Список материалов
ҺӘҮБӘНОВА Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы
ҺӘҮБӘНОВА Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы [9.11.1914, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 16.7.2002, Өфө], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1970) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1933; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев...
ҺӘҮЕРТАШТАР
ҺӘҮЕРТАШТАР, метаморфик тау тоҡомдары. Һ. минераль составы төрлө, кварц, слюдалар, хлорит, амфиболдар, тальк, карбонаттар өҫтөнлөк итә. Саф Һ. (башланғыс метаморфизмдың ваҡ бөртөклө тоҡомдары: балсыҡлы, составында балсыҡ минералдары булған аