Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘМӘҒӘТ ТУҠЛАНЫУЫ

ЙӘМӘҒӘТ ТУҠЛАНЫУЫ, кулинария продукцияһы, ондан кондитер һәм булка изделиелары етештереү, уларҙы һатыу һәм ҡулланыуҙы ойоштороу м‑н шөғөлләнгән пр‑тиелар йыйылмаһы. Й.т. пр‑тиелары 5 төргә айырыла: ресторан, бар, кафе, ашхана һәм тәғәмхана. Пр‑тиеларҙың төрөн билдәләгәндә һатылған продукцияның ассортименты,...

ЙӘМӘҒӘТ ФОНДЫ

ЙӘМӘҒӘТ ФОНДЫ, социаль, хәйриәлек, мәҙәни, белем биреү йә йәмғиәткә файҙалы башҡа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ирекле мөлкәт иғәнәһе нигеҙендә ойошторолған, ағзалары булмаған йәмәғәт берекмәһе. Й.ф. эшмәкәрлеге РФ‑тың “Хәйриә эшмәкәрлеге һәм хәйриә ойошмалары тураһында”, “Йәмәғәт берекмәләре тураһында”...

ЙӘМӘҒӘТСЕЛ БӨЖӘКТӘР

ЙӘМӘҒӘТСЕЛ БӨЖӘКТӘР, репродуктив һәм эшсе заттарҙан торған даими (миҙгелле йәки күп йыллыҡ) ғаиләләр төҙөүсе бөжәктәр. Башҡортостанда Й.б. бал ҡорттары, иңкештәр, ҡырмыҫҡалар һәм һағыҙаҡтар йәшәй. Й.б. функцияларҙы заттарҙың төрлө физиологик үҙенсәлеге һәм айырым төркөм (“каста”) төҙөлөшөндәге айырмалығына...

ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК ФЕКЕРЕ

ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК ФЕКЕРЕ, ижт. ваҡиғаларға, көнүҙәк проблемаларға, төрлө соц. төркөмдәр, ойошмалар, айырым шәхестәр эшмәкәрлегенә мөнәсәбәтте (йәшерен йәки асыҡ, вербаль йәки вербаль булмаған) үҙ эсенә алған йәмәғәтселек аңы торошо; ижт. проблемаларға ҡарата хуплауҙы йәки тәнҡитләүҙе белдерә; йәмәғәт тәртибен...

ЙӘМӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ЙӘМӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Имәнлеҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 369; 1939 — 365; 1959 — 357; 1989 — 433; 2002 — 128; 2010 — 130 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы

ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы (18.3.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1976—85 йй. һәм 1998 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1985—2004 йй. Өфө дәүләт сервис ин‑тында эшләй: 1993—95 йй. хисаплау техникаһы һәм автоматлаштырылған идара итеү системаһы...

ЙӘМҒИӘТ ҠАРАУЛЫҒЫ ПРИКАЗЫ

ЙӘМҒИӘТ ҠАРАУЛЫҒЫ ПРИКАЗЫ, губерна учреждениеһы. 1781 й. Өфө наместниклығында Екатерина II 1775 й. 7 нояб. указы м‑н булдырыла. Й.ҡ.п. ҡарамағында халыҡ училищелары, мәктәптәр, госпиталдәр, дауаханалар, дарыуханалар, ауырыуҙар һәм аҡылдан яҙғандар өсөн приюттар, ҡарттар һәм ғәриптәр, етемдәр йорттары,...

ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы

ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы (25.4. 1957, Өфө ҡ. — 15.6.2020, шунда уҡ), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1984 й. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең хисаплау үҙәге менән Математика институтында эшләй (2001 й. башлап төп ғилми хеҙмәткәр). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЙӘМИЛЕВ Марат Арыҫлан улы

ЙӘМИЛЕВ Марат Арыҫлан улы (23.11.1938, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Әнәс а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Миәкәбаш а., – 2.11.1996, Сибай ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1967). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин курсы) Сибай башҡ....

ЙӘММӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл

ЙӘММӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл, Нөрәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 645; 1939 — 601; 1959 — 638; 1989 — 385; 2002 — 412; 2010 — 397 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шаран 1‑се урта мәктәбе...

ЙӘН

ЙӘН, башҡ. мифологияһында ҡот, исем, тын м‑н бергә кешенең 4 йәнен тәшкил иткән төп Й. береһе. Үҙ аллы субстанция (ҡара: Анимизм); әсә ҡарынындағы балаға 4‑се ай киткәс керә (Й., донъя ағасында ултырып, үҙенә тән алыу сиратын көтә, тип иҫәпләнгән). Й. тәнде ваҡытлыса (йоҡлаған, һуштан яҙған, ауырыған,...

ЙӘНӘБИ Төхвәт

ЙӘНӘБИ Төхвәт (ысын исеме Кәлимуллин Төхвәтулла Кәлимулла улы; 14.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Урсай а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны Йәнәби‑Урсай а., — 10.7.1938, Өфө), яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый (1910—12), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты тамамлаған (Мәскәү,...

ЙӘНӘБИ‑УРСАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ЙӘНӘБИ‑УРСАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 536 кеше; 1920 — 648; 1939 — 340; 1959 — 345; 1989 — 357; 2002 — 364; 2010 — 285 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ЙӘНӘЙ

ЙӘНӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: боғаҙы, ҡамбар, туғыҙ. Тамғалары — . Этник яҡтан Волга буйы болғарҙарына барып тоташа. “Йәнәй” этнонимы венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар) һәм сыуаштарҙа билдәле. Й. формалашыуына уның ҡатай, ҡыпсаҡ, үҫәргән, юрматы һәм юрмый ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто...

ЙӘНӘХМӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл

ЙӘНӘХМӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл, Нөрәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 522 кеше; 1920 — 638; 1939 — 648; 1959 — 623; 1989 — 445; 2002 — 451; 2010 — 416 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шаран 1‑се...

ЙӘНӘШ ЯПРАҠ

ЙӘНӘШ ЯПРАҠ (Zygophyllum), йәнәш япраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Евразияла, Африкала, ш. уҡ Австралияла таралған. Башҡортостанда ҡауырһын Й.я. үҫә. Ваҡ ҡыуаҡ. Һабағы күп, тармаҡлы, йәйенке, бейеклеге 10—20 см, кәҫлектәр барлыҡҡа килтерәләр. Япрағы яланғас,...

ЙӘНБӘК Рәмил Әхмәт улы

ЙӘНБӘК (Йәнбәков)Рәмил Әхмәт улы [10.8.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Дауыт‑Ҡайып а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 11.1.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1974 й. алып “Йәншишмә” гәз.:...

ЙӘНБӘКОВ Әсғәт Ҡотлой улы

ЙӘНБӘКОВ Әсғәт Ҡотлой улы (1.1.1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишмырҙа а. – 3.8.2012, Сибай ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979—2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1996—2008 йй. Стәрлетамаҡ башҡ....

ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы

ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы (15.3.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Байыш а. — 30.10.2019, Өфө ҡ.), йырсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1957—59 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитетының хор солисы, 1961 й. алып Өфө музыка-педагогия...

ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы

ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18.9.1945, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ҡунаҡбай а. – 9.5.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). 1973 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Стәрлетамаҡ р‑нының төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй, 1992—94 йй. һәм...