Список материалов
КҮПЕРҘӘР
КҮПЕРҘӘР, ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы (йылға, тарлауыҡ, юл һ.б.) үтеү өсөн эшләнгән архитектура‑төҙөлөш юл ҡоролмалары. К. тороҡ конструкциялары б‑са — балкалы, аркалы, аҫылмалы һ.б., материалдары б‑са — ҡорос, тимер‑бетон, ағас һ.б., тәғәйенләнеше б‑са т. юл, автоюл, йәйәүлеләр өсөн һ.б. төрҙәре айырыла....
КҮПЕРЛЕ КАРСТ КҮПЕРЕ
КҮПЕРЛЕ КАРСТ КҮПЕРЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Мәләүез р‑нындағы Күперле й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) тар тәрән үҙәнлегендә, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Күпер 2 тороҡло (оҙонлоғо 35 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 20 м). Карслы мәмерйәнең түбәһе ишелеп төшөүҙән килеп сыға, карбон эзбизташтарынан...
КҮПСӘНӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл
КҮПСӘНӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Күпсәнәй й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 668 кеше; 1920 — 727; 1939 — 691; 1959 — 586; 1989 — 459; 2002 — 449; 2010 — 445 кеше. Удмурттар...
КҮРӘН
КҮРӘН (Carex), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 1500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 90‑дан ашыу төрө үҫә. Күп йыллыҡ, ғәҙәттә бер өйлө тамырһабаҡлы, кәҫлектәр йәки түңгәктәр барлыҡҡа килтереүсе үләндәр. Һабаҡтары 5—150 см бейеклектә, ябай, һирәгерәк тармаҡлы,...
КҮРӘН ҺЫМАҠТАР
КҮРӘН ҺЫМАҠТАР (Cyperaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 120 заты, 4000‑дән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шарында таралған. Үлән йәки ағас рәүешле үҫемлектәр. Башҡортостанда 11 заттан 98 төр үҫә. Күп йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, ябай, ғәҙәттә өс ҡырлы, япраҡлы йәки япраҡһыҙ. Япраҡтары...
КҮРӘНҮЛӘН
КҮРӘНҮЛӘН (Rhynchospora), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда аҡ К. үҫә. Күп йыллыҡ кәүшәк ҡыуаҡлы үлән. Һабаҡтары төҙ, өс ҡырлы, бейеклеге 15—40 см. Япраҡтары таҫма, улаҡлы. Башаҡтары һабаҡ осонда йәки өҫкө япраҡ ҡуйындарында...
КҮРГӘҘМӘЛӘР
КҮРГӘҘМӘЛӘР, кешенең матди һәм рухи эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтеү. Ойоштороу маҡсаты б‑са — сауҙа, аң‑белем таратыу‑танып белеү (һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, фәнни‑техник ҡаҙаныштар һ.б.); ваҡыты б‑са — даими үткәрелеп торған, һәр ваҡыт эшләүсе һ.б.; күрһәтелгән экспонаттары б‑са – универсаль...
КҮРКӘТАУ, йылға
КҮРКӘТАУ, йылға, Ҡана й. уң ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Үрге ағымында — Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, уртаһында — Йылайыр р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа, түбәнге ағымында көнбайышҡа табан аға. Ҡана й. (тамағынан...
КҮРПӘС БЕЙ
КҮРПӘС БЕЙ (1500—1575), табын ырыуының кесе табын аймағы башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, табындарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң, рус подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаған жалованный грамота...
КҮРСӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл
КҮРСӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Бозор а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 760; 1939 — 6306; 1959 — 488; 1989 — 262; 2002 — 278; 2010 — 245 кеше. Керәшендәр йәшәй...
КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы
КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы [1902, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мулдаш а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 1970 й. һуң, Миәс ҡ.], әкиәтсе. Репертуары бай һәм төрлө. Башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларын: “Ҡисса-и-Йософ”, “Әл‑ҡисса Буҙйегет”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, билдәле йырау һәм сәсәндәр т‑да, ҡаҙаҡ аҡындары...
КҮСӘКӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл
КҮСӘКӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 874; 1939 — 1049; 1959 — 632; 1989 — 499; 2002 — 495; 2010 — 504 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...
КҮСӘКӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
КҮСӘКӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1542 кеше; 1920 — 1566; 1939 — 997; 1959 — 654; 1989 — 325; 2002 — 387; 2010 — 349 кеше. Татарҙар...
КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы
КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы [20.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңыбай а. (БР‑ҙың Ейәнсура р-ны) — 9.8.1994, ш. уҡ р‑ндың Иҙелбәк а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940—86 йй. “Ейәнсура” с‑зында эшләй: 1943 й. алып һарыҡ көтөүсеһе, 1951 й. — өлкән һарыҡ көтөүсеһе. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә...
КҮСӘН, Асҡын р‑нындағы ауыл
КҮСӘН, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 248 кеше; 1920 — 294; 1939 — 290; 1959 — 283; 1989 — 201; 2002 — 175; 2010 — 127 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
КҮСӘРБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
КҮСӘРБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рязановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 336 кеше; 1920 — 510; 1939 — 292; 1959 — 379; 1989 — 268; 2002 — 278; 2010 — 332 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...
КҮСӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
КҮСӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 40 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 929 кеше; 1920 — 947; 1939 — 774; 1959 — 657; 1989 — 356; 2002 — 334; 2010 — 252 кеше. Татарҙар, башҡорттар...
КҮСЕЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
КҮСЕЙ, Бикҡужа, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Күсей а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 84 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Ҡараһаҙ й. (Оло Ҡыҙыл й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 529 кеше; 1920 — 646; 1939 — 738; 1959 — 372; 1989 — 462; 2002 — 516; 2010 — 450 кеше. Башҡорттар йәшәй...
КҮСЕМ
КҮСЕМ (? — яҡынса 1598), Себер ханлығы хакимы (1563 й. алып). Сыңғыҙхан тоҡомонан, Күсем нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Себер ханы Мортазаның улы. К. — Әхмәт-Гәрәйҙең ағаһы. 1550 йй. уртаһынан Тайбуғалар династияһынан Себер ханы Йәҙгәр м‑н көрәшә. Тәхеткә ултырғас, Себер ханлығы м‑н Рәсәй араһындағы яһаҡ мөнәсәбәттәрен...
КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ
КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ, 17—18 бб. Себер һәм Ҡарағалпаҡ хакимдары династияһы. Сыңғыҙхан тоҡомона ҡарай. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсем. Улдары араһында киң билдәлеләре: Ғәли (?—1618, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1647), Себер ханы, атаман Ермак Тимофеевич һәм урыҫ воеводалары ғәскәрҙәре м‑н алышта ҡатнаша, 1608 й....