Список материалов
НЕФТЬ ҠЫУЫУ
НЕФТЬ ҠЫУЫУ, н е ф т т е д и с т и л л я ц и я л а у, нефть продукттарын, уларҙың компоненттарын алыу өсөн нефтте төрлө т‑рала ҡайнаған фракцияларға (дистилляттар) бүлеү. Сеймалдың ректификация м‑н парға әйләнеүенең күп баҫҡыслы (нефть массаһының 80—90%‑ты 30—550°С интервалда ҡайнаған ҡатмарлы углеводород...
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ, нефтте, газ конденсатын һәм углеводород газдарын эшкәртеү процесында йәки нефть фракцияларын һәм уларҙың компоненттарын компаундлағанда (ҡатыштырыу) алынған углеводород ҡатышмалары һәм индивидуаль химик берләшмәләр. Н.п. төркөмдәргә бүләләр: яғыулыҡтар (углеводород газдар, бензин,...
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ, нефть продукттарынан (дистилляттарҙы һәм нефть ҡыуыу ҡалдыҡтарын) көкөрт һәм азот берләшмәләрен, асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙе һ.б яғыулыҡ һәм майҙарҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен насарайтҡан компоненттарҙы алыу. Сәнәғәттә химик, физик‑химик һәм каталитик ысулдар ҡулланалар....
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР, нефть продукттарын ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, тармаҡлы, айырғыс, килтергес, блокировка һәм технологик Н.п.ү. айыралар. Магистраль Н.п.ү. нефть продукттарын баш һурҙырыу станцияһынан һуңғы пунктҡа тиклем ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән. Тармаҡлылары...
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ
НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ. Нефть продукттарының сифатын, эксплуатация һәм һаҡлау шарттарын билдәләгән элемент, төркөм һәм индивидуаль составтары айырыла. Нефть продукттарының төп элементтары булып углерод (83—90% һәм унан юғарыраҡ), водород (8—15%), көкөрт (0,01—7,5; бензиндә 0—1,8; дизель...
НЕФТЬ СЫҒАРЫУ СӘНӘҒӘТЕ
НЕФТЬ СЫҒАРЫУ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәте тармағы. Нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау, сығарыу һәм эксплуатациялау эштәрен башҡара. Башҡортостанда Н.с.с. барлыҡҡа килеүе 1929 й. “Уралнефть” тресының (1930 й. алып “Востокнефть”) нефткә геология‑разведка эштәрен ойоштороуына һәм 1932 й. Стәрлетамаҡ...
НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ
НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ, 1943 й. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тының (1930 й. нигеҙләнгән) Өфө филиалы булараҡ асыла, 1941 й. окт. Өфөгә эвакуациялана. 1948 й. алып Өфө нефть ин‑ты, 1993 й. — Өфө дәүләт нефть техник ун‑ты. Составына 9 ф‑т (производство процестарын автоматлаштырыу, архитектура‑төҙөлөш,...
НЕФТЬ ТЕХНИКУМЫ
НЕФТЬ ТЕХНИКУМЫ, Өфөлә урынлашҡан, 1946 й. Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө эсендә) асылған. 2003 й. Яғыулыҡ‑энергетика колледжы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: етештереү процестарын автоматлаштырыу, нефть һәм газ эшкәртеү, органик синтез...
НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘР
НЕФТЬ ҮТКӘРГЕС, нефть ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, алып килгән, ҡабул иткән, сығарып ебәргән һәм технологик Н.ү. айыралар. Магистраль Н.ү. төп һурҙырып ҡыуыу станцияларынан, ер аҫты, һыу аҫты, ерҙәге, ер өҫтөндәге үткәргес торбаларҙан һ.б. объекттарҙан тора, нефтте ҡабул итеү...
НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ
НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ, химияның нефть берләшмәләренең, уларҙың ҡатнашмаларының составтарын, үҙенсәлектәрен һәм химик үҙгәрештәрен, эшкәртеү процестарын өйрәнгән өлкәһе. Н.х. төп бурыстары — нефть т‑да белешмәләр банкы булдырыу, нефтте рациональ эшкәртеү юлдарын билдәләү маҡсатында углеводородтарҙың, гетероатомлы...
