Список материалов
РЕВОЛЮЦИОН РӘСӘЙ РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ
РЕВОЛЮЦИОН РӘСӘЙ РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, Р Р Р А, 1922 й. ойошторола, 1928 й. алып Революция рәссамдары ассоциацияһы (РРА), 1932 й. тарҡала. 1925 й. Өфө филиалы ойошторола. Совет ысынбарлығын дөрөҫ сағылдырған, халыҡҡа аңлайышлы булған әҫәрҙәр ижад итеү ассоциацияның төп бурысы була. РРРА ағзаларының...
РЕВОЛЮЦИЯ (1905—07)
РЕВОЛЮЦИЯ (1905—07), Б е р е н с е Р ә с ә й р е в о л ю ц и я һ ы, 20 б. башында Рәсәйҙә дөйөм милли кризис һөҙөмтәһендә тыуа. 1905 й. 9 ғин. С.‑Петербургта тыныс демострацияны атыу Р. башланыуға сәбәп була. Өфөлә күмәк сығыштар 200‑гә яҡын кеше ҡатнашҡан 12 ғин. митингыһынан һуң башлана. Революцион...
РЕВОЛЮЦИЯ (1917)
РЕВОЛЮЦИЯ (1917), Рәсәйҙең сәйәси һәм соц.‑иҡт. ҡоролошон ҡырҡа үҙгәрткән ҙур тарихи ваҡиға. Ике этапҡа бүлеп йөрөтөлә: батша самодержавиеһын ҡолатҡан Февраль демократик революцияһы һәм власть большевиктар тарафынан баҫып алынып, совет власы урынлаштырылған, капитализм бөтөрөлөп, социализмға күсеү иғлан...
РЕВОЛЮЦИЯ КӨРӘШСЕЛӘРЕНӘ ХАЛЫҠ-АРА ЯРҘАМ ОЙОШМАҺЫ
РЕВОЛЮЦИЯ КӨРӘШСЕЛӘРЕНӘ ХАЛЫҠ‑АРА ЯРҘАМ ОЙОШМАҺЫ (РКХЯО), 1922 й. аҙ. Коммунистик Интернационалдың (Коминтерн) 4‑се конгресы ҡарары б‑са хеҙмәтсәндәрҙе аҡ террорҙан һаҡлау һәм аҡ террор ҡорбандарына ярҙам итер өсөн ойошторола. Сәйәси тотҡондарға, вафат булған революционерҙар ғаиләләренә, сәйәси эмигранттарға...
РЕГИОНОЛОГИЯ
РЕГИОНОЛОГИЯ (ингл. region — өлкә, территория һәм ...логия), төбәк- ара хеҙмәт бүленешендә төбәктең махсуслашыуын иҫәпкә алып уның комплекслы үҫешенең законлыҡтарын тикшергән фәнни йүнәлеш. Үҙ эсенә иҡтисад, социология, төбәк экологияһы, төбәк м‑н идара итеү теорияһын һ.б. ала. Башҡортостанда Р. өлкәһендә...
РЕГУЛ, йондоҙ
РЕГУЛ, Арыҫлан α‑һы, аҡ кәрлә йондоҙ. 3 йондоҙҙан торған система. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,35. Диаметры Ҡояштан 3 тапҡырға ҙурыраҡ. Йондоҙ Ерҙән 85 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Зодиакаль йондоҙлоҡҡа инә. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Март урталарында, төн уртаһында йондоҙ офоҡ...
РЕДУКЦИЯ
РЕДУКЦИЯ (лат. reductio — ҡайтыу, кире килтереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, өндөң (башлыса һуҙынҡының) оҙайлылығының ҡыҫҡартылыуы йәки көсөргәнештең көсһөҙләнеүе м‑н барлыҡҡа килгән артикуляцион һәм акустик үҙгәреүе. Башҡорт телендә Р. сонор тартынҡылар йоғонтоһонда күп ваҡыт [ы],...
РЕДЬКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл
РЕДЬКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 63 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 332 кеше; 1920 — 385; 1939 — 532; 1959 — 589; 1989 — 824; 2002 — 821; 2010 — 898 кеше. Мариҙар...
РЕДЬКИНА Нина Николаевна
РЕДЬКИНА Нина Николаевна (30.3.1961, Томск өлк. Терсалгай а.), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2009). Томск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. башлап Ботаника баҡса‑институтында, 1999 й. — “Иммунопрепарат” ДУП‑ының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2000 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында, 2008 й. —...
РЕЗЕДА
РЕЗЕДА (Reseda), резеда һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән төрө — һары Р. үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабаҡтары тармаҡлы, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта төҙ йәки йәйенке, ҡытыршы йәки ҡырлы, бейеклеге...
РЕЗЕРВУАР
РЕЗЕРВУАР (лат. reservo — һаҡлайым), нефть, нефть продукттарын һәм шыйыҡландырылған газды, һыуҙы, химик продукттарҙы һ.б. ҡабул итеү, һаҡлау, техник эшкәртеү һәм ебәреү өсөн һыйышлыҡ. Конструкцияһы б‑са вертикаль һәм горизонталь; тура мөйөшлө, шар һымаҡ һ.б.; материалы б‑са — ҡорос, тимер‑бетон һ.б.;...
РЕЗИНА-АСБЕСТ СӘНӘҒӘТЕ
РЕЗИНА-АСБЕСТ СӘНӘҒӘТЕ, резина-техник (ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар), асбест-техник изделиелар, киң ҡулланыштағы резина изделиелары етештереү б-са нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Р.‑а.с. 1942 й. республикаға “Резинотехника” (Ярославль ҡ.) һәм “Красный треугольник” (Ленинград)...
РЕЗИНАЛАР ҺӘМ РЕЗИНА‑ТЕХНИК ИЗДЕЛИЕЛАР
РЕЗИНАЛАР ҺӘМ РЕЗИНА-ТЕХНИК ИЗДЕЛИЕЛАР, юғары һығылмалы, ҡайтмалы (йөҙәрләгән %‑ҡа) деформацияға һәләтле каучуктарҙың вулканизация продукттары. Р.һ.р.‑т.и. эшләр өсөн сеймал булып составында каучук (масса б‑са 20—60%), антиоксиданттар, активаторҙар, вулканизацияны тиҙләткестәр, вулканизациялаусы агенттар,...
РЕЙНСДОРП Иван Андреевич
РЕЙНСДОРП Иван Андреевич (Иоганн Генрих), Р е й н с д о р ф И.А. (1730, Дания — 3.2.1781, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑поручик (1771). Дворяндарҙан. 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалын, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1746 й. алып рус армияһында....
РЕКЛАМА
РЕКЛАМА (франц. re¼clame), тауарға ихтыяж булдырыу өсөн тауарҙың (хеҙмәт күрһәтеүҙең) ҡулланылыш үҙенсәлектәре т‑да мәғлүмәт таратыу; маркетингының ҡушма өлөшө булып тора. Объектҡа бәйле тауар, соц., сәйәси, корпоратив (өҫтөнлөклө) Р.; тәьҫир итеү ысулына бәйле — акустик, визуаль, акустик‑визуаль, визуаль‑һиҙерлек...
РЕКОНСТРУКЦИЯ
РЕКОНСТРУКЦИЯ м а ш и н а э ш л ә ү с ә н ә ғ ә т е н д ә, хәҙ. производство майҙандарында һәм хеҙм‑рҙәр һаны ш. уҡ булғанда яңы продукция етештереүҙе ойошторор өсөн производство процестарын һәм технологияларын тамырынан үҙгәртеп ҡороу, етештереү ҡеүәттәрен әҙерләү б‑са саралар комплексы. Р. эсенә реконструкция,...
РЕКРЕАЦИОН АҒАС УЛТЫРТЫУ
РЕКРЕАЦИОН АҒАС УЛТЫРТЫУ, урман фондының ял итеү, һаулыҡты нығытыу һ.б. маҡсаттар өсөн тәғәйенләнгән бер өлөшө (ҡара: Рекреацион ресурстар). Р.а.у. ҡалалар һәм ауылдар, урман парктары, йәшел (һаҡлана торған) зона, шифахана- курорт учреждениелары һ.б. эсендә ултыртылған ағастар инә. Шулай уҡ пляжға,...
РЕКРЕАЦИОН ГЕОГРАФИЯ
РЕКРЕАЦИОН ГЕОГРАФИЯ, география бүлеге, терр. рекреацион системаларҙың барлыҡҡа килеү, урынлашыу һәм эшләү законлыҡтарын өйрәнә. Археология, тыуған яҡты өйрәнеү, тарих, экология, культурология, климатология һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Р.г. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. Башҡорт дәүләт университетында...
РЕКРЕАЦИОН РЕСУРСТАР
РЕКРЕАЦИОН РЕСУРСТАР, ял итеү, дауалау, һауыҡтырыу, танып белеү һ.б. маҡсаттарҙа ҡулланыла алған тәбиғи, тарихи‑мәҙәни, соц.- иҡт. мөхит объекттары һәм күренештәре йыйылмаһы. Тәбиғи Р.р. терр‑яның геогр. урыны, рельеф үҙенсәлектәре, климат ресурстары, тәбиғи һәм антропоген акваль комплекстарҙың, ш....
РЕКРИСТАЛЛИЗАЦИЯ
РЕКРИСТАЛЛИЗАЦИЯ, ҡыҙҙырғанда (мәҫ., яндырғанда) деформацияланған материалдарҙың (а һүрәте) микроструктураһы үҙгәреүе процесы (был ваҡытта яңы бөртөктәр барлыҡҡа килә, уларҙың ҙурайыуы күҙәтелә); системаның ирекле энергияһының кәмеүенә килтерә. Деформация__барышында дислокацияларҙың тығыҙлығы 108 алып...