Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЗОН

ОЗОН (гр. телендә оzon — еҫле), О3, кислородтың аллотроп модификацияһы, газ (шыйыҡ хәлдә ҡарағусҡыл күк, ҡаты хәлдә шәмәхә‑күк төҫтә); tҡайнау—112°С; tиреү—192,6°С. Аҙ концентрацияла булғанда саф хуш еҫле, ҙур концентрацияла киҫкен еҫле, ағыулы, ПДК‑һы 0,16 мг/м3. Атмосферала кислород молекулаһы фотолитик...

ОЙОШҺЕРКӘ

ОЙОШҺЕРКӘ (Сephalanthera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда оҙон япраҡлы О. һәм ҡыҙыл О. үҫә. Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары эре, ҡыяҡ‑ланцет йәки киң ланцет. Сәскәләре...

ОКРУГ СУДЫ

ОКРУГ СУДЫ, мировой судьялар (ҡара: Мировой суд) хөкөмөнә бирелә алмаған беренсе инстанция енәйәт һәм граждандар эштәрен ҡарай торған дөйөм юстицияның суд власы орга‑ ны; мировой судьялар съездары сығарған ҡарарҙарҙың законлы булыуын тикшереп, уларға ҡарата икенсе инстанция ролендә сығыш яһаған. Суд...

ОКТАН ҺАНЫ

ОКТАН ҺАНЫ, бензиндарҙың детонацияға сыҙамлылығының н‑гептан м‑н эталон ҡатнашмаһында изооктандың күләменә тигеҙ (%‑ҙа) булған үлсәме, ул бер цилиндрлы ғәҙәти двигатель шарттарында детонация сыҙамлылығы б‑са һыналған бензинға эквива‑ лент була. Изооктандың детонацияға сыҙам булыуы шартлы рәүештә 100...

ОКТЯБРҘЕҢ 40 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ОКТЯБРҘЕҢ 40 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑ты ҡарамағында 1957—97 йй. Сибай ҡ. эшләй. 450 һәм 150 урынлыҡ 2 тамаша залы, спорт залы, грим, түңәрәк эштәре, костюм бүлмәләре, китапханаһы була. Мәҙәниәт һарайында 40 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 14 ҡыҙыҡһыныу буйынса...

ОКТЯБРЬ МӘМЕРЙӘҺЕ

ОКТЯБРЬ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ғафури р‑ны Ташаҫты а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3,7 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында, “Еҙем тәбиғи паркы” терр‑яһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө девондың фамен ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Шахта м‑н асылған горизонталь галереялы ҡыуышлыҡтан тора; Киндерле мәмерйәһе м‑н...

ОКТЯБРЬ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬ, О к т я б р ь с к и й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 63 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 46 км алыҫлыҡта Сосновка й. (Оло Уртаҙым й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 133 кеше; 1959 — 318; 1989 — 265; 2002 — 235; 2010 — 201 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ОКТЯБРЬ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 31 км һәм Загородная т. юл ст. 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 188 кеше; 1959 — 227; 1989 — 151; 2002 — 145; 2010 — 151 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Сурай...

ОКТЯБРЬСК, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬСК, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Сверд‑ ловск өлк.) К.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 120 кеше; 1959 — 254; 1989 — 501; 2002 — 580; 2010 — 394 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ОКТЯБРЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Уральск а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Учалы т. юл ст. 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 291 кеше; 1959 — 341; 1989 — 299; 2002 — 249; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана...

ОКТЯБРЬСКИЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына 1‑се (1949 й. ойошторолған), 2‑се (1969) икмәк з‑дтары инә. 2007 й. 295 кеше эшләгән. Икмәк-булка, керәндил, сохарый, кондитер изделиелары етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм ТР‑ҙа һатылған. 1949 й. Октябрьский икмәк з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1991...

ОКТЯБРЬСКИЙ КЕРАМИК ПЛИТКА ҺӘМ ФАРФОР ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ КЕРАМИК ПЛИТКА ҺӘМ ФАРФОР ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1961 й. ойошторола, 1963 й. Октябрьский фарфор-фаянс з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1967 й. керамик плитка цехы төҙөлә башлай, 1969 й. алып О.к.п.һ.ф.и.з., 2001 й. ябыла. Составына фарфор һауыт-һаба (1963 й. асылған), керамик плитка (1969)...

ОКТЯБРЬСКИЙ КОММУНАЛЬ‑ТӨҘӨЛӨШ ТЕХНИКУМЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ КОММУНАЛЬ- ТӨҘӨЛӨШ ТЕХНИКУМЫ, 1968 й. О.к.-т.т. булараҡ асыла, 2014 й. —Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: сәнәғәт һәм граждан биналарының электр ҡорамалдарын монтажлау, көйләү һәм файҙаланыу, газ...

ОКТЯБРЬСКИЙ КҮН АЯҠ КЕЙЕМЕ КОМБИНАТЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ КҮН АЯҠ КЕЙЕМЕ КОМБИНАТЫ. 1960 й. Октябрьский аяҡ кейемдәре ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1993 й. алып ДУП, 2001 й. Октябрьский күн з‑ды (1969 й. ойошторолған) м‑н берләштерелгәндән һуң О.к.а.к.к., 2003 й. башлап ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына күн һәм аяҡ кейемдәре производстволары...

ОКТЯБРЬСКИЙ МАХСУС ТЕХНОЛОГИЯ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ МАХСУС ТЕХНОЛОГИЯ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, автомобилдәр өсөн деталдәр, комплектлау изделиела‑ ры һәм запас частар етештереү пр‑тиеһы. 1986 й. Октябрьский эксперименталь тәж. з‑ды базаһында “Автоприбор” ПБ‑ның О.м.т.ҡ.з. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ЯСЙ, 1996 й. — муниц. пр‑тие, 2009 й. ябыла....

ОКТЯБРЬСКИЙ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ, 1956 й. урындағы сәнәғәт ҡала комб‑ты (1946 й. асылған) базаһында О.м.ф. булараҡ ойошторола, 1963 й. алып Өфө мебель комб‑ты (ҡара: “Башмебель”) составында: Октябрьский мебель цехы, 1972 й. башлап Өфө филиалы, 1975 й. — О.м.ф.; 1986—88 йй. “Башлеспром” берекмәһе составында,...

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЕЙЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЕЙЫ. 1957 й. Октябрьский тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1980—2013 йй. Мил‑ ли музей филиалы; 1990 й. А.П.Шокуров исеме бирелә. Фонд нигеҙен (32 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге) археологик коллекция тәшкил итә; ш. уҡ мари ҡыҙының туй кейеме; СССР‑ҙың Художество фонды...

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ, 1969 й. музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2012 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә инструменталь башҡарыу (йүнәлештәре: халыҡ оркестры инструменттары, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары, ҡыллы оркестр инструменттары, фп.), музыка теорияһы, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү,...

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1951 й. нефть техникумы булараҡ асыла, 1974 й. С.И.Кувыкин исеме бирелә, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 1957 й. Геологоразведка техникумы, 2014 й. — Һөнәрселек лицейы №56 м‑н берләштерелә. Дүртөйлө ҡ. филиалы бар (1966). Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә нефть...

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдары (500‑ҙән ашыу төр), уларға запас частар, нефть промыслаһы инструменттары яһау һәм ремонтлау пр‑тиеһы; нефть промыслаһы ҡорамалдарын техник яҡтан хеҙмәтләндерә, йөк күтәреү ҡоролмаларына, ҡаҙандарҙы күҙәтеү...