Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАСИДӘ

ҠАСИДӘ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ‑Көнбайыш Азия халыҡтары шиғриәтенең моноримик жанры. Маҡтау рәүешендә яҙыла; ш. уҡ сатирик, элегик һәм дини Ҡ. була. 20—200 бәйеттән (ике юллыҡтарҙан) тора. Ҡ. рифма схемаһы: аа, ба, ва, га... Композицияһы: лирик инеш (насиб) – тәбиғәтте, тирә‑яҡты тасуирлау;...

ҠАСИМ ЯРУСЫ

ҠАСИМ ЯРУСЫ (Рязань өлкәһе Ҡасим ҡ. исеменән), карбондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Мәскәү ярусы һәм гжель ярусы араһында урынлашҡан. Б.М.Даньшин тарафынан айырып күрһәтелә (1947). Диңгеҙ карбонат һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар, бүздәктәр, энәтиреләр, конодонттар...

ҠАСИМ, ауыл, Өфө эсендә

ҠАСИМ, ауыл, 1988 й. алып Өфө эсендә. Ауылға яҡынса 1600 й. сит ил кешеләре Ҡасимовтарҙың (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) ауылы булараҡ Шаҡша й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында нигеҙ һалына. Шулай уҡ Никольский [Н.С.Зубов (С.Т.Аксаковтың олатаһы) төҙөгән сиркәү...

ҠАСИМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠАСИМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡыңғыр‑Мәнәүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Баҙлыҡ й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 451 кеше; 1959 – 262; 1989 – 114; 2002 – 121; 2010 – 123 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

ҠАСИМОВ Ғәзим Ҡасим улы

ҠАСИМОВ Ғәзим Ҡасим улы (1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бикташ а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Яңы Бикташ а., – 19.8.1937), дәүләт эшмәкәре. 1917 й. алып һул эсерҙар партияһы, 1919 й. — ВКП(б) ағзаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1917) Бәләбәй ҡ. уҡытыусы булып эшләй. 1918 й. башлап Бәләбәй революцион...

ҠАСИМОВ Рафаил Ғәбделхәй улы

ҠАСИМОВ Рафаил Ғабдулхай улы (2.7.1947, Слупск ҡ., Польша), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Композиторҙар союзы ағзаһы (1983). Ҡазан консерваторияһында уҡыған (1966—68), ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; З.Ғ.Исмәғилевтең композиция класы, Л.А.Франктың фп. класы). 1968—69 йй. Глазов пед. ин‑тында...

ҠАСИМОВ Рәйес Шәйәхмәт улы

ҠАСИМОВ Рәйес Шәйәхмәт улы (15.1.1936, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а. – 18.7.2012, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1959 й. алып “Ленинсы” гәз., 1966 й. мартынан БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты,...

ҠАСИМОВ Салауат Фитрат улы

ҠАСИМОВ Салауат Фитрат улы (19.12.1934, Белорет ҡ. — 21.11.2018, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем һәм 2000—03 йй. шунда уҡ эшләй. 1967 й. алып БДПИ‑ла уҡыта, 1990 й. — ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1995 й....

ҠАСИМОВ Эльвир Әбүбәкер улы

ҠАСИМОВ Эльвир Әбүбәкер улы (26.11.1979, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (2005). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Кикбоксинг б‑са донъя чемпионы (2000),...

ҠАСИМОВА Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы

ҠАСИМОВА Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (9.6.1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), педагог. Проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003), Удмурт Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2014) Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков,...

ҠАСИЯР, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАСИЯР, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 422 кеше; 1920 – 434; 1939 – 337; 1959 – 345; 1989 – 240; 2002 – 204; 2010 – 191 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Таҙлар урта мәктәбе...

ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ

ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Бишбүләк р‑ны Ҡасҡын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М. Кинйәбаев тарафынан асыла һәм 1967 й. өйрәнелә, 1976 й. А.Х.Пшеничнюк, 1978—80 йй. Р.Ә.Ниғмәтуллин тикшерә. Ҡурғанлы...

ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ

ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Мостафа а. башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Поход старшинаһы (1773). 1771—73 йй. Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 10‑сы төркөмө командиры. Баш күтәреүселәргә 1773 й....

ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 – 515; 1939 – 429; 1959 – 471; 1989 – 288; 2002 – 276; 2010 – 259 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 242 кеше; 1920 – 438; 1939 – 315; 1959 – 233; 1989 – 188; 2002 – 243; 2010 – 190 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йылболаҡтамаҡ...

ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Санъяп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 43 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта  Урманташлы й. (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 184 кеше; 1920 — 258; 1939 — 237; 1959 — 286; 1989 — 179; 2002 — 196; 2010 —...

ҠАСЫРЫУ СИРЕ

ҠАСЫРЫУ СИРЕ, йомро тояҡлыларҙың хроник инвазион ауырыуы. Сирҙе бер күҙәнәкле ҡамсылы Trypanosoma equiperdum паразиты тыуҙыра. Тыуҙырыусының сығанағы — ауырыу мал. Ҡ.с. йылҡы, ишәк, ҡасыр бирешә. Башлыса ҡасырыу ваҡытында йоға. Трипаносомдар, енси ағзаларҙың лайлалы тиресәләренә эләгеп үрсей, уларҙың...

ҠАҪМАРТ, йылға

ҠАҪМАРТ, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Үрге Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр һәм Ейәнсура р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Ейәнсура р‑ны Үтәғол а. эргәһендә көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай борола, артабан Ырымбур өлк. (өлөшләтә Ейәнсура р‑ны) буйлап...

ҠАТА

ҠАТА, башҡорттарҙың ҡаты табанлы, үксәле, киң башлы традицион күн аяҡ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. булған. Тәрән, шайтанашыҡҡа етеп торған (калуш ҡата, күн ҡата), ҡайһы ваҡыт ҡыҫҡа (12 см тиклем) ике ҡатлы киндер йәки тула ҡуныслы Ҡ. кейгәндәр. Ҡунысһыҙ Ҡ. тула, кейеҙ йәки...

ҠАТАЙ

ҠАТАЙ, ҡытай, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бәкәтин, ҡалмаҡ, Ҡ., терһәк, һалйот, һеңрән ҡәбиләләренән торған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. төп таралыу терр‑ялары — Ағиҙел, Өфө йй. үрге ағымы, Оло һәм Кесе Эйек йй. үҙәндәре, Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһы. 18 б. ҡәбиләләр...