Список материалов
ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ
ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ, гидротехник мелиорация, а.х. ерҙәренең уңайһыҙ һыу режимын яҡшыртыу б‑са техник, агротехник һәм ойоштороу‑хужалыҡ саралары системаһы. Г. һыу режимын көйләй, шул уҡ ваҡытта тупраҡтың һауа, йылылыҡ һ.б. режимдарына тәьҫир итә, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә һәм а.х. культураларынан тотороҡло...
ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ
ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гидро... һәм металлургия), металдарҙы мәғдәндән, концентраттарҙан һәм төрлө етештереү ҡалдыҡтарынан химик реагенттарҙың һыуҙағы эретмәләре ярҙамында (һуңынан был эретмәләрҙән уларҙы сығарыу) айырып алыу. Г. тиклем механик әҙерлек башҡарыла: мәғдәнде эшкәртеү (ваҡлау, он‑ тау, классификациялау)...
ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ
ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, халыҡ хужалығын метеорология, климатология, гидрология өлкәһендәге мәғлүмәттәр һәм прогноздар менән тәьмин итә. Г.х. бурыстары: РФ территорияһы, сит илдәр һәм Донъя океаны акваторияһы буйынса гидрометеорологик мәғлүмәт туплау, дөйөмләштереү, анализлау һәм таратыу; шулай уҡ...
ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ
ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ, технологик процестарҙың бөтәһе лә йәки күпселеге хәрәкәт итеүсе һыу ағымы энергияһы иҫәбенә башҡарылған механизация ысулы. Г. өсөн гидромониторҙар, насостар, ер ҡаҙыу машиналары һ.б. ҡорамалдар файҙаланыла. Г. төп технологик процестарына тупраҡ һәм тау тоҡомдарын ҡаҙып алыу, һыу ҡатышмаһын...
ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР
ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР, һыу ресурстарын файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һыу стихияһының һәләкәтле йоғонтоһонан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары. Дөйөм тәғәйенләнешле Г.ҡ.: һыуҙы үткәрмәй, тотоп тороусы (плотиналар, дамбалар һ.б.), һыу үткәреүсе (каналдар, гидротехник туннелдәр һ.б.), көйләүсе...
ГИДРОФИТТАР
ГИДРОФИТТАР, макрофиттар (гидро... һәм фито...), ҡатмарлы төҙөлөшлө һыу үҫемлектәре. Г. өсөн механик һәм һыу үткәргес туҡымаларҙың үҙгәреүе, махсуслашҡан һауа йөрөтөүсе туҡымаларҙың (аэренхималар) булыуы хас; тамыры беркетеү ағзаһы булып тора. Г. төрҙәре: һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (бәләкәй тәлмәрйен тәңкәһе,...
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна (26.2.1956, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2008 йй. поликонденсация төркөмө етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармҡалы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә...
ГИМНАЗИЯ №3
ГИМНАЗИЯ №3. 1860 й. Өфөлә 1‑се разряд Ырымбур ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1865 й. алып Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы. 1919 й. үҙгәртелеп, башланғыс кластарҙан 1‑се һанлы 1‑се баҫҡыс мәктәп, өлкән кластарҙан 1‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп ойошторола; 1920 й. улар 1‑се һанлы 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс...
ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1
ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1. Өфөлә урынлашҡан. 1944 й. етем балаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарының һәм инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн интернат тибындағы 9-сы башҡ. урта мәктәбе булараҡ асыла. 1956 й. алып 1-се Башҡ. респ. мәктәп-интернаты, 1991 й. — 1‑се Башҡ. респ. гимназия-интернаты....
ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №2
ГИМНАЗИЯ‑ИНТЕРНАТ №2. Ишембай љ. урынлашљан. 1937 й. 3‑сї урта мєктєп булараљ асыла, 1961 й. алып 2‑се мєктєп‑интернат, 1992 й. — 2‑се Башљ. респ. гимназия‑интернаты (Є.Є. Вєлидов исеме бирелгєн), 2012 й. башлап Є.Є.Вєлиди ис. 2‑се Башљ. гимназия‑интернаты. Аѓас эше, слесарлыљ ћєм теген оѕтаханалары,...
ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3
ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1959 й. 2-се мәктәп-интернат булараҡ асыла, 1962 й. Ю.А.Гагарин исеме бирелә, 1993 й. алып мәктәп-интернат-гимназия, 1997 й. — 3‑сө Башҡ. респ. гимназия-интернаты. Китапханаһы, компьютер класы, сәнғәт-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. блогы, спорт залы бар....
ГИМНАЗИЯЛАР
ГИМНАЗИЯЛАР, дөйөм белем биреү урта уҡыу йорттары (нигеҙҙә, гуманитар‑филол. йүнәлешле). Рәсәйҙә беренсе Г. 1726 й. С.-Петербургта барлыҡҡа килә, 1804 й. алып һәр губерна ҡалаһында асыла. “Университеттар ҡарамағындағы уҡыу йорттары уставы”на (1804), “Университеттар ҡарамағында торған гимназиялар һәм...
ГИНДМАН ЭПИТЕМИЯҺЫ
ГИНДМАН ЭПИТЕМИЯҺЫ (Epithemia hyndmannii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡ төрө. Ҡапҡасы ураҡ рәүешендә, параллель ситле, оҙонлоғо 120—230, киңлеге 20—26 мкм. Ҡапҡас остары киң, йомро, ҡыҫҡа; һырттары радиаль, тупаҫ, 10 мкм 2—4 штрих тура килә, улар араһында 2—3‑әр рәт тупаҫ ареола бар, 10 мкм 6—7 бөртөк...
ГИНЕВСКИЙ Виктор Петрович
ГИНЕВСКИЙ Виктор Петрович (1884, Өфө — 1937), революцион хәрәкәт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Брюссель ун‑тын тамамлаған (1908). 1903 й. башлап Пенза, 1906 й. алып Әстерхан губ. һөргөндә була. 1906 й. аҙағынан Бельгияла йәшәй. 1911 й. алып Өфө өйәҙ земство...
ГИНИН Николай Степанович
ГИНИН Николай Степанович [10.12.1925, Урал өлк. Тысяцково а. (Пермь крайы) — 15.8.1999, Нефтекама ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1966). 1942—86 йй. “Уралэнергомонтаж” тресында (Свердловск ҡ.) эшләй: слесарь, 1946 й. алып бригадир, 1966—81 йй. слесарь-бригадир....
ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР
ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, бүлендек сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Г.т. ысын коэффициентлы 1‑се тәртип тигеҙләмәләре һәм 2‑се тәртип тигеҙләмәләренең ҡайһы бер типтары (тулҡын тибы, мәҫ., ҡыл тирбәлеүе тигеҙләмәһе) инә. Төрлө тәбиғәтле тулҡын күренештәрен тасуирлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Г.т....
ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР
ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР (гр. hyper — артыҡ һәм витаминдар), организмдың артыҡ витамин ҡабул итеүҙән ағыуланыуы. А һәм Д Г. айыралар (башҡа витаминдарҙы артыҡ күп ҡулланыуҙан Г. барлыҡҡа килеү ихтималлығы етерлек өйрәнелмәгән). Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Киҫкен А Г. төп симптомдары: баш ауыртыу, йөҙ...
ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ
ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ, эссенциаль артериаль гипертензия, артыҡ артериаль баҫым (АБ) һәм ҡан тамырҙарының тонусы боҙолоуы м-н билдәләнгән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуы. АБ кимәленә, хәүеф факторҙары булыуына, ауырыу тыуыуға сәбәпсе булған ҡайһы бер ағзаларҙың – “сәптәрҙең” зарарланыуына...
ГИПС
ГИПС (грек теленән gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар; конкрециялар. Г. төрҙәре: селенит (сүсле), алебастр (бөртөклө), гипс шпаты (кристаллы) һ.б. Саф Г. төҫһөҙ йәки ап-аҡ, үтә...
ГИРКО Евгений Иванович
ГИРКО Евгений Иванович (5.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р-ны Воздвиженка а.), спортсы. Ауыр атлетика б-са СССР‑ҙың спорт мастеры (1960). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе; 1960—70 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Б.И.Мосиевич). РСФСР чемп. (1960, 1962, 1963, 1966—69), РСФСР халыҡтары...