Список материалов
БОЛАНҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл
БОЛАНҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 139; 1989 — 117; 2002 — 119; 2010 — 104 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б....
БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ
БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ, бәләкәй параметрлы тигеҙләмәләрҙе яҡынса сығарыу алымы. Тигеҙләмәне “болармаған” система өсөн сығарыу һәм һөҙөмтәне болартыу индергән төҙәтеүҙәрҙе иҫәпләүҙә файҙаланыуҙан ғибәрәт. Б.т. алымдары дифференциаль тигеҙләмәләр, механика, квант физикаһы, химик кинетика теорияһы һ.б. мәсьәләләрен...
БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы
БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы, Европаның көньяғындағы, Балҡан ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 110,9 мең км2. Баш ҡалаһы — София. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 7,4 млн кеше (2011): болгарҙар (85%), төрөктәр (9%) һ.б. Рәсми тел — болгар теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие христиандары.
БР-ҙың...
БОЛҒАҠОВ Айҙар Казбек улы
БОЛҒАҠОВ Айҙар Казбек улы (10.10.1962, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Proteus, Citrobacter һ.б. төр бактерияларҙың дарыу препараттары тәьҫиренә бирешмәүсәнлеген өйрәнеүгә арналған. Б. азотлы гетероциклик берләшмәләрҙең...
БОЛҒАҠОВ Рәмил Ғариф улы
БОЛҒАҠОВ Рәмил Ғариф улы (5.7.1943, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) Ҡырғыҙстан тау- металлургия комб‑тында (Ҡашҡа ҡасабаһы) эшләй. 1971 й. алып Химия ин‑тында (1978 й. башлап өлкән...
БОЛҒАҠОВА Альбина Ирек ҡыҙы
БОЛҒАҠОВА Альбина Ирек ҡыҙы (6.12.1961, Петрозаводск), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2010) БР-ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 6‑сы стоматология поликлиникаһында (Өфө), 1987 й. алып ӨАПБ‑ның 3‑сө мед.-санитария бүлегендә эшләй. 1998 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта (2005 й....
БОЛҒАҠОВА Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы
БОЛҒАҠОВА Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы (7.8.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2005). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1982 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1985 й. башлап ӨДНТУ‑ла, 2001 й. — ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть...
БОЛҒАР ТЕЛЕ
БОЛҒАР ТЕЛЕ, төрки телдәр араһында үле телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Бөйөк Болғар һәм Волга буйы Болғары халыҡтары теле. Хәҙерге телдәр араһында сыуаш теле иң яҡыны һанала. Б.т. хаҡында мәғлүмәттәр аҙ һәм 5—14 бб. авторҙарының топонимдары һәм антропонимдарында, фин-уғыр, славян телдәренән үҙләштерелгән...
БОЛҒАРҘАР
БОЛҒАРҘАР, төрки ҡәбиләләр союзы. Ете йылға үҙәнендә б.э. башында барлыҡҡа килгән тип фаразлана. 4 б. аҙ. һундарҙың Көнсығыш Европа походына йәлеп ителәләр (ҡара: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше). 7 б. тәүге сирегендә Азов й. буйында Б. (барсилдар, уногундурҙар, утиғурҙар) адыгтар, аландар һ.б. ҡәбиләләр...
БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич
БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич (5.5.1875, Сембер губернаһы Сызрань ҡ. — 20.8.1933), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1917). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Генераль штабтың Николай академияһын тамамлаған (Санкт‑Петербург ҡ., 1903). 1892 й. алып рус,...
БОЛДЫРЕВ Владимир Михайлович
БОЛДЫРЕВ Владимир Михайлович (27.5.1915, Пенза губ. Мухановка а. — 10.3.1998, Өфө), ветеринар врач. БАССР‑ҙың атҡ. ветеринар врачы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1938). 1950 й. алып респ. ветеринария клиникаһы дир., 1952—60 йй. баш ветеринар врачы һәм 1966—75 йй....
