Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УСМАНОВ Шамил Ғәйепйән улы

УСМАНОВ Шамил Ғәйепйән улы (24.10.1940, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Сирбай а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (2013). К.А.Тими- рязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1968) Күгәрсен р‑нының “Октябрь” с‑зында зоотехник‑селекционер булып эшләй. 1970—74 йй. 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ында...

УСМАНОВ Юнир Барый улы

УСМАНОВ Юнир Барый улы (20.9. 1931, Стәрлетамаҡ ҡ. –2.8.2012, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1950– 53 йй., 1957–59 йй., 1962–82 йй. “Сода” ААЙ‑ның (Стәрлетамаҡ) 1‑се карбонлау цехында аппаратсы, 1959 й. башлап һәм 1982–97 йй. слесарь‑ремонтлаусы. 1965 й. У. юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән....

УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы

УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы (28.11.1971, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Күсей а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Баймаҡ районы Күсей урта мәктәбендә, 1997—98 йй. Сибай урта мәктәп‑интернатында уҡытыусы булып эшләй. 2000 й. алып “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе, бер үк...

УСМАНОВА Клара Фуат ҡыҙы

УСМАНОВА Клара Фуат ҡыҙы (18.4.1952, Ҡустанай ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1966). Л.Ф.Усманованың һеңлеһе. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1997 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире), 2002 й. башлап Төмән а.х. акад. соц.‑иҡт. фәндәре каф. мөдире. 2007 й. алып Магнитогорск техник ун‑тында:...

УСМАНОВА Людмила Фуат ҡыҙы

УСМАНОВА Людмила Фуат ҡыҙы (7.6.1950, Етеғара ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2001). К.Ф.Усманованың апаһы. Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1971), БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында, 1974 й. алып БДУ‑ла, 1996 й. — ӨДАТУ‑ла эшләй, 2001—02 йй. Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм хоҡуҡ ин‑ты ректоры (Өфө),...

УСМАНОВА Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы

УСМАНОВА Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1.5.1950, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡарамалы а., хәҙ. БР‑ҙың ш.уҡ р‑ны Ишмөхәмәт а.), тел белгесе, педагог-методист. Филол. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2017), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан...

УСМАНОВТАР

УСМАНОВТАР, сауҙагәрҙәр. Ғәйфулла Ғәлиулла улы У. (1856—?). Стәрлетамаҡ ҡ. тирмәне, мануфактура магазины, ҡунаҡханаһы, 3 йорто булған. 1898—1914 йй. Стәрлетамаҡ ҡала думаһы һәм өйәҙ земство йыйылышы гласныйы; Ғәбиҙулла Ғәлиулла улы У. Өфөлә “Усмановтар һәм К°” сауҙа йортон төҙөгән, һабын ҡайнатыу з‑ды,...

УСНЕЯ

УСНЕЯ (Usnea), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың субарктик, уртаса бүлкәттәрендә һәм Үҙәк Америкала таралған. Башҡортостанда һаҡаллы У., еп һымаҡ У., яланғас У. һәм башҡа 11 төрө үҫә. Талломдары тармаҡлы, тырпайып йәки бер аҙ...

УСОВА Антонина Васильевна

УСОВА Антонина Васильевна [4.8. 1921, АСБР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ҡарлыхан а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) – 8.8.2014, Силәбе], педагог‑методист. Рәсәй мәғариф акад. академигы (1995), пед. ф. д‑ры (1970), проф. (1973). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған...

УСПЕНИЕ ИР‑ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

УСПЕНИЕ ИР‑ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ (3‑сө класлы). 16 б. аҙ. Өфөлә Савва‑Сторожи монастыры (Звенигород ҡ.) монахтары тарафынан асыла (унда һуңынан Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры урынлаша). Секулярлаштырыу осоронда ябыла, 1799 й. Ырымбур һәм Өфө епархиялары (ҡара: Өфө епархияһы) асылыу м‑н Өфөнән 3 саҡрымда...

УСПЕНКА, Архангел р‑нындағы ауыл

УСПЕНКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Краснокуртовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Приуралье т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡорт й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 48 кеше; 1939 — 266; 1959 — 241; 1989 — 97; 2002 — 117; 2010 — 87 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

УСПЕНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл

УСПЕНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 125 кеше; 1959 — 128; 1989 — 147; 2002 — 131; 2010 — 139 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй....

УСПЕНСКИЙ Глеб Иванович

УСПЕНСКИЙ Глеб Иванович (25.10. 1843, Тула ҡ. — 6.4.1902, С.‑Петербург), яҙыусы. “Растеряев урамы йолалары” (“Нравы Растеряевой улицы”; 1866), “Ауыл көндәлегенән” (“Из деревенского дневника”; 1877—80) очерк китаптары, “Бөлгөнлөккә төшөү” (“Разоренье”; 1869—71) повестар йыйынтығы һ.б. авторы. 1889 й....

УСТИЛЯГО

УСТИЛЯГО (Ustilago), торон бәшмәктәр заты. Яҡынса 350 төрө билдәле, киң таралған. Ҡыяҡлыларҙың облигат паразиттары. Мицелийы дикариотик, күҙәнәк‑ара. Базидиялары 4 күҙәнәкле, тынлыҡ хәлендәге споранан (телиоспоралар) үҫеп сыға. Телиоспоралары эре, ҡара төҫтә, сәнскеле, һирәгерәк шыма, диам. яҡынса 15...

УСТЬ‑ӘЙӘҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл

УСТЬ‑ӘЙӘҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 113 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 188 км алыҫлыҡта Аяҙ й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 96 кеше; 1920 — 118; 1939 — 324; 1959 — 390; 1989 — 397; 2002 — 255; 2010 — 227 кеше....

УСТЬ‑ҮГЕҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл

УСТЬ‑ҮГЕҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 105 км һәм Һилейә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 180 км алыҫлыҡта Юғыҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 29 кеше; 1939 — 209; 1959 — 616; 1989 — 147; 2002 — 104; 2010 — 86 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

УСТЬЕ I, археологик ҡомартҡыһы

УСТЬЕ I, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 20—17 бб. ҡарай. Силәбе өлк. Горный ҡасабаһынан көньяҡ- көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Түб. Туғаҙаҡ й. (Уй й. басс.) уң ярында урынлашҡан. 1983 й. С.В.Вершинина тарафынан асыла, 1984—90 йй. Н.Б.Виноградов өйрәнә. 3000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Күп ҡатламлы...

УСТЮГОВ Николай Владимирович

УСТЮГОВ Николай Владимирович [23.12.1896, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Синеглазов ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Синеглазов а. (Копейск ҡ. составында), — 24.9.1963, Вильнюс], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1957), проф. (1959). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Граждандар һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған...

УҪАҠ БӘШМӘГЕ

УҪАҠ БӘШМӘГЕ, базидиомицеттар класының лекцинум затына ҡараған бәшмәктәрҙең бер нисә төрө. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда һарғылт һоро, йәки ҡыҙғылт һоро У.б. һәм ҡыҙыл У.б. үҫә. Эшләпәләренең диам. 30 см тиклем, тәүҙә сите һабына ныҡлап һырынған ярымшар формаһында, һуңынан ситтәренән тиресә...

УҪАҠ, Бөрө р‑нындағы ауыл

УҪАҠ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 262 кеше; 1920 — 287; 1939 — 296; 1959 — 290; 1989 — 219; 2002 — 212; 2010 — 223 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....