Список материалов
ЙЫРАУ
ЙЫРАУ (төркисә — йырсы), күп төрки халыҡтарында шағир‑импровизатор. Й. ижадының тамырҙары бик боронғо замандарға барып тоташа. “Йырсы‑музыкант” мәғәнәһендәге “йырағу” һүҙе Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәтендә осрай. Башҡ. ауыҙ‑тел әҙәбиәте тарихында Й. ижадының сәскә атыуы Нуғай Урҙаһы...
ЙЫРМАЯЛАН, Асҡын р‑нындағы ауыл
ЙЫРМАЯЛАН, Йырмаҡай, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Борма й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 175 кеше; 1920 — 227; 1939 — 259; 1959 — 348; 1989 — 124; 2002 — 113;...
ЙЫРТҠЫСТАР
ЙЫРТҠЫСТАР (Carnivora), имеҙеүселәр отряды. 7 ғаиләһе, 240 төрө билдәле. БР‑ҙа 4 ғаиләгә (айыу, бесәй, һыуһар, эт) ҡараған 16 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 11 см алып (йәтсә) 250 см тиклем (һоро айыу), ауырлығы 100 г алып 700 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа һәм ҡатынан (бесәйҙәр) алып ҡуйы һәм ҡабарынҡыға (һыуһар)...
ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ
ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ, йылдың көндәре теҙмәһен һәм белешмә мәғлүмәттәрҙе туплаған бәләкәй форматлы матбуғат баҫмаһы. Стенаға эленә йәки өҫтәлгә ҡуйыла торған итеп сығарыла, һәр бер бите календарҙың бер көнөнә арнала. Башҡортостанда Й.к. “Китап” нәшриәте тарафынан башҡ. телендә йыл һайын баҫтырылып тора....
ЙЫРЫНДАР
ЙЫРЫНДАР, рельефтың ваҡытлы һыу ағымынан барлыҡҡа килгән тәрән һәм текә ярлы формаһы. Йомшаҡ, еңел йыуылыусы тау тоҡомдарынан (балсыҡ, ҡомло балсыҡ, лёсс) торған күтәренке тигеҙлектәрҙә, ҡалҡыулыҡтарҙа, һыҙа һәм үҙән битләүендә барлыҡҡа киләләр. Арҡыры киҫелештә V формаһы хас; күп һанлы бәләкәй тармаҡтары...
ЙЫУАСА
ЙЫУАСА, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Төрки һәм монгол халыҡтарында таралған. Һөткә йомортҡа ҡушып баҫылған сөсө, һирәгерәк әсе ҡамырҙан бешерелә. Ромб рәүешендә ҡырҡылған ҡамырҙы иретелгән майҙа йәки малдың эс майында бешерәләр. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла бешерелә. Й. туй күстәнәсе һәм...
ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы
ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы (11.3.1958, Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), мед. хеҙмәте полк. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1987 й. алып Урта Азия һәм Төркөстан хәрби округтарының хәрби частарында...
ЙЫҺАНГИРОВА Диана Рафиҡ ҡыҙы
ЙЫҺАНГИРОВА Диана Рафиҡ ҡыҙы (31.7.1983, Өфө), спортсы. Юридик ф. канд. (2006). Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2004). 22‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Арсентьева). Рәсәй чемп. (2002), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1999). Үҫмер спортсылар...
ЙЫҺАНДАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ
ЙЫҺАНДАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ, Ер атмосфераһы аръяғында урынлашҡан (Ерҙең яһалма юлдашы, йыһан карабы һ.б.) һәм электромагнит спектрының төрлө өлкәләрендә һүрәттәр биргән аппаратура м‑н Ерҙе, күк есемдәрен һәм йыһан күренештәрен төшөрөү (цифрлы, радар, йылылыҡ, фото, телевизион һ.б.). Ерҙе йыһандан төшөрөүҙең...
