Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЕРАСИМОВ Александр Петрович

ГЕРАСИМОВ Александр Петрович (4.12.1951, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Иҡт. ф. канд. (1984), юридик ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) БДМИ‑ла уҡыта. 1989 й. алып ӨЮИ‑ла эшләй: иҡт. фәндәре каф., 1996 й. алып ситтән тороп уҡыу ф‑ты нач., 2012 й. башлап Башҡ-н дәүләт хеҙмәте һәм идара...

ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович

ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович (1879, С.‑Петербург губ. Кронштадт ҡ. — ?), дәүләт эшмәкәре. 1900‑сө йй. — РСДРП, 1917 й. Хеҙмәт халыҡ-соц. партияһы ағзаһы. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. 1907 й. алып Кронштадт ҡала башҡармаһы хеҙм‑ре; 1913—17 йй. Өфө губ. земство башҡармаһының бойороҡ биреү бүлеге секретары....

ГЕРАСИМОВ Владимир Иванович

ГЕРАСИМОВ Владимир Иванович [24.1.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 31.5.2010, Екатеринбург ҡ.], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1959) тамамлағандан һуң 1980 й. тиклем Мәскәүҙә эшләй: РСФСР Журналистар союзының ижад секциялары мөдире,...

ГЕРАСИМОВ Иван Александрович

ГЕРАСИМОВ Иван Александрович (8.8.1921, АСБР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Пёстровка а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Аксаков а., — 4.6.2008, Киев), танкист, армия ген. (1977). Украина Геройы (1999). Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын...

ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович

ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович [1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) – 1937], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1914 –18). 1919 й. алып Өфө хәрби комиссариатында сәйәси бүлек нач., Приуральский хәрби округының сәйәси идаралығы нач. урынбаҫары. 1921 й....

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович (8.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёво станцияһы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Әшә р‑ны Кропачёво ҡсб, — 11.6.1955, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогтары А.П.Лежнев, Л.В.Лезенков). 30‑сы йй. Өфө урамдарын байрамдарға...

ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна

ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна (31.5.1960, Брянск өлк. Локоть ҡсб), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһының, 1999 й. Респ. стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире булып эшләй, 2000 й. — БДМУ‑ла...

ГЕРБАРИЙ

ГЕРБАРИЙ (лат. herba — үлән, үҫемлек), фәнни їйрєнеў һәм уљыу їсїн махсус йыйылған һәм киптерелгән үҫемлектәр коллекцияһы, ш. уҡ ул һаҡланған учреждение. Дөйөм (мәҫ., билдәле бер терр‑я флораһының Г.) һәм махсус (техник, дарыу үҫемлектәренең һ.б. Г.) Г. айырыла. Г. өсөн йыйылған үҫемлектәр ҡалын ҡағыҙ...

ГЕРБИЦИДТАР

ГЕРБИЦИДТАР (лат. herba — үлән һәм caedo — үлтерәм), ҡый үләндәрен һ.б. кәрәкмәгән үҫемлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән пестицидтар төркөмөнән химик препараттар. Г. ш. уҡ арборицидтарҙы (кәрәкмәгән ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бөтөрөү өсөн) һәм альгицидтарҙы (ылымыҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн) индерәләр. Тотош...

ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ

ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ, 1964 й. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик институты, 1993 й. башлап БР ФА‑ның тәж.-һынау...

ГЕРБТАР

ГЕРБТАР (полякса — herb, нем. erbe — мираҫ), эйәһенең тарихи традицияларын сағылдырыусы символик әһәмиәт бирелгән эмблемалар, фигуралар һәм предметтар берләшмәһе. Флагтарға, тәңкә аҡсаларға, мисәттәргә, рәсми документтарға һ.б. төшөрөлә. Дәүләт (дәүләттәр, идара иткән династиялар Г.), төбәк йәки өлкә...

