Список материалов
ЛИНОЛЕУМ
ЛИНОЛЕУМ (лат. linum — етен, киндер туҡыма һәм oleum — май), иҙән ҡаплау өсөн рулонлы полимер материал. Төп сеймалына ҡарап тәбиғи (бәйләүес сифатында үҫемлектәрҙән алынған ыҫмалалар һәм майҙар файҙаланыла), поливинилхлорид, глифталь (алкидлы ыҫмалалар нигеҙендә), коллоксилин (нитроцеллюлоза нигеҙендә)...
ЛИПАЕВ Николай Филиппович
ЛИПАЕВ Николай Филиппович [26.4.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Озерковка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 1.11.1994, Ишембай ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (1992), БАССР торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡ. хеҙм‑ре (1984). 1942 й. алып Ишембай НЭЗ‑ында эшләй: слесарь, 1951 й. башлап ҡулайлама нач.,...
ЛИПАРИС
ЛИПАРИС, лосняк (Liparis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик бүлкәтендә, һирәгерәк Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, шулай уҡ Көньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда Лёзель Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы үлән, бейеклеге...
ЛИПАТОВ Олег Николаевич
ЛИПАТОВ Олег Николаевич (28.7. 1965, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап Дипломдан һуң белем биреү ин-тының онкология һәм патологик анатомия курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...
ЛИПИДТАР
ЛИПИДТАР (гр. lipos — май), барлыҡ тере күҙәнәктәрҙең дә составына ингән майға оҡшаш матдәләр. Ябай (майлы к‑таларҙың ҡалдыҡтарынан, ҡайһы берҙә улар урынына альдегидтарҙан һәм спирттарҙан тора) һәм ҡатмарлы (майлы к‑таларҙың эфирҙарынан, күп атомлы спирттарҙың ҡалдыҡтарынан һәм шәкәрҙәрҙең ҡалдыҡтарынан —...
ЛИПКИН Семён Израилевич
ЛИПКИН Семён Израилевич (6.9. 1911, Одесса ҡ. – 1.4.2003, С.‑Петербург), яҙыусы, тәржемәсе. “Шаһит” (“Очевидец”; 1967), “Яҙыу тамғалары” (“Письмена”; 1991) шиғри йыйынтыҡтары, “Декада” (1989), “Кешелә фатирҙа тороусы яҙмалары” (“Записки жильца”; 1992) һ.б. повестар авторы. Көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен...
ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич
ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич [3.12.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 25.5. 1987, Силәбе ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1966), проф. (1967). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Силәбе пед. ин‑тын (1941), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (1947) тамамлаған....
ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо
ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы...
ЛИСТЕРИОЗ
ЛИСТЕРИОЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Listeria monocytogenes бактерияһы тыуҙырған инфекцион ауырыу. Инфекция сығанағы: бәүел, тиҙәк һәм башҡа биол. шыйыҡсалар аша тышҡы мөхиткә Л. сығарған кимереүселәр, бөжәк ашаусылар, үлән ашаған хайуандар һәм ҡоштар.
Кеше Л. Күбеһенсә алиментар (инфицирланған аҙыҡ‑түлек...
ЛИТВА
ЛИТВА, Л и т в а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 65,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9%), урыҫтар (5,4%), поляктар (6,6%) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва...
ЛИТВА, ПОЛЬША ҺӘМ РӘСӘЙҘӘГЕ ЙӘҺҮД ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ДӨЙӨМ СОЮЗЫ
ЛИТВА, ПОЛЬША ҺӘМ РӘСӘЙҘӘГЕ ЙӘҺҮД ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ДӨЙӨМ СОЮЗЫ, Бунд, Рәсәй империяһының көнбайыш өлөшөндә йәшәгән йәһүд эшселәре һәм һөнәрселәре мәнфәғәтен күҙәткән социал-демократик партия. 1897 й. Вильно ҡ. ойошторола. 1898—1903 йй. һәм 1906 й. алып РСДРП составында меньшевиктар программаһын яҡлаған автономиялы...