ЙЫҺАНОВ Рәхимйән Фәйез улы
ЙЫҺАНОВ Рәхимйән Фәйез улы (16.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Биккенә а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, – 29.10.2012, Өфө), балетмейстер. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1967), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1948; В.Ғ.Ғәлимов, Р.Фәйзи курсы) тамамлаған....
ЙЫҺАНОВ Рәшит Рәхим улы
ЙЫҺАНОВ Рәшит Рәхим улы (28.6.1952, Өфө), композитор. Проф. (1997). РФ‑тың (2008) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). Р.Ф.Йыһановтың улы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1977; З.Ғ.Исмәғилев класы) 2012 й. тиклем ӨДСА‑ла уҡыта (1995—2001 йй. композиция каф. мөдире)....
ЙЫҺАНШИН Ғәлимйән Кәрим улы
ЙЫҺАНШИН Ғәлимйән Кәрим улы (11.5.1940, Ярославль өлк. Константиновка ҡсб — 18.7.2016, Өфө), инженер-технолог, химик. Техник ф. д‑ры (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). ӨНИ‑не тамамлаған (1966). 1960—62 йй. Черниковка НЭЗ‑ында эшләй. 1966—67 йй. һәм 1972 й. алып ӨНИ‑лә (1977—91 йй. өлкән ғилми...
ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы
ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы (15.3.1950, БАССР-ҙың Ҡандра районы Ҡандра‑Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), яҙыусы. БР-ҙың (2004) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Горький политехник институтын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976—88 йй....
КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич
КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич (29.2.1952, Гайсин ҡ. — 1.9.2019, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Рига юғары хәрби авиация инженерлыҡ училищеһын тамамлаған (1978). 1979 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1996 й. башлап БДУ‑ла: 1998 й. алып Башҡ. эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге...
КАБАЛЬНОВ Юрий Степанович
КАБАЛЬНОВ Юрий Степанович (6.9.1948, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.7.2009, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып информатика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы динамик объекттар м‑н...
КАБАЛЬНОВА Наталья Нурулла ҡыҙы
КАБАЛЬНОВА Наталья Нурулла ҡыҙы (20.8.1953, Харьков ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Органик химия ин‑тында эшләй (2000 й. алып лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре озон, кислород, органик һәм органик булмаған перекись берләшмәләре, хлорҙың кислородлы берләшмәләре...
КАБЕЛЬ
КАБЕЛЬ (голландса kabel — канат, трос), герметик тышлыҡ эсендә бер йәки бер нисә изоляцияланған үткәргесе булған электротехник изделие. Электр энергияһы тапшырыу К. (юғары вольтлы электр энергияһы тапшырыу линияларында, сәнәғәт пр‑тиеларын, транспортты һәм коммуналь объекттарҙы, судноларҙың, осоу аппараттарының...
КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ
КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевизион сигналды ҡабул иткән, эшкәртеүҙе һәм элемтә кабеле линиялары б‑са абонентҡа еткереүҙе тәьмин иткән техник саралар комплексы. Сигнал К.т. төп станцияһынан эре бүлеү пункттарына (узелдарына) тиклем оптик кабель б‑са тапшырыла, унан һуң электрон формаға әйләндерелә һәм...
КАГАН Анри
КАГАН Анри (15.12.1930, Булонь-Бийанкур, Франция), химик‑органик. Филос. д‑ры (1960). Франция ФА‑ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1991), БР ФА‑ның (2002), Польша ФА‑ның (1994) сит ил ағзаһы. Париж ун‑тын (1954) һәм Милли юғары мәктәпте (Париж, 1954) тамамлаған. 1962—67 йй. Францияла колледжда, бер үк ваҡытта...
КАГАНОВ Зосим Григорьевич
КАГАНОВ Зосим Григорьевич (23.12.1911, Киев — 23.11.1998, С.‑Петербург), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (1963), проф. (1969). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) 1940 й. тиклем Целлюлоза‑ҡағыҙ комб‑ты ТЭЦ‑ында (Сегежа эшселәр ҡасабаһы) эшләй, 1942—46 йй. — Ҡыҙыл Армияла. 1948 й. алып...