Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФЁДОРОВКА ҠӘБЕРЛЕГЕ

ФЁДОРОВКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ уртаһына ҡарай. Фёдоровка ҡасабаһы (Силәбе ҡ. составына инә) эргәһендә Мейәс й. уң ярында урынлашҡан. 1936 й. К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Ҡурғандар (диам. 5—28 м, бейеклеге...

ФЁДОРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ

ФЁДОРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты дәүере археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 14 б. 2‑се ярт. — 12 б. 1‑се ярт. инә. Фёдоровка ҡәберлеге исеме м‑н аталған. Андрон мәҙәни-тарихи берлегенә инә. Башлыса Урал м‑н Иртыш йй. араһында (ҡара: Приплодный Лог, Путиловка биләмәһе) таралған, ҡайһы бер ҡомартҡылар Көньяҡ...

ФЁДОРОВКА РАЙОНЫ

ФЁДОРОВКА РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Стәрлебаш, көнсығышта — Мәләүез, көньяҡта — Көйөргәҙе р‑ндары, көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Стәрлебаш р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр....

ФЁДОРОВКА УРТАМӘКТӘБЕ №1

ФЁДОРОВКА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Фёдоровка р‑нында урынлашҡан. 1875 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1907 й. алып земство мәктәбе, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1981 й. хәҙ. исемен...

ФЁДОРОВКА, ауыл, Өфө составында

ФЁДОРОВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Калинин р‑нының Фёдоровка а/с үҙәге. Өфөнән К.-Көнс. 43 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 328; 1939 — 404; 1959 — 518; 1989 — 504; 2002 — 617; 2010 — 545 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ФЁДОРОВКА, ауыл, Фёдоровка р‑нының үҙәге

ФЁДОРОВКА, ауыл, Фёдоровка р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Фёдоровка а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 200 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Фёдоровка, Мәләүез—Фёдоровка, Стәрлетамаҡ—Фёдоровка автомобиль юлдарында...

ФЁДОРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл

ФЁДОРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Ҡуянсыҡ й. (Уҫы й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1164 кеше; 1920 — 1653; 1939 — 970; 1959 — 504; 1989 — 272; 2002 — 243; 2010 — 260...

ФЁДОРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ФЁДОРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 69 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 851 кеше; 1917 — 1689; 1959 — 425; 1989 — 420; 2002 — 503; 2010 — 524 кеше. Башҡорттар,...

ФЕДОРЦЕВ Игорь Васильевич

ФЕДОРЦЕВ Игорь Васильевич (29.11.1929, Кичкасс ҡ. — 26.9.2018, Өфө), тау инженеры. Техник ф. канд. (1973), проф. (1994). РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлаған (1952). 1953 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресында: производство‑техник...

ФЕДОСОВ Владимир Сергеевич

ФЕДОСОВ Владимир Сергеевич (3.9.1984, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Хәрби физик культура ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург, 2006). Уҡ атыу б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө; тренеры Л.А.Федосова). Рәсәй чемп. (2008, 2011) һәм Рәсәй кубогын яулаусы (2008),...

ФЕДУЛЕВ Иван Петрович

ФЕДУЛЕВ Иван Петрович, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казак. Яйыҡ казак ғәскәрендә (ҡара: Урал казак ғәскәре) хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1774 й. ғин. башында ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Төп ғәскәр составында Түб. Волга буйына тиклем барып еткән....

ФЕЛЬДШЕР‑АКУШЕРЛЫҠ ПУНКТТАРЫ

ФЕЛЬДШЕР‑АКУШЕРЛЫҠ ПУНКТТАРЫ, ауыл ерендә башланғыс (табипҡа тиклемге) этапта мед. ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Халҡы 300 кешенән ашыу булған торама пункттарҙа һәм яҡын-тирә ауылдарҙа (4 — 5 км) башҡа дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары булмағанда ойошторола. Мед. ярҙамы фельдшер, патронаж...

ФЕЛЬЕТОН

ФЕЛЬЕТОН (фр. feuilleton), йәмғиәттең кәмселектәрен һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәрен фашлауға йүнәлтелгән үткер художестволы публицистик әҙәби жанр. Йәмәғәтселек фекере формалашыуында ҙур роль уйнай. Ф. тәнҡитле, йыш комик, ш. иҫ. сатирик, башланғыс хас. Төп үҙенсәлектәре: хәбәр иткән йәки фекер йөрөткән...

ФЕНИЛКЕТОНУРИЯ

ФЕНИЛКЕТОНУРИЯ (фенилаланин һүҙенән, кетондар һәм гр. uron — бәүел), ф е н и л п и р о в и н о г р а д о л и г о ф р е н и я һ ы, нәҫел ауырыуы, уға аминокислота алмашыныуы боҙолоу һәм нервы системаһы зарарланыу хас. Үҫеш сәбәптәре: фенилаланиндың һәм уның патологик продукттарының ҡанда тупланыуына...

ФЕНИНА Эвелина Павловна

ФЕНИНА Эвелина Павловна (10.11. 1929, Троицк ҡ. — 28.6.2014, Өфө), сәнғәт ғилеме белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1979). Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Ленинград ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) БДХМ‑да эшләй (1957 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1976—2011 йй. БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Нестеров...

ФЕНОЛ‑ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ФЕНОЛ‑ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, фенолдың формальдегид м‑н поликонденсацияһының олигомер продукттары, уларҙың ҡатыуы һөҙөмтәһендә ҡораулы полимерҙар барлыҡҡа килә. Синтез ысулына (катализатор тибы, компоненттарҙың нисбәте һ.б.) бәйле резол (термореактив) һәм яңы лак (термопласт, ҡатырғыс булғанда термореактивҡа...

ФЕНОЛДАР

ФЕНОЛДАР, молекулаларында ароматлы ҡулса атомдары м‑н бәйләнгән бер йәки бер нисә гидроксил төркөм булған ароматик берләшмәләр. Гидроксил төркөм һаны б‑са бер‑ (фенол, крезол, ксиленол), ике‑ (пирокатехин, резорцин, гидрохинон), өс‑ (пирогаллол, флороглюцин, оксигидрохинон) һәм күп атомлыларға бүленә....

ФЕНОЛОГИЯ

ФЕНОЛОГИЯ (гр. phainomenа — күренеш һәм ...логия), тәбиғәт миҙгелдәрендәге күренештәр, уларҙың башланыу ваҡыты һәм был ваҡытты билдәләгән сәбәптәр т‑дағы фән. Термин фәнгә Ш.Морран тарафынан индерелә (1853). Дөйөм, шәхси, фәнни, ғәмәли Ф.; йәнһеҙ тәбиғәт (метеорологик һәм гидрологик күренештәр), биофенология...

ФЕНХЕЛЬ

ФЕНХЕЛЬ (Foeniculum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4—5 төрө билдәле, Африкала, Көньяҡ һәм Көньяҡ‑Көнсығыш Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Урта Азияла таралған. Башҡортостанда ябай Ф. үҫтерелә. Ике йәки күп йыллыҡ үҙенсәлекле еҫе һәм тәме булған, орсоҡ формаһындағы итләс тамырлы күгелйем...

ФЕНЧЕНКО Николай Григорьевич

ФЕНЧЕНКО Николай Григорьевич (5.11.1939, Украина ССР‑ы Енковцы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1992). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2006), БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1990), РСФСР‑ҙың а.х. отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1988). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ...