Список материалов
“МИР”, тегеү фирмаһы
“МИР” Б а ш ҡ о р т о с т а н с ә н ә ғ ә т - с а у ҙ а т е г е ү ф и р м а һ ы. Ҡатын-ҡыҙ, ирҙәр һәм балалар өҫкө кейеменең 35 төрө (пальто, ҡыҫҡа пальто, плащ, куртка, костюмдар) тегелгән. 1953 й. ойошторола, 1960 й. Яңы Өфө тегеү ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1963 й. алып “М.” тегеү ПБ, 1966...
“МИРАҪ", мәғлүмәт бюллетененә ҡушымта
“МИРАҪ”, “Земля и люди” (“Ер һәм кешеләр”) мәғлүмәт бюллетененә ҡушымта. Силәбе өлк. Сосновка р‑ны хакимиәте һәм район ҡоролтайы тарафынан нәшер ителгән. 2006—09 йй. ш. уҡ райондың Долгодеревенский а. ай һайын башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...
“МИРАҪ”, йыр һәм бейеү ансамбле
“МИРАҪ”, йыр һәм бейеү фольклор ансамбле (Өфө). 1992 й. ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев ис. бейеү ансамбле нигеҙендә ойошторола. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе — Г.В.Анищенко. Репертуар нигеҙендә Рәсәй халыҡтары бейеүҙәренең үҙенсәлекле интерпретациялары. Тәүге постановкалары: башҡ. —...
“МИРАҪ”, мәсет
“МИРАҪ” Дүртөйлө йәмиғ мәсете. 1995 й. Дүртөйлө ҡ. Мосолман дини ойошмаһы башланғысы м‑н халыҡтан һәм Дүртөйлө р‑ны пр‑тиеларынан__йыйылған иғәнә иҫәбенә төҙөлә. БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында. 1995 й. алып эшләй. Мәсет (27,14х10,52х3,3 м) бер ҡатлы (цоколь ҡаты бар), сатыр ҡыйыҡлы, стеналары...
“МИЯКИМОЛЗАВОД", предприятие
“МИЯКИМОЛЗАВОД”, ААЙ. Айыртылмаған һөт продукцияһы, мал майы, киптерелгән һөт етештерә. Составына һөт ҡабул итеү һәм айыртыу, айыртылмаған һөт продукцияһы, киптереү, май цехтары һ.б. инә. 2012 й. 193 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1963 й. ойошторола, 1965 й. Миәкә...
“МОЗАИКА”, әҙәби йыйынтыҡ
“МОЗАИКА”, әҙәби йыйынтыҡ. Өфө ир балалар гимназияһы органы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1912 й. алып нәшер ителә; 6 номеры билдәле (6‑сы номеры 1917 й. февр. сыға). Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. “М.” өлкән класс уҡыусыларының әҙәби тәжрибәләре (шиғырҙар, хикәйәләр һ.б.), илдәге ижт.‑сәйәси тормош т‑да очерктар...
“МОЛНИЯ”, предприятие
“МОЛНИЯ” Ө ф ө ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о п р е д п р и я т и е һ ы, ААЙ. Авиация газ турбиналы двигателдәренең ҡабыҙыу системаларын һәм электронлы идара итеү аппараттарын уйлап табыу, яңыса ҡороу һәм етештереү м‑н шөғөлләнә. Составына 3 конструкторлыҡ бүлеге һәм изделиеларҙың һынау, сериялы...
“МОЛОДЁЖНАЯ ГАЗЕТА”, гәзит
“МОЛОДЁЖНАЯ ГАЗЕТА” (“Йәштәр гәзите”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 6 мең дана (2013). Тарихы “Йәш юҡсыл” (1923 й. алып сыға; ҡара:...
“МОНОЛИТСТРОЙ", предприятие
“МОНОЛИТСТРОЙ”, төрлө тәғәйенләнешле монолит биналар һәм ҡоролмалар төҙөү пр‑тиеһы. 1989 й. Өфөнөң Үҙәк эксперименталь механика оҫтаханалары, Эксперименталь механика з‑ды һәм тимер-бетон изделиелар һәм төҙөлөш деталдәре етештереү з‑ды базаһында Өфө эксперименталь ҡорамалдар һәм төҙөлөш конструкциялары...
