Список материалов
“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит
“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК” (“Архангел хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР‑ҙың «“Архангел хәбәрҙәре” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Архангел р‑нының ш. уҡ исемле ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1933 й. июленән урыҫ телендә...
“АРХПРОЕКТ”
“АРХПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзы ижади архитектура фирмаһы, ЯАЙ.
1988 й. Өфөлә “Архпроект” Бөтә Союз архитектура-проект берекмәһенең (Мәскәү) “Уфаархпроект” оҫтахана—филиал булараҡ ойошторола, 1993 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп...
“АСКИНСКАЯ НОВЬ”, гәзит
“АСКИНСКАЯ НОВЬ” (“Асҡын яңылығы”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары –БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Асҡын р‑ны Асҡын а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ышаныч” –“Ышаныс”) телдәрендә сыға. 1931 й. нояб. алып урыҫ һәм...
“АСҠЫНЫМ-ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, гәзит
“АСҠЫНЫМ — ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Асҡын районы Асҡын а. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыҡҡан. 2002 й. ноябренән алып “Йәнтөйәк”, 2007—16 йй. “А.-Й.” исеме менән нәшер ителгән.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
...
“АСТАТ”, предприятие
“АСТАТ”, ЯСЙ. Тәбиғи таштан (мәрмәр, гранит һ.б.) йөҙләү эштәре башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. нигеҙ һалына. Пр‑тие Республика балалар клиник дауаханаһы, “Инкомбанк”, Сәнғәт академияһы, “Нур” театры, “Президент-отель”, “Йоматау” шифаханаһы, Милли-Йәштәр театры һ.б. биналарҙа биҙәү эштәре башҡарған.
Тәрж....
“АСФАЛЬТ+БЕТОН”, предприятие
“АСФАЛЬТ+БЕТОН”, юлдар, юл ҡоролмалары төҙөү һәм реконструкциялау, юл эштәре өсөн төҙөлөш материалдары етештереү пр‑тиеһы. 1953 й. Өфө юл‑күпер төҙөлөшө тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1988 й. алып Өфө коммуналь хужалығының күп тармаҡлы берекмәһе, 1991 й. — “А.+Б.” ҡуртым тресы, 1996 й. — ААЙ, 2004 й. ябыла....
“АСЫ”, бальнеоклиматик шифахана
“АСЫ”, бальнеоклиматик шифахана. БР‑ҙың Белорет р‑нында, Белорет ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа 150 км һәм Инйәр т. юл ст. төньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта Асы а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь. Ҡыш һалҡын, ғин. уртаса т‑ра –15,7°С. Йәй йылы, июлдә уртаса т‑ра 17,4°С. Шифахана 2001 й. тире, һөйәк-мускулдар,...
“АСЫЛЫКУЛЬ” (“Асылыкүл”), гәзит
“АСЫЛЫКУЛЬ” (“Асылыкүл”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Асылыкүл” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Дәүләкән ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Балҡантау”) телдәрендә сыға. 1930 й. мартынан урыҫ телендә “Победим” (“Еңербеҙ”) исеме...
“АТАЙСАЛ”, гәзит
“АТАЙСАЛ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Атайсал” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Сибай ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1990 й. алып “Сибайский рабочий” гәз. ҡушымта булараҡ “Йәншишмә” исеме м‑н сыға башлай, 1991 й. алып хәҙ....
“АТОН”
“АТОН”, ЯСЙ. Көҙгөләр, төҫлө һәм витраж быялалар һ.б. етештерә. Ағиҙел ҡ. урынлашҡан. 1994 й. нигеҙ һалына. Составы: көҙгө продукцияһы эшләү б‑са 2 цех (икеһе лә 1994 й. нигеҙләнгән). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
“АУДИТ-ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК”
“АУДИТ-ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК”, ЯСЙ. Аудиторлыҡ эшмәкәрлеген (ҡара: Аудит), маркетинг тикшеренеүҙәрен, коммерция эшмәкәрлеге, финанстар һәм идара итеү мәсьәләләре б‑са консультация биреүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. нигеҙ һалына. Төбәктең ун иң эре фирмаһы һәм Рәсәйҙең йөҙ иң эре аудитор-консалтинг...
“АУРГАЗИНСКИЙ ВЕСТНИК”
“АУРГАЗИНСКИЙ ВЕСТНИК”, (“Ауырғазы хәбәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, татар (“Авыргазы хәбәрчесе”) һәм сыуаш (“Аургазă хыпарҫи”) телдәрендә...
“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”
“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге органы. 1921 й. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. Гәзит биттәрендә илдәге сәйәси, иҡтисади һәм хәрби хәл, ауылда наҙанлыҡты бөтөрөү проблемалары яҡтыртыла.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
...
“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”, гәзит
“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө губ. халыҡ мәғарифы бүлеге органы. 1921 й. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр төрки телендә сыға. Гәзит биттәрендә илдәге сәйәси, иҡт. һәм хәрби хәл, ауылда наҙанлыҡты бөтөрөү проблемалары яҡтыртыла.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”
“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”, “Уфимский сельскохозяйственный листок” баҫмаһының тәржемәүи а.х. журналы. Өфө губ. земствоһы органы. 1914 й. ғин. алып 1917 й. февр. тиклем Өфөлә айына 2—3 тапҡыр төрки телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Журналда а.х., сауҙа, сәнәғәт проблемалары б‑са мәҡәләләр, ш....
“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”
“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”, “Уфимский сельско-хозяйственный листок” баҫмаһының тәржемәүи ауыл хужалығы журналы. Өфө губерна земствоһы органы. 1914 й. ғинуарынан алып 1917 й. февраленә тиклем Өфө ҡ. айына 2—3 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Журналда ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт...
“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.
“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 й. июне — сентябрендә Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” һәм “Тормош” гәзите типографияларында баҫыла. “Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!” лозунгыһы менән нәшер ителә. Ауыл хужалығы,...
“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.
“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Һамар губерна башҡарма комитеты эргәһендәге асығыусыларға ярҙам бүлеге һәм башҡ.‑тат. бюроһы, 1923 й. алып РКП(б)‑ның Һамар губерна комитеты эргәһендәге башҡ.‑тат. бюроһы һәм губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1922 й. мартынан башлап...
“АШКАДАРСКИЕ ЗОРИ”, гәзит
“АШКАДАРСКИЕ ЗОРИ” (“Ашҡаҙар таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Еңеүгә” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Ашҡаҙар таңдары”) һәм татар (“Ашкадар таңнары”) телдәрендә...
“АШҠАҘАР”, гәзит
“АШҠАҘАР”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1990 й. ғин. “Стерлитамакский рабочий” гәз. ҡушымтаһы булараҡ “Стәрле таңдары” исеме м‑н нәшер ителә башлай, дек. алып хәҙ. исемен йөрөткән үҙ аллы...