ЛИТВИНОВ Сергей Александрович
ЛИТВИНОВ Сергей Александрович (15.8.1925, Себер крайы Карташёво а. – 19.11.2003, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Свердловск төҙөлөш техникумын тамамлағандан һуң (1949) Өфөнөң проект ин‑ттарында архитектор, 1960 йй. уртаһынан – 80‑се йй. тиклем Башҡ‑н ижади производство...
ЛИТО…, …ЛИТ
ЛИТО…, …ЛИТ, ҡушма һүҙҙәрҙең 1) (гр. lithos – таш) “ташҡа ҡағылышлы”, “таш шикелле” (мәҫ., литология, энеолит); 2) (гр. lytos – тарҡалыусан, иреүсән) “иреү, тарҡалыу продукты” (мәҫ., полиэлектролиттар) мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ЛИТОЛОГИЯ
ЛИТОЛОГИЯ (лито... һәм ...логия), тау тоҡомдарының һәм улар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың составын, структураһын, текстураһын һәм генезисын өйрәнгән геология бүлеге. 1910‑сы йй. дөйөм петрографиянан айырылып сыға. Л. үҫешенә Л.Б.Рухин, Н.М.Страхов, В.Н.Шванов, М.С.Швецов һ.б. ҙур өлөш индерә. Л. бүлектәре:...
ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ
ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ, плейт-тектоника, Ер литосфераһын хәрәкәт итеүсе плиталар системаһы булараҡ ҡараған геол. теория. Континенттарҙың күсеп йөрөүе теорияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә (А.Вегенер, 1912), 1968 й. концепция рәүешендә формалаша (Б.Изакс, К. Ле Пишон, Дж.Морган, Дж.Оливер, Л.Сайкс һ.б.)....
ЛИХОВ Виталий Кузьмич
ЛИХОВ Виталий Кузьмич (1.5.1926, Мәскәү губ. Дмитриевское а.), инженер‑металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1987). Себер металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (Новокузнецк ҡ., 1951) 1994 й. тиклем Белорет металлургия комб‑тында эшләй: участка нач., 1953 й. алып бүлек нач. урынбаҫары, 1954 й. — смена нач.,...
ЛИХОДЕД Виталий Алексеевич
ЛИХОДЕД Виталий Алексеевич (14.6.1944, Запорожье ҡ.), провизор. Фарм. ф. д‑ры (1993), проф. (1993). Запорожье мед. ин‑тын тамамлаған (1970), 1971 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ш. уҡ эшләй. 1984 й. алып БДМУ‑ла биотехнология курсын алып бара, фарм. технологияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге мед. препараттарының...
ЛИЦЕЙ №136
ЛИЦЕЙ №136. Өфөлә 1994 й. 136‑сы Башҡорт лицейы булараҡ асыла, 2007 й. йәмәғәт эшмәкәре М.Ғ.Исҡужин исеме бирелә. Китапханаһы, тамаша һәм бейеү залдары, слесарь һәм тегеү оҫтаханалары, мед., стоматология һәм 2 компьютер кабинеты, тәжрибә‑етештереү участкаһы бар. Лицейҙа 2‑се балалар сәнғәт мәктәбе филиалы...
ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ
ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ. Дыуан р‑нының Мәсәғүт а. урынлашҡан. 1996 й. 117‑се проф. уч‑ще базаһында мәктәп‑интернат булараҡ асыла, 1997 й. алып Республика лицей‑интернаты. Китапханаһы, компьютер класс‑лабораторияһы, лингафон һәм 3 мультимедиа кабинеты, этнография музейы, тамаша, бейеү, уҡыу, көрәш, тренажёр һәм...
ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ
ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ. Дыуан районының Мәсәғүт а. урынлашҡан. 1996 й. 117‑се профессиональ училище базаһында мәктәп‑интернат булараҡ асыла, 1997 й. алып Республика лицей‑интернаты. 2019 й. Т.Йосопов исеме бирелә. Китапханаһы, компьютер класс‑лабораторияһы, лингафон һәм 3 мультимедиа кабинеты, этнография музейы,...