“МОРАҘЫМ", гәзит
“МОРАҘЫМ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Күгәрсен р‑нының Мораҡ а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1931 й. алып нәшер ителә (ҡара: “Кугарчинские вести”), 2009 й. ғин. алып хәҙ....
“МОТОР ЭШЛӘҮСЕ” мәҙәниәт һарайы
“МОТОРЭШЛӘҮСЕ” Ө М Э П Б м әҙә н и ә т һ а р а й ы. 1969 й. асыла. 850 урынлыҡ тамаша залы, 60 урынлыҡ лекция залы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләр, грим бүлмәһе, кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында 14 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 8 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: “Байрам” бейеү ансамбле (ҡара: “Майҙан”),...
“МОТОР”, предприятие
“МОТОР” ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о п р е д п р и я т и е һ ы, ААЙ. Истребителдәр һәм штурм авиацияһы, пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн авиация газ турбиналы двигателдәрен, ер өҫтө газ турбиналы энергетик ҡоролмаларҙы проектлау, эшләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнә, авиация технологияһы базаһындағы...
“МӨҒЛИФӘ”, халыҡ йыры, бейеү
“МӨҒЛИФӘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши 1932—34 йй. Баймаҡ р‑ны Темәс а. Һөйөмбикә Кулибаеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” (1935) йыйынтығында баҫтыра. Варианттарын А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Лирик‑бейеү характерындағы йыр. Унда Мөғлифә...
“МӨХӘББӘТНАМӘ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы
“МӨХӘББӘТНАМӘ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. 1353 й. шағир Харәзми тарафынан харәзм‑төрки әҙәби телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Ҡулъяҙманың төп нөсхәһе табылмаған. 1432 й. (уйғыр графикаһы) һәм 1508—09 йй. (ғәрәп яҙмаһы) м‑н билдәләнгән ике күсермәһе һаҡланған; Британия...
“МӨХӘМӘҘИӘ”, мәҙрәсә
“МӨХӘМӘҘИӘ”, мәҙрәсә. 1847 й. Троицк ҡ. 2‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Троицк тарихи йәмиғ мәсеттәре) эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис м‑н имам‑хатип етәкселек иткән. Мәктәп тамамлаған ир балалар ҡабул...
“НА ЗЕМЛЕ САЛАВАТА", гәзит
“НА ЗЕМЛЕ САЛАВАТА” (“Салауат ерендә”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Салауат р‑нының Малаяҙ а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. майынан башҡ. телендә “Большевистик колхозға”,...
“НАДЕЖДА”, Баҡалы производство комбинаты
“НАДЕЖДА” Баҡалы производство комбинаты. Урын-ер ҡаралдыһы һәм махсус кейем тегеү, мебель, ағас-таҡта, быйма етештереү м‑н шөғөлләнгән; халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәткән. 1932 й. Баҡалы район сәнәғәт комб‑ты булараҡ ойошторола, 1975 й. алып “Радуга" Башҡ‑н производство комб‑ты филиалы, 1999 й. — Баҡалы...
“НАДЕЖДА”, предприятие
“НАДЕЖДА”, ААЙ. Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Константиновка ауылы. Составына 3 һөт‑тауар фермаһы, үҫемлекселек цехы, мини‑пекарня, билмән цехы һ.б. инә. 3 фирма магазины бар. 2013 й. 298 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 10867 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 9158 га, тәшкил...
“НАЛОГОВЫЙ ВЕСТНИК", гәзит
“НАЛОГОВЫЙ ВЕСТНИК” (“Һалым хәбәрҙәре”), аҙналыҡ гәзит. Ойоштороусыһы — РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы, нәшер итеүсеһе — “Аҡ Иҙел Пресс” ЯАЙ. 1995 й. нояб. алып Өфөлә айына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 2,5 мең дана (2015). Гәзиттә һалым ҡануниәте, бухгалтер иҫәбе, һалымды планлаштырыу,...
“НАРКОТИКҺЫҘ ҠАЛА”, ойошма
“НАРКОТИКҺЫҘ ҠАЛА”, наркоманияны иҫкәртеү, үҫеп килгән быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсаты м‑н булдырылған төбәк ижт. ойошмаһы. Өфөлә 2001—12 йй. эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: наркотиклы матдәләрҙең тәьҫире һәм ҡулланыу эҙемтәләре, уларға бәйле ауырыуҙарҙың сәбәптәре һәм төрҙәре,...