Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит

“БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 4 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 6,5 мең дана (2015). 1917 й. июненән Ырымбур ҡ. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” исеме аҫтында...

БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ

БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ, АСБР ҮБК‑ның 1922 й. 16 февр. ҡарары м‑н Стәрлетамаҡ ҡ. Мәғариф ХК (ҡара: Академүҙәк) эргәһендә Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү йәмғиәте булараҡ ойошторола. 1922 й. сент. Көньяҡ Уралды өйрәнеү йәмғиәте м‑н берләштерелә, Өфөгә күсерелә һәм Башҡортостанды...

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУЫ, башҡорттарҙың килешеү нигеҙендә Рус дәүләте составына инеүе. 16 б. уртаһына тиклем Башҡортостан Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һәм Әстерхан ханлығы составында була. Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң батша Иван IV башҡорттарға үҙ ирке м‑н Рус дәүләте...

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АЛДЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АЛДЫ, Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан БР‑ҙың адм. сигенә тиклемге терр‑яны биләй. Көнсығыш тәбиғи сиктәре: Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) башы, Һарыяҡ һыртының көнбайыш битләүҙәре, Әй й. (тауҙарҙан сыҡҡан урыны), Ҡаратау һыртының төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре, Эҫем һәм Ләмәҙ йй....

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АРЪЯҒЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АРЪЯҒЫ, БР‑ҙың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙыла. Көнбайыш тәбиғи сиктәре: Уралтау һырты (Белорет ҡ. киңлегенә тиклем), Ҡырҡтытау, Ирәндек, Һаҡмар й. үҙәне. Майҙаны яҡынса 17 мең км2. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш ҡабырғаһына тура килә. Өҫтө көнсығышҡа табан...

БАШҠОРТТАР

БАШҠОРТТАР (үҙ атамаһы — башҡорт), халыҡ, Башҡортостан Республикаһының төп халҡы. Б. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 1449,2 мең кеше, РСФСР‑ҙа — 1345,3 мең, БАССР‑ҙа — 863,8 мең; 2002 й. РФ‑та — 1673,4 мең, БР‑ҙа — 1221,3 мең (ҡара: табл.); 2010 й. РФ‑та — 1584,6 мең, БР‑ҙа — 1172,3 мең. Рәсәйҙән ситтә Б. (1989 й....

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН. Б.т.ф. өйрәнеү предметы — башҡ. халҡының этногенезы, тарихы һәм хәҙ. торошо, матди һәм рухи мәҙәниәте. Рәсәйҙә Б.т.ф. барлыҡҡа килеүе 18 б. 2‑се ярт. ҡарай: Академик экспедициялар барышында Башҡортостандың геогр. урынын һәм тәбиғәт, климат шарттарын тикшереү башлана, тәүге...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ АҪАБАЛЫҠ ХОҠУҒЫ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ АҪАБАЛЫҠ ХОҠУҒЫ, аҫаба башҡорттарҙың ер биләү, ерҙе файҙаланыу һәм ергә хужа булыу тәртибен көйләүсе хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы. Боронғо йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Б.а.х. башҡорт йәмғиәте эсендә (ҡара: Социаль структура), аҫаба башҡорттар м‑н дәүләт, аҫаба башҡорттар м‑н төрлө...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, башҡ. милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолғандар. БР-ҙа, РФ субъекттарында һәм сит илдәрҙә бар (ҡара: 1, 2 табл.). Б.й.б. ватандаштарҙың осрашыуҙарын, башҡ. мәҙәниәте көндәре, ҡоролтайҙар, мосолман байрамдары, һабантуйҙар, конкурстар (“Һылыуҡай”...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ХӘРБИ ХЕҘМӘТЕ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ХӘРБИ ХЕҘМӘТЕ, Башҡортостан состав өлөшө булып торған дәүләттәрҙә башҡорттарҙың хәрби йөкләмәһе. 10 б. 1‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 9 б. 1‑се ярт.) башҡ. ҡәбиләләре етәксеһе Башҡорт 2 мең һыбайлы м‑н Хазар ҡағанаты ғәскәрендә Ҡыймаҡ ҡағанаты сигендә хеҙмәт итә. Башҡортостандың Монгол...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЫРЫУ-ҠӘБИЛӘ ҠОРОЛОШО

