Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЛЬХОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ОЛЬХОВКА, А к т а ш, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 336 кеше; 1989 — 249; 2002 — 221; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дим...

ОЛЬХОВЫЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ОЛЬХОВЫЙ, 119‑сы йылҡысылыҡ заводының үҙәк усадьбаһы, Өфө р‑нындағы ауыл, Ольховка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 35 км һәм 24‑се км т. юл разъезынан Т.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 510 кеше; 1959 — 517; 1989 — 721; 2002 — 790; 2010 — 889 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). О. Йылҡысылыҡ...

ОМОНИМДАР

ОМОНИМДАР (гр. homoјs — бер төрлө һәм oЈnyma — исем), әйтелеше б‑са тап килгән, әммә мәғәнәһе б‑са бер‑береһенә бәйләнмәгән һүҙ йәки һүҙ өлөштәре. Телдең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә телдә һүҙҙәрҙең фонетик яҡтан үҙгәреүе, ш. уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең, һүҙьяһалыштарҙың һәм һүҙҙәрҙең үҙгәреү процестары,...

ОМСК ӨЛКӘҺЕ

ОМСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында Иртыш й. басс. урынлашҡан. Төмән өлкәһе, Ново‑ сибирск, Томск өлк., Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Омск ҡалаһы. 1934 й. ойошторолған (хәҙ. Төмән өлк. терр‑яһы, Ҡурған өлкәһенең һәм Свердловск өлкәһенең өлөштәре ингән), 1943 й. алып хәҙ....

ОМФАЦИТ, минерал

ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары энәле, призматик; айырып алыу формаһы: бөртөктәр. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6;...

ОН ҠУҢЫҘҘАРЫ

  ОН ҠУҢЫҘҘАРЫ, ҡаты ҡанатлылар отрядының ҡыбырҙауыҡтар ғаиләһенең Tenebrio һәм Tribolium затына ҡараған төрҙәре. Бер нисә мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 30‑ға яҡын төрө, ш. иҫ. оло (ҡырҡыу насар еҫле) һәм бәләкәй О.ҡ., бар. Кәүҙәһе оҙонса, оло О.ҡ. (оҙонлоғо 12—16 мм) ҡара йәки...

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ, иген культуралары аҙығын әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармағы. Он, ярма, ҡатнаш мал аҙығы, аҡһымлы-витаминлы өҫтәмәләр һ.б. эшләп сығара. 19 б. аҙ. Өфө губернаһында башлыса түбән сифатлы он тарттыра торған постав тибындағы кустар тирмәндәр...

ОНГОН

ОНГОН (монголса), ғаилә йәки ырыу башлығының рухы, уның изге һынланышы. Ҡайһы бер монгол һәм төрки халыҡтарҙың традицион рухи мәҙәниәтендә таралған. Башҡорттарҙа тотем хайуан, ҡош йәки ағас (ҡара: Тотемизм); исламға тиклемге дини инаныуҙарҙың традицион элементы. Оран һәм тамға м‑н бер рәттән ырыу-ҡәбиләнең...

ОНДАТРА

ОНДАТРА (Ondatra zibethicus), кимереүселәр отрядының ирләндәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Төньяҡ Америкала таралған, Евразия климатына яраҡлаштырылған. Кәүҙә оҙонлоғо 40 см, массаһы 1,5 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, һирәк ҡылсыҡ йөндәре һәм йомшаҡ мамыҡ м‑н, төҫө асыҡ‑көрәндән алып ҡараға тиклем, ҡорһағы...

ОНИКС

ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың сиратлашыуынан ғибәрәт, карнеол‑оникс — ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙар сиратлаша. 2) Мәрмәр О. — йәшкелт, һарғылт һәм алһыу төҫтәге...

ОНКОЛОГИЯ

ОНКОЛОГИЯ (гр. oјnkos — масса, күләм, күбеү һәм ...логия), шештәрҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина һәм биология өлкәһе. Башҡортостанда О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б....

ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ

ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, һаулыҡ һаҡлау дәүләт учреждениеһы. Шештәрҙе иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау б‑са Башҡортостандағы төп махсуслаштырылған үҙәк. Өфөлә урынлашҡан. Составына көнөнә 313 кеше ҡабул итерлек 2 поликлиника һәм 632 урынға иҫәпләнгән стационар инә. Стационарҙа дөйөм онкология, торакаль,...

ОНЛО ЫСЫҠ БӘШМӘКТӘРЕ

ОНЛО ЫСЫҠ БӘШМӘКТӘРЕ, э р и з и ф б ә ш м ә к т ә р (Erysiphales), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр тәртибе. Яҡынса 100 төрө билдәле, киң таралған. Мицелийы күп күҙәнәкле, үҫемлектәр өлөштәре өҫтөндә, һирәк осраҡта япраҡ туҡымалары күҙәнәктәрендә (Leveillula, Phyllactinia заттары) үҫешә. Емешлек...

ОНОМАСТИКА

ОНОМАСТИКА (гр. onomastikoјs – атамаға ҡағылышлы), яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнгән тел ғилеме бүлеге: кеше исемдәре (антропонимдар), геогр. объекттарҙың атамалары (топонимдар), илаһтар (теонимдар), хайуандар (зоонимдар), күк есемдәре (астронимдар), йыһан киңлеге өлөштәре һәм йондоҙлоҡтар (космонимдар),...

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ, металдар онтағын, иретмәләрҙе һәм химик берләшмәләрҙе, уларҙан яһалған ярым фабрикаттарҙы һәм изделиеларҙы йәки уларҙың металл булмаған онтаҡтар м‑н ҡатышмалаларын төп компонентты иретмәйенсә етештереү. О.м. технологияһы түбәндәге төп стадияларҙы үҙ эсенә ала: тәүге онтаҡтарҙы алыу...

ОНТОЛОГИЯ

ОНТОЛОГИЯ (гр. ón, эйәлек килеш óntos — булмыш һәм …логия), философия бүлеге, йәшәйеш, уның төп принциптары, структураһы һәм законлыҡтарын тикшереүсе тәғлимәт. БР‑ҙа О. проблемалары А.Р. Абдуллин, Б.С. Ғәлимов, А.Ф. Кудряшёв, М.С. Ҡунафин, Ф.М. Неганов, Д.Ә. Нуриев, Р.Й. Рәхмәтуллин, А.И. Селиванов,...

ООМИЦЕТТАР

ООМИЦЕТТАР (Oomycetes), бәшмәктәр класы. 4 тәртибе, 550 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 4 тәртибе, 100‑ҙән ашыу төрө бар. Мицелийы яҡшы үҫешкән, бер күҙәнәкле, күп ядролы. Күҙәнәк көбө күпселек бәшмәктәрҙән айырмалы хитиндан түгел, целлюлоза һәм глюкандан тора. Енесһеҙ үрсеү ҡауырһын һәм...

ОПЕРА

ОПЕРА (итал. оpera), музыкаль театр сәнғәтенең төрө; һүҙ, музыка һәм сәхнә күренештәре синтезына нигеҙләнгән муз.‑драматик әҫәр. Ҡайһы берҙә О. балет күренештәрен, диалогты үҙ эсенә ала. О. әҙәби нигеҙе — либретто. 20 б. 10—20‑се йй. “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппаларының йолалар, легендаларҙан торған...

ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ

ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1938 й. 14 дек. Башҡ. дәүләт опера театры булараҡ асыла, 1941 й. алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Беренсе художество етәксеһе һәм баш дирижёры — П.М.Славинский, баш реж. һәм дир. — Б.Ғ.Имашев, балетм. — Н.Г.Зайцев, баш рәссамы — Н.В.Ситников, баш...

ОПОКА, тау тоҡомо

ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит бөртөктәре ҡушылмалары булған аморф кремнезёмдан тора. О. кремнезём миҡдары 92—98%‑ҡа тиклем. Төҫө асыҡ һоронан ҡарағаса. Һынылышы...