Список материалов
БАШҠОРТОСТАН ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ, Контрреволюция, спекуляция һәм вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса Башҡортостан өлкә ғәҙәттән тыш тәфтиш комиссияһы, БЧК, Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты ҡарары б‑са 1919 й. 3 мартында Орск өйәҙе Темәс а. ойошторола. Апр. — Саранск ҡ., авг. Стәрлетамаҡ...
БАШҠОРТОСТАН ҒИЛМИ‑ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ
БАШҠОРТОСТАН ҒИЛМИ‑ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ, БАССР ХКС‑ы ҡарамағында, 1929 й. Өфөлә Башҡортостан комплекслы экспедицияһы булышлығында барлыҡҡа килә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү, фольклор материалын йыйыу; археологик ҡаҙыныуҙар үткәреү; респ. тупраҡ, үҫемлек, һыу,...
БАШҠОРТОСТАН ДЕМОКРАТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ
БАШҠОРТОСТАН ДЕМОКРАТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ — Рәсәй йәштәр союзының республика ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзының Башҡ‑н өлкә ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килә, 1991 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Респ. йәштәр хәрәкәте составына инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...
БАШҠОРТОСТАН ЙЫЛҒА ПАРОХОДСЫЛЫҒЫ
БАШҠОРТОСТАН ЙЫЛҒА ПАРОХОДСЫЛЫҒЫ. Волга-Кама басс. һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге башҡа һыу басс. йылғалары буйлап пассажирҙар һәм туристар ташыуҙы ойоштора, ҡоро йөк ташыуҙы, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдарын сығарыу һәм ташыуҙы тормошҡа ашыра (ҡара: Йылға транспорты). Өфөлә урынлашҡан. Составында...
БАШҠОРТОСТАН КАРЬЕР ИДАРАЛЫҒЫ
БАШҠОРТОСТАН КАРЬЕР ИДАРАЛЫҒЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары етештереү һәм балсыҡ сығарыу пр‑тиеһы. 1969 й. Александровка, Князев, Лихачёв (Өфө р‑ны), Ҡытаутамаҡ, Минйәр (Силәбе өлк.) карьерҙары базаһында “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) берекмәһе составында Өфө карьер идаралығы...
БАШҠОРТОСТАН КЕРАМИКА ЗАВОДЫ
БАШҠОРТОСТАН КЕРАМИКА ЗАВОДЫ, 1934 й. Нуриман р‑ны Көҙөй а. (хәҙ. Иглин р‑ны) нигеҙ һалына, 1938 й. керамик канализация торбаларын етештереү б‑са Таутөмән керамика з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1973 й. алып Б.к.з., 1996 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Завод составына кислотоупорҙар етештереү, механика,...
БАШҠОРТОСТАН КЕРӘШЕНДӘРЕНЕҢ МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ
БАШҠОРТОСТАН КЕРӘШЕНДӘРЕНЕҢ МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ, БР керәшендәренең рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, татар телен, тарихын, милли традицияларын, йолаларын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында керәшендәрҙең законлы мәнфәғәттәрен сағылдырыу...
БАШҠОРТОСТАН КИНО СӘНҒӘТЕНДӘ
БАШҠОРТОСТАН КИНО СӘНҒӘТЕНДӘ. Башҡортостан ватан кинематографистар иғтибарын үҙенең тарихы м‑н дә, тәбиғәте м‑н дә һәр саҡ йәлеп итә. 1909 й. “Урал күренештәре” (“Виды Урала”) тип аталған тәүге документаль фильм (ҡара: Документаль кино) төшөрөлә. 1915 й. Л.Н.Толстойҙың “Кешегә күпме ер кәрәк” (“Много...
БАШҠОРТОСТАН КОМПЛЕКСЛЫ ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН КОМПЛЕКСЛЫ ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ, 1928—32 йй. Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәни тормошон һәм төбәктең етештереү көстәрен үҫтереү перспективаларын өйрәнеү маҡсатында СССР ФА ойоштора. Экспедиция м‑н СССР ФА-ның Союз һәм авт. респ. тикшереү б‑са махсус ком‑ты эргәһендә булдырылған Башҡ. комиссияһы...