БОЛОН СПИРУЛИНАҺЫ (Spirulina platensis)
БОЛОН СПИРУЛИНАҺЫ (Spirulina platensis), еп һымаҡ зәңгәрһыу йәшел ылымыҡ төрө. Күҙәнәктәре тура мөйөш формаһында йәки квадрат, оҙонлоғо 2—6 мкм, киңлегенән 2—3 тапҡырға бәләкәйерәк, йомро. Кәҫлектәре сағыу зәңгәрһыу йәшел. Трихомаһы зәңгәрһыу йәшел, киңлеге 6—8 мкм, бер аҙ быуылған, ҡайһы ваҡыт грануляциялы,...
БОЛОН ТУПРАҒЫ
БОЛОН ТУПРАҒЫ, ваҡытлыса һыу баҫҡанда рельефтың түбән урынындағы насар дренажланған һыубаҫар туғайҙан юғары тигеҙлектәрҙә һәм һөҙәк битләүҙәр итәгендә формалашҡан тупраҡ төркөмө. Б.т. профиленә глейланыу хас. Башҡортостан тупраҡ япмаһының структураһында болон‑һаҙ һәм болон‑ҡара тупраҡ, ш. уҡ аллювиаль‑болон...
БОЛОНДАР
БОЛОНДАР, башлыса күп йыллыҡ үлән мезофиты бергәлектәрен берләштереүсе, ҡағиҙә булараҡ, ҡыяҡлылар өҫтөнлөк иткән үҫемлектәр донъяһы тибы. Күпселек Б. болон-ҡара тупраҡта һәм кәҫле туғай тупрағында таралған, дымланыу шарттары насарайған осраҡта далаға әйләнә. Беренсел (татырлы тупраҡтағы һәм бейек тау...
БОЛОНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ
БОЛОНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, болондар, болон үләндәренең биологияһы, экологияһы һәм популяцияһы т‑дағы фән. Б.ө.ғ. болондарҙың классификацияһын эшләй, уларҙың ботаник составы һәм уңыш биреүсәнлегенең мөхит шарттарына бәйлелеген, тәбиғи факторҙар (мәҫ., йылға үҙәндәренең һыу баҫыу режимы үҙгәреүе) һәм...
БОЛОНСОЛОҠ
БОЛОНСОЛОҠ, 1) үҫемлекселектең тәбиғи һәм сәселгән сабынлыҡтарҙа, көтөүлектәрҙә бесән, йәшел мал аҙығы әҙерләү м‑н шөғөлләнеүсе тармағы; болон‑көтөүлек хужалығын алып барыу системаһы. 2) Болон-көтөүлек хужалығының теоретик нигеҙҙәрен эшләүсе фән. Б. төп бурысы — көтөүлек мал аҙығы, бесән һ.б. төр мал...
БОЛОТ
БОЛОТ, атмосферала һыу пары конденсацияһы продукттары (тамсылар, кристалдар) тупланмаһы. Ер өҫтөндәге бындай тупланмалар томан тип атала. Б. — яуым-төшөмдөң барлыҡҡа килеүен һәм режимын билдәләүсе, атмосфера һәм Ерҙең йылылыҡ режимына йоғонто яһаусы, һауа торошон билдәләүсе мөһим фактор. Б. барлыҡҡа...
БОЛОТИН Юрий Александрович
БОЛОТИН Юрий Александрович (11.9.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ҡсб, БР‑ҙың шул уҡ районы хәҙерге Тирлән а., — 7.8.2002, Сибай ҡ.), тау инженер‑геологы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙаҡ тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң (Алма-Ата ҡ., 1959) Әбйәлил геологик эҙләнеүҙәр...
БОЛОТИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл
БОЛОТИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Соҡат й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 426 кеше; 1920 — 799; 1939 — 905; 1959 — 523; 1989 — 283; 2002 — 329; 2010 — 281 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....
БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна
БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна [28.7.1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡырпы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 23.3.1984, Мәскәү], селекционер. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Кушнаренко тәж. баҡсаһында эшләй; 1937 й. башлап БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—56 йй. бүлек мөдире. Фәнни...