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ КОЛЛЕКТОРҘАРЫ
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ КОЛЛЕКТОРҘАРЫ, нефть һәм тәбиғи газды урынлаштырыу һәм баҫым түбәнәйгәндә уларҙы үҙҙәре аша үткәреү мөмкинлеге булған тау тоҡомдары. Н.һ.г.к. күбеһе ултырма тоҡомдарҙа барлыҡҡа килә; шулай уҡ вулкан тоҡомдары менән бәйле булған Н.һ.г.к. билдәле. Күҙәнәклек, сатнағанлыҡ, ҡыуышлыҡ һ.б. үҫеше...
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ ҺӘМ ЯҢЫ МАТЕРИАЛДАР ИНСТИТУТЫ
НЕФТЬ-ГАЗ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ ҺӘМ ЯҢЫ МАТЕРИАЛДАР ИНСТИТУТЫ, дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы. 2009 й. Өфөлә Нефттең химик механика үҙәге һәм БР ФА‑ның Экологик тикшеренеүҙәр үҙәге (2005 й. асылған) базаһында БР ФА‑ның Н.‑г.т.һ.я.м.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып БР‑ҙың Нефть-газ технологиялары...
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺЫУЫ
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺЫУЫ, продуктив горизонттарҙа нефть һәм газ менән бергә булған ер аҫты һыуҙары. Тәбиғи составы буйынса башлыса хлорид‑кальцийлы, һирәгерәк гидрокарбонат‑натрийлы, сульфатһыҙ йәки сульфаты аҙ булған һыуҙар. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә ҡатлам баҫымын тотоу өсөн төрлө...
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, ҡатлам-коллекторҙан нефть һәм тәбиғи газды сығарыу б‑са эштәр комплексы. Сығарыу скважиналарының забойына ҡарата ҡатламдағы шыйыҡлыҡтың һәм газдың хәрәкәтенә идара итеүҙе, макс. килемле нефть һәм газ сығарыуҙы тәьмин итеү маҡсатында скважиналарҙың һанын, урынлашыуын,...
НЕФТЬ ЫҪМАЛАЛАРЫ
НЕФТЬ ЫҪМАЛАЛАРЫ, туйындырылған углеводородтарҙа эрей торған, түбән т‑раларҙа ҡайнаған юғары молекуляр гетероатомлы нефть компоненттары (массаһы б‑са 1—20%). Ҡара йәки көрән төҫтәге насар осҡан ҡаты йәки ныҡ йәбешкәк аморф матдәләр; уртаса мол. м. 400—1500; инерт атмосферала йомшарыу т‑раһы 35—90°С;...
НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ
НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, нефть эшкәртеү б‑са яғыулыҡ сәнәғәте тармағы. Нефть продукттары (ароматик углеводородтар, битумдар, ҡаҙанлыҡ яғыулығы, минераль майҙар, мотор яғыулығы, нефтле кокс, олефиндар, парафиндар, пектар, эреткестәр, әлифтәр һ.б.) етештерә. Нефть продукттары нефтехимия сәнәғәте өсөн...
НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, бер йәки бер нисә сәнәғәт нефть ятыштарынан торған ултырма ҡатлам, һирәгерәк ер ҡабығының кристаллы тоҡом участкалары. Геол. структураларға тура килеүенә ҡарап, структур (көмбәҙ), литологик һәм риф ятыштары айырыла. Нефттең айырым ятыштары бер геол. ҡатламда (литологик, гидродинамик,...
НЕХОРОШКОВА Тамара Павловна
НЕХОРОШКОВА Тамара Павловна (25.5.1953, Златоуст ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2003). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй. 1982 й. алып БДУ‑ла, 1985 й. — ӨДНТУ‑ла (2004 й. башлап сит телдәр каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре когнитив лингвистика мәсьәләләренә: номинация теорияһына; инглиз...
НЕЧАЕВ Евгений Павлович
НЕЧАЕВ Евгений Павлович [6.3. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Миәҙек а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 27.2.1999, Псков ҡ.], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1934—35). 1933 й. алып Борай р‑нының Яңы Киҙгән мәктәбендә уҡыта, 1935—36 йй. Мари АССР‑ы мәктәптәренең береһендә эшләй. 1954 й. башлап...
НЕЧАЕВА Тамара Павловна
НЕЧАЕВА Тамара Павловна (17.10. 1922, Воронеж губ. Народная ст. ҡсб – 16.8.2003, Өфө), скульптор, керамика оҫтаһы, монументалист, рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1974), БАССР‑ҙың халыҡ (1968) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Рәссамдар союзы ағзаһы (1943). 1940—41 йй. Ленинградтың Мәскәү р‑ны...