3015‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (яҡынса 25 мең тамашасы). “М.к.”...

“МИНУДОБРЕНИЯ”, предприятие

“МИНУДОБРЕНИЯ”, фосфорлы һәм азотлы минераль ашламалар, мал аҙығы өсөн минераль өҫтәмәләр, органик булмаған кислоталар һ.б. эшләп сығарыу пр‑тиеһы. 1972 й. Мәләүез химия з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1‑се сираты — 1975 й., 2‑сеһе — 1983 й., 3‑сөһө 1985 й. “Минудобрения” ААЙ сафҡа индерелә. 1991 й. алып...

“МИНЕҢ БАНК. ИПОТЕКА”, предприятие

“МИНЕҢ БАНК. ИПОТЕКА”, 1993 й. Өфөлә “Эре панелле йорттар төҙөү” акционерҙар банкыһы булараҡ ойошторола, 1997 й. алып «“Башэкономбанк” иҡтисадты үҫтереү акционерҙар банкыһы» ААЙ, 2007 й. — “Минең банк. Ипотека”, “Минең банк” банкылар төркөмө (Мәскәү) составына ингән. 2014 й. эшмәкәрлеген туҡтатҡан....

“МИЛЫЙ МОЙ ХОРОВОД”, йыр ансамбле

“МИЛЫЙ МОЙ ХОРОВОД”, Аксаков С.Т. исемендәге баҡсаның (Өфө) урыҫ йыры ансамбле. 1980 й. “Прогресс” Башҡ‑н етештереү берекмәһенең мәҙәниәт һарайында ойошторола, 1992 й. хәҙ. статусын ала. 1990 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарҙа урыҫ халыҡ — “Һылыуҡай — бөҙрә сәс” (“Красна девица вила кудёрышки”), “Әйлән-бәйлән”...

“МИЛЛӘТ НУРЫ”, гәзит

“МИЛЛӘТ НУРЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ямал‑Ненец авт. округы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бағыусылар аҡсаһына нәшер ителгән. 2005—09 йй. Ноябрьск ҡ. ай һайын урыҫ, башҡ. һәм татар телдәрендә сыҡҡан. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“МЕЧТЕ НАВСТРЕЧУ”, балет театры

“МЕЧТЕ НАВСТРЕЧУ”, балет театры. 1967 й. Өфө пионерҙар һарайы (ҡара: Комаров В.М исемендәге балалар ижады һарайы) эргәһендә хореография студияһы булараҡ ойошторола. 1973 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2015 й. — “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ҡарамағында (ҡара: “Нефтсе”). 1985 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль...

“МЕЧЕТЛИНСКАЯ ЖИЗНЬ”, гәзит

“МЕЧЕТЛИНСКАЯ ЖИЗНЬ” (“Мәсетле тормошо”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Мәсетле р‑нының Оло Ыҡтамаҡ а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Мәсетле тормошо”) телдәрендә сыға. 1930 й. авг....

“МЕТАЛЛУРГ”, кинотеатр

“МЕТАЛЛУРГ”, кинотеатр. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1954 й. асыла. 2006—12 йй. капиталь ремонтҡа ябыла. 3D ҡорамалы булған 250 урынлыҡ тамаша залы, кинобары, рестораны бар. 2013 й. 2535‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (яҡынса 60 мең тамашасы). Рәсәй һәм башҡ. киноһы көнө сиктәрендә саралар, тематик кисәләр...

“МЕТАЛЛИСТ”, предприятие

“МЕТАЛЛИСТ” Б е л о р е т з а в о д ы, 1934 й. урындағы артелдәр базаһында ҡала сәнәғәт комб‑ты булараҡ ойошторола, 1972 й. алып “М.” Белорет з‑ды, составына бәйләү, селтәр туҡыу, ҡаҙаҡты ҡыҫып нәҙегәйтеү бүлектәре һәм механика участкаһы булған 1‑се, пружина, канат, сылбыр, каркас, механика бүлектәре...

“МЕҢ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, шәжәрә

“МЕҢ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. Тексы ике өлөштән тора. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләгән беренсе өлөшө 16—17 бб. баштарына тиклем яҙылған. Унда Ҡарағөлөмбәт м‑н Аҡһаҡ Килембәттең низағы, мең ырыуы...