ГЕРЕФОРД ТОҠОМО

ГЕРЕФОРД ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. 18 б. аҙ. Англияла көтөүлектә оҙайлы ваҡыт аҫрау шарттарында урындағы малды һайлап алыу һәм иш һайлау ысулы м‑н сығарыла. Рәсәйгә Г.т. мал тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. аҙ. индерелә. Урындағы ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ малдарын Г.т. м‑н ҡасырыу аша аҡ башлы ҡаҙаҡ...

ГЕРМАНИЯ

ГЕРМАНИЯ, Германия Федератив Республикаһы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 357 мең км2. Баш ҡалаһы — Берлин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 81,8 млн кеше (2010), 91,5%‑ы — немецтар. Рәсми теле — немец теле. Диндарҙары — протестанттар (34%), католиктар (34%) һ.б. БР м‑н Г. араһындағы бәйләнештәр...

ГЕРМАШ Владимир Михайлович

ГЕРМАШ Владимир Михайлович (25.11.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Александровка а.), инженер-технолог. РСФСР-ҙың атҡ. химигы (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) Өфө НЭЗ‑нда эшләй (1953 й. алып производство бүлеге нач. – баш инженер урынбаҫары). 1959 й. башлап...

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР, герметиктар, агрегаттарҙа, приборҙарҙа, конструкцияларҙа, ш. иҫ. төҙөлөш конструкцияларында тоташҡан урындарҙы, йөйҙәрҙе тығыҙландырыу һәм ярыҡтарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланылған ҡуйырып ағыусы материалдар. Тәбиғи (битумдар, гудрондар нигеҙендә) һәм синтетик (полисульфидтар,...

ГЕРОДОТ

ГЕРОДОТ [б.э.т. 490 й. һәм 480 й. араһы, Галикарнас ҡ., Кесе Азия — б.э.т. яҡынса 425 й., Афина (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Фурия ҡ., Көньяҡ Италия)], боронғо грек тарихсыһы. Донъя мәҙәниәтенә “тарих атаһы” булараҡ инеп ҡалған. Б.э.т. 5 б. 50—40‑сы йй. Кесе Азия, Төньяҡ-Көнсығыш Африка, Көньяҡ-Көнсығыш...

ГЕРОНТОЛОГИЯ

ГЕРОНТОЛОГИЯ (гр. geron, эйәлек килештә gerontos — ҡарт һәм ...логия), организмдың (ш. иҫ кеше организмының) ҡартайыу процесын, уның биол., мед. (гериатрик), соц., психологик., гигиеник һ.б. аспекттарын өйрәнгән фән. Гериатрия, герогигиена һәм геронтопсихологияны үҙ эсенә ала. Г. б‑са тикшеренеүҙәр...

ГЕРПЕС

ГЕРПЕС (гр. herpes — тимрәү), инфекцион ауырыуҙар төркөмө. Кеше Г. тыуҙырыусы — Herpesviridae ғаиләһенә ҡараған ДНК‑лы вирустар, кеше организмында ғүмерлеккә урынлашыуға (персистирланыуға) һәм иммунитет дефициты фонында ауырыуҙың төрлө формаларын тыуҙырыуға һәләтле. Вирустың 8 тибы билдәле, кеше өсөн...

ГЕРПЕТОЛОГИЯ

ГЕРПЕТОЛОГИЯ (гр. herpeton — һөйрәлеүсе һәм ...логия), зоологияның ер‑һыу хайуандарын һәм һөйрәлеүселәрҙе өйрәнгән бүлеге. Ер-һыу хайуандары т‑дағы фән батрахология (гр. batrachos — тәлмәрйен һәм ...логия) тип атала. Г. ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең систематикаһы, морфологияһы, анатомияһы,...

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ, варисция йыйырсыҡлығы, варис йыйырсыҡлығы, ер ҡабығының горизонталь ҡыҫылыуы менән бәйле булған һәм йыйырсыҡлы тау системаларын барлыҡҡа килтергән, палеозойҙың икенсе яртыһындағы геологик процестарҙың йыйылмаһы. Уралда Г.й. өҫкө девонда башлана, пермдә бигерәк көслө була, иртә мезозойҙа...