Башҡортостан ҡалалары халҡы һаны
Башҡортостан ҡалалары халҡы һаны, мең кеше
* Халыҡ һаны б‑са ҡасаба Советтары м‑н бергә мәғлүмәттәр
ҠАЛА...
БАШҠОРТОСТАН МИЛЛИ ПАРКЫ
БАШҠОРТОСТАН МИЛЛИ ПАРКЫ, федераль әһәмиәткә эйә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ-көнбайышында Мәләүез, Бөрйән, Күгәрсен р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны — 82,3 мең га, терр‑яның яҡынса 90%‑ты урман м‑н ҡапланған. Милли парк буйлап Ағиҙел һәм Нөгөш йй. аға; Б.м.п. сиктәрендә Үтәмеш, Кибез,...
БАШҠОРТОСТАН МИТРОПОЛИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН МИТРОПОЛИЯҺЫ, Урыҫ православие сиркәүенең сиркәү‑адм. берәмеге. Изге Синодтың 2011 й. 27 дек. ҡарары м‑н элекке Өфө епархияһы урынына булдырыла. Митрополияға Өфө, Нефтекама һәм Салауат епархиялары инә. Архиерей — Никон II.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...
БАШҠОРТОСТАН НЕФТЕХИМИЯ КОМПАНИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН НЕФТЕХИМИЯ КОМПАНИЯҺЫ, “Башнефтехим”, нефть эшкәртеү пр‑тиеһы. 1945 й. Өфөлә Башҡ‑н нефть комб‑ты (1940 й. нигеҙләнгән) базаһында “Башнефтезаводы” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1946 й. алып берекмә. 1957 й. Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү б‑са идаралыҡҡа үҙгәртелә, 1963 й. башлап “Башнефтехимзаводы”...
БАШҠОРТОСТАН ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ
БАШҠОРТОСТАН ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Сәхнә костюмдары тегеү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: тегеү, аяҡ кейеме һәм баш кейеме етештереү участкалары. 2010 й. 70 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре мәҙәниәт учреждениелары.
1961 й. БАССР хор йәмғиәтенең...
БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БАПП, Рәсәй пролетар яҙыусылар ассоциацияһының респ. әҙәби ойошмаһы. 1928 й. нояб. Өфөлә 1‑се ҡала пролетар яҙыусылар конф. ойошторола. 1932 й. тиклем эшләй. Ассоциацияның төп бурысы: башҡорт әҙәбиәтендә соц. идеологияны раҫлау. Ойошманың матбуғат органдары...
БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ
БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Башҡортостандың тарихы һәм бөгөнгөһө, уның мәҙәниәте төрлө халыҡтарҙың нәфис әҙәбиәтендә сағылыш таба. Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел, рухи һәм терр. яҡынлығы татар яҙыусыларының Башҡортостан т‑да байтаҡ әҫәрҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була....
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ, Башҡортостан (БР), Рәсәй Федерацияһы субъекты. Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы, төньяҡ‑көнсығышта Свердловск өлкәһе, көнсығышта Силәбе өлкәһе, көньяҡта Ырымбур өлкәһе, көнбайышта Татарстан Республикаһы, төньяҡ‑көнбайышта Удмурт Республикаһы менән сиктәш. Волга...
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ, Башҡортостан Республикаһының юғары вазифалы кешеһе. РФ Президенты, РФ Федераль йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, РФ Хөкүмәте, дәүләт власының башҡа федераль органдары, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары, БР дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара...
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ, ижт.-сәйәси, сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек мәсьәләләре б‑са Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәтен, РФ субъекттары терр‑яларында һәм сит илдәрҙә үҙ компетенцияһы сиктәрендә уның сәйәси‑хоҡуҡи һәм иҡт. мәнфәғәтен яҡлаусы юридик шәхестәр....