Список материалов
КӨСӨК, Учалы р‑нындағы ауыл
КӨСӨК, Айкөсөк, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 92 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 244 кеше; 1920 — 351; 1939 — 379; 1959 — 323; 1989 — 114; 2002 — 100; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
КӨСӨКБАЙ
КӨСӨКБАЙ (?—18.8.1755), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Батыр. 1755 й. авг. Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улустары кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. К. етәкс. баш күтәреүселәр башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлгән заводтарҙы...
КӨСӨКОВ Раил Фазыл улы
КӨСӨКОВ Раил Фазыл улы (28.3.1952, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Ҡолой а.), йырсы (лирик-драматик баритон). РФ‑тың атҡ. (2009), БР‑ҙың халыҡ (2000) һәм атҡ. (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Көсөковтар нәҫеленән. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) БДОБТ солисы. Йылы...
КӨСӨКӨВТАР
КӨСӨКӨВТАР, дворяндар нәҫеле. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Барын-Табын улусы Иҫәнгилде а. башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Көсөк, сотник. Уның улы — Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) К. (1764 й. — 1840 й. һуң), 10‑сы класлы чиновник (1821). Рус-прус-француз һуғышында (1806—07) ҡатнашыусы. 1800—25 йй....
КӨСТӨҒОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
КӨСТӨҒОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. табан 12 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 71 кеше; 1920 — 105; 1939 — 156; 1959 — 166; 1989 — 172; 2002 — 235; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...
КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ
КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ (? — 1738 й. сент., Ырымбур ҡ.), 1737—38 йй. башҡ. ихтилалы [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорто. Батыр. 1737 й. яҙында Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Себер даруғаһында һуғыша. Йәйен К.С. отряды (300‑гә яҡын кеше) Ҡазан даруғаһында,...
КӨҪӘПӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл
КӨҪӘПӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 27 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 56 км алыҫлыҡта Муҡшы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 332; 1939 — 226; 1959 — 243; 1989 — 207; 2002 — 241; 2010 — 250...
КӨҪӘПҠОЛ, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә
КӨҪӘПҠОЛ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.
Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. (ауылда И.И.Лепёхин булып киткән) алып билдәле. Улус старшинаһы Көҫәпҡол Азатов исеме м‑н аталған. 1795 й. 45 йортта 220 кеше йәшәгән. 1865 й. һуңынан бергә иҫәпкә алынған...
КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ
КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ, а.х. малдарын үрсетеү һәм йәш мал үҫтереү юлы м‑н тергеҙеү һәм арттырыу процесы. Ябай (көтөүҙәге мал һаны үҙгәрешһеҙ ҡала) һәм киңәйтелгән (көтөүҙәге мал һаны йыл һайын арта) К.я. айырыла. К.я. ваҡытында малдың тоҡом һәм етештереү сифаттарын яҡшыртыу ҡарала. К.я. темптары малдың һәр төрөнөң...
КӨТӨҮЛЕК ДИГРЕССИЯҺЫ
КӨТӨҮЛЕК ДИГРЕССИЯҺЫ, мал көтөү арҡаһында экосистемалар торошоноң насарайыуы. К.д. барышында үҫемлектәр донъяһының составы, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре үҙгәрә, көтөүлектәрҙең продуктлылығы һәм үҫемлектәр япмаһының проекция ҡаплауы кәмей. Һөҙөмтәлә фитоценоздың...
КӨТӨҮЛЕКТӘР
КӨТӨҮЛЕКТӘР, үләне малдарҙы йөрөтөп ашатыу өсөн файҙаланылған ерҙәр. Тәбиғи (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) һәм сәселгән (культуралы) К. айырыла. Тәбиғи К. башлыса күп йыллыҡ ҡырағай үләндәрҙән тора. Сәселгән К. күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатнашмаларын сәсеү юлы м‑н булдырыла...
КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ
КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ (Capsella), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай К.м. үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 5—40 см. Аҫҡы япраҡтары һаплы, оҙонса‑ланцет формаһында,...
КӨШӨЛ
КӨШӨЛ (Arvicola terrestris), ирлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Бөтә Европала, Төньяҡ һәм Алғы Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 25 см тиклем, ауырлығы 250 г тиклем. Йөнө ҡуңыр, ҡаты ҡыллы. Мороно йомро, ҡолағы һәм күҙе бәләкәй. Аяҡ табаны яланғас, яҡшы үҫешкән һөйәлле һәм ян-яғында ҡуйы йөндән...
КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ
КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 3—2 бб., б.э. 17—18 бб. ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Дүртөйлө р‑ны Көшөл а. эргәһендә Кеүәш й. һул ярында урынлашҡан. 4 ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора. К.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 12—13 бб. ҡарай. 1957 й. А.П. Шокуров тарафынан асыла,...
КӨШӨЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
КӨШӨЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 978 кеше; 1920 — 1070; 1939 — 843; 1959 — 504; 1989 — 343; 2002 — 373; 2010 — 407 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
КРАВЧУК Игорь Александрович
КРАВЧУК Игорь Александрович (13.9.1966, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983 й. алып), Үҙәк армия...
КРАЙЗЕЛЬБУРД Леонид Петрович
КРАЙЗЕЛЬБУРД Леонид Петрович (5.12.1899, Бессарабия губ. Сороки ҡ. — 15.10.1965, Өфө), уролог. Мед. ф. д‑ры (1949), проф. (1951). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Одесса мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1924) Киев,...
КРАЙКИН Владимир Александрович
КРАЙКИН Владимир Александрович (30.5.1955, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 2008 й. алып төп ғилми хеҙм‑р, 2011 й. лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре юғары т‑раларға тотороҡло полимерҙарҙың синтезын, модификацияһын һәм деструкцияһын, уларҙың...
КРАМ Лоуренс
КРАМ Лоуренс (25.10.1941, Колдуэл ҡ., АҠШ), физик. Физика ф. д‑ры (1967), проф. (1986). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Огайо ун‑тын (Афина ҡ., 1960) һәм Хәрби-диңгеҙ акад. (Аннаполис ҡ., 1963) тамамлаған. 1963 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) АҠШ‑та эшләй: 1963 й. башлап Огайо ун‑тында, 1967 й. — Гарвард ун‑тында...
КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович
КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович (22.10.1898, Кострома губ. Будухино а. — 12.5.1957, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1929). 1919 й. алып Кострома “Главкран” идаралығында, 1926—34 йй. һәм 1940 й. башлап Ҡорос прокатлау һәм тимер сым-канат з‑дында эшләй, 1943 й. алып “Гипрометиз”...