Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК. Өфөлә урынлашҡан (Зәки Вәлиди урамы, 34—40). Майҙаны – 7,15 га. 1867 й. Өфө губ‑ры С.П.Ушаков инициативаһы б‑са Собор майҙанында ойошторола, 1871 й. губ‑р хөрмәтенә Ушаков паркы тип атала, 1918 й. алып Азатлыҡ, 1930 йй. башынан Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы, 1944 й. башлап А.М.Матросов...

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ХӘРБИ-СӘЙӘСИ АКАДЕМИЯ

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ХӘРБИ-СӘЙӘСИ АКАДЕМИЯ, 1919 й. Петроградта ойошторола; 1995 й. Иҡтисад, финанс һәм хоҡуҡ хәрби акад. м‑н берләштерелә һәм РФ Ҡораллы көстәренең Хәрби ун‑ты тип атала. 1941 й. окт. — 1943 й. авг. Бәләбәй ҡ. урынлаша. 1943 й. июль— нояб. уның эргәһендә РККА‑ның сәйәси составын камиллаштырыу...

ЛЕНИН В.И. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ

ЛЕНИН В.И. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Өфөлә урынлашҡан. 1941 й. ойошторола, 1991 й. алып Тарихи‑мәҙәни музей комплексы, 1994 й. — Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейы составында, 2001—06 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 6 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. герле сәғәт, Н.К.Крупскаяның кейеме, Б.Н.Нимвицкий...

ЛЕНИН В.И. ҺӘЙКӘЛЕ

ЛЕНИН В.И. ҺӘЙКӘЛЕ, В.И.Ленин һәйкәле ансамбле, монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары). Өфөлә урынлашҡан (Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндәге сквер). Уралда В.И.Ленинға арналған тәүге монументаль һәйкәлдәрҙең береһе, техник‑төҙөүсе Д.М.Ларионов проекты б‑са эшләнә. 1924...

ЛЕНИН Владимир Ильич

ЛЕНИН (Ульянов) Владимир Ильич (22.4.1870, Сембер ҡ. — 21.1.1924, Мәскәү губ. Горки ҡсб), революция хәрәкәте эшмәкәре, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тының хоҡуҡ ф‑тын тамамлаған (1891). Петербургта “Эшселәр синыфын азат итеү өсөн көрәш союзын” төҙөүҙә ҡатнаша. 1895 й. дек....

ЛЕНИН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ЛЕНИН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 72 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 370 кеше; 1959 — 213; 1989 — 161; 2002 — 153; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б....

ЛЕНИНГРАД АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЛЕНИНГРАД АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ. 1918 й. 14 апр. Петроградта Икенсе артиллерия уч‑щеһы булараҡ ойошторола; хәҙ. көндә Коломна юғары артиллерия команда уч‑щеһы. 1941 й. авг. — 1945 й. авг. Белорет ҡ. урынлаша. Ошо осорҙа офицерҙарҙың 26 сығарылышы (4,5 меңдән ашыу кеше) була: утсылар, топографтар, светометристар,...

ЛЕНИНСК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ЛЕНИНСК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 170 кеше; 1959 — 416; 1989 — 333; 2002 — 355; 2010 — 358 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Романовка урта мәктәбе филиалы), балалар...

ЛЕНИНСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ЛЕНИНСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 970 кеше; 1959 — 319; 1989 — 225; 2002 — 243; 2010 — 268 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б....

ЛЕНИНСКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЛЕНИНСКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 175 кеше; 1959 — 130; 1989 — 334; 2002 — 348; 2010 — 306 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мишкә...

ЛЕННИКОВА Татьяна Ивановна

ЛЕННИКОВА Татьяна Ивановна (4.1.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны, Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., – 28.11. 1993, Мәскәү), актриса. РСФСР‑ҙың халыҡ (1968) һәм атҡ. (1959) артисы. Моссовет ис. театр эргәһендәге театр студияһын тамамлағандан һуң (1948) Үҙәк транспорт театры, 1950...

ЛЕННЫХ Иван Васильевич

ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө ҡ.), тау инженеры. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка начальнигы, 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия начальнигы, 1936 й. —...

ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич

ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич (19.6.1947, Свердловск өлк. Кузино ҡсб), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2004). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...

ЛЕНЧЕНКОВА Любовь Евгеньевна

ЛЕНЧЕНКОВА Любовь Евгеньевна (27.8.1956, Омск өлк. Ивановка а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) ӨДНТУ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н). 1986—99 йй. Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: 1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сығарыуы...

ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович

ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович (27.3.1917, Түб. Новгород губ. Яковцево а. — 14.4.1987, Өфө), математик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1970), физика‑матем. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Горький ун‑тын тамамлаған (1939), 1942 й. алып шунда уҡ эшләй: 1948 й. башлап юғары матем. каф....

ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович

ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович (20.1. 1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Өйәҙебаш а.), агроном. А.х. ф. канд. (1994). БР-ҙың а.х. хеҙм-ре (2012). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Миәкә р‑нының “Яңы донъя” к‑зы баш агрономы. 1984 й. алып БР б-са селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау дәүләт комиссияһының федераль дәүләт...

ЛЕПЁХИН Иван Иванович

ЛЕПЁХИН Иван Иванович (10.9.1740, С.‑Петербург — 6.4.1802, шунда уҡ), сәйәхәтсе, этнограф. Фәндәр һәм художестволар акад. академигы (1771). Академик экспедициялар етәксеһе. Башҡорт йәйләүҙәренең ҡоролошон, ит (бишбармаҡ, һалма), һөт (айран,ҡымыҙ, май) аҙыҡтары (ҡара: Башҡорт аш-һыуы) әҙерләү, уларҙы...

ЛЕПЁШКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЛЕПЁШКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 421; 1939 — 415; 1959 — 375; 1989 — 285; 2002 — 297; 2010 — 299 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баймырҙа...

ЛЕПИЛИНА Лариса Александровна

ЛЕПИЛИНА Лариса Александровна (5.9.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1995). Ф.С.Хөсәйенованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлаған (1976). 1979 й. алып шунда уҡ эшләй (1994 й. – традицион мед. каф. мөдире). 2014 й. башлап Проф. белем биреү ин-тының комплиментар мед. каф. мөдире (Өфө ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович

ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович (25.8.1938, Алма‑Ата ҡ. — 29.5.2016, Мәскәү ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). Ленинград технология институтын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА‑ның Органик...