“МЕҢ ДӘ БЕР КИСӘ”, әкиәттәр йыйынтығы

“МЕҢ ДӘ БЕР КИСӘ”, урта быуат ғәрәп әҙәбиәте ҡомартҡыһы, әкиәттәр йыйынтығы. “М.д.б.к.” тарихтарының йөкмәткеһе, стиле бер төрлө түгел, улар ғәрәп, иран, һинд фольклорына барып тоташа. Йыйынтыҡ яҡынса 14—16 бб. Мысырҙа ижад ителгән. Ҡомартҡының сюжет һыҙығында Шәһрийәр хаким һәм уның вәзиренең Шәһрезада...

“МЕЛЕУЗСТРОЙ”, предприятие

“МЕЛЕУЗСТРОЙ”, сәнәғәт һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, торлаҡ йорттар төҙөү һәм уларҙы капиталь ремонтлау б‑са пр‑тие. 1974 й. “Салаватстрой” тресының 4‑се һәм 6‑сы төҙөлөш идаралығы һәм “Кумертаустрой” тресының 137‑се ПМК базаһында минераль ашламалар сығарыу б‑са Мәләүез химия з‑дын төҙөү...

“МЕЖДУ ВОЛГОЙ И УРАЛОМ" , радиожурнал

“МЕЖДУ ВОЛГОЙ И УРАЛОМ” (“Волга менән Урал араһында”), төбәк‑ара ижт.‑сәйәси һәм нәфис‑публицистик радиожурнал. 1958 й. июненән алып урыҫ телендә аҙна һайын сыға. Сығарылыш ваҡыты 60 минут. Башҡортостан, Коми (1998 й. алып), Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан терр‑яларында трансляциялана....

“МЕДТЕХНИКА”, предприятие

“МЕДТЕХНИКА”, ДУП. Медицина техникаһын һатыу һәм файҙаланыуға бәйле техник хеҙмәттәрҙең тулы комплексын башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составында сервис үҙәге (1994 й. асылған); производство‑төҙөлөш монтажлау участкаһы (1983); метрология хеҙмәте (1980), көмөштө регенерациялау (1981); Белорет, Бөрө (икеһе...

“МЕДИК”, гәзит

“МЕДИК”, фәнни‑ғәмәли гәзит. Ойоштороусыһы — БДМУ. 1968 й. сент. алып Өфөлә урыҫ телендә (материалдың бер өлөшө — башҡ. һәм инглиз телдәрендә) сыға. Тиражы — 1 мең данаға яҡын (2013). Гәзиттә медицина өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, юғары уҡыу йортоноң тарихы һәм хәҙ. эшмәкәрлеге т‑да мәҡәләләр...

“МӘСЕТЛЕ” агрофирмаһы

“МӘСЕТЛЕ” а г р о ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш урмандала зонаһы өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы булып тора. Иген культураларының һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының сортлы орлоҡтарын етештереүгә, бестужев тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә...

“МӘСЕМ ТАШ”, ҡурайсылар ансамбле

“МӘСЕМ ТАШ”, Бөрйән район мәҙәниәт һарайының ҡурайсылар ансамбле. 1946 й. ойошторола, 1967 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Азамат”, “Ҡарабай”, “Любизар”, “Уйыл”, “Урал”, “Үткән ғүмер”, “Һандуғас” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, ш. уҡ төрлө инструменталь көйҙәр. ТАССР‑ҙа...

“МӘСӘҒҮТ” совхозы

“МӘСӘҒҮТ” с о в х о з ы, МУП. Үҙәк усадьбаһы — Мәсетле р‑ны Әләгәҙ ауылы. 1929 й. “М.” с‑зы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып «“Мәсәғүт” совхозы» МУАХП, 2005 й. майынан — ДУП, 2005 й. дек. — ш. уҡ исемле МУП, 2009 й. ябыла. Составына 4 трактор-баҫыусылыҡ бригадаһы, 2 һөтсөлөк һәм 2 сусҡасылыҡ фермаһы,...

“МӘРХӘМӘТ”, йәмәғәт ойошмаһы

“МӘРХӘМӘТ”, Ө ф ө х ә й р и ә й ә м ғ и ә т е, йәмәғәт ойошмаһы. 1992 й. асыла. “Педагогтар — тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ өсөн” халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәтенең Координациялау советы ағзаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге, “Мәжит Ғафури — 21 быуат” мәҙәниәт фонды, “Башҡортостан...

“МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, эпос

“МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала. 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Урта Баба а. (хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) М.А.Буранғолов тарафынан Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына; ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған, машинкала баҫылған тексы Ғилми архивта һаҡлана. Идея-тематик...