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЫРЫУ-ҠӘБИЛӘ ҠОРОЛОШО, башҡ. йәмғиәтенең генеалогик туғанлыҡҡа ҡоролған традицион структураһы. Ярым күсмә (ҡара: Күсмә тормош), малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында барлыҡҡа килә, йола һәм тарихи‑мәҙәни традициялар м‑н бәйле була. Тарихи сығанаҡтарҙа, ш. иҫ. шәжәрәләрҙә,...

БАШҠЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БАШҠЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңғыҙнарат а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 65 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 622 кеше; 1920 — 602; 1939 — 494; 1959 — 433; 1989 — 314; 2002 — 290; 2010 — 252 кеше....

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ, дөйөм белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусылар тарафынан танып белеү һәләттәрен һәм соц. аралашыуҙы үҫтереүҙе тәьмин иткән дөйөм белемдең башланғыс белемен үҙләштереү, ш. уҡ уҡыу эшмәкәрлегенең төп күнекмәләрен формалаштырыу. РФ-та балаларҙы башланғыс уҡытыу 7 (6) йәштән башлана,...

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре б‑са квалификациялы хеҙм‑рҙәр әҙерләү. 2012 й. 29 дек. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” законға ярашлы, Б.п.б. квалификациялы эшселәр (хеҙмәткәрҙәр) әҙерләү программалары б‑са...

БАШНЯ ҠОРОЛМАЛАРЫ

БАШНЯ ҠОРОЛМАЛАРЫ, бейеклектәре горизонталь үлсәмдәренән (фундаментының диам., нигеҙенең яҡтарынан) күпкә ҙурыраҡ булған инженер ҡоролмалары. Б.ҡ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия заводтарының вертикаль аппараттарын, градирняларҙы, электр тапшырыу линиялары таяуҙарын, төтөн торбаларын, һыу һурҙыртҡыс,...

БАШРЕВКОМ ВӘКИЛДӘРЕ СОВЕТЫ

БАШРЕВКОМ ВӘКИЛДӘРЕ СОВЕТЫ, Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының 1919 й. 14 майы ҡарары м‑н Саранск ҡ. АСБР‑ҙың Аҡ армиянан азат ителгән терр‑яһында автономия власы органдарын барлыҡҡа килтереү, башҡ. халҡын Ҡыҙыл Армияның башҡ. милли частарына мобилизациялау өсөн төҙөлә. 10 июндән алып Туҡ‑Соран...

БАШТАУ, һырт

БАШТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло Әүжән һәм Ағиҙел йй. араһында Ҡараташ тауына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, үҙәк өлөшөндә киңлеге яҡынса 10 км, абс. бейеклеге 1271 м (Оло Шатаҡ тауы). Көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре айырыла. Көньяҡ өлөшө...

БАШТАШ, һырт

БАШТАШ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Салауат р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км (БР‑ҙа 8 км ашыу, киңлеге яҡынса 8 км), абс. бейеклеге 796 м (Силәбе өлк.). Һырттың төньяҡ өлөшө (БР терр‑яһы) һөҙәк, тәрән булмаған уйһыулыҡтары күп, көнсығыш...

БАШТИН, һырт

БАШТИН, Биштин, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Белорет р‑ндарында Нөгөш й. уң ярында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 4 км; абс. бейеклеге 889 м. Асыҡ күренгән 2 өлөштән тора. Көньяҡ өлөшө 705 м һәм 730 м бейеклектәге...

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ, Миәкә р‑нында урынлашҡан. 1930‑сы йй. һүтелгән ағас мәсет урынына 1997 й. төҙөлә. Мәсетте һалыуҙа район хакимиәте, пр‑тиелар һәм айырым кешеләр ярҙам күрһәтә. БР Диниә назаратына ҡарай. Мәсет (8×16×5 м) бер ҡатлы, 2 кимәлле, 4 яҡлы ҡыйыҡлы, сталактит кәрнизле; стеналары ҡыҙыл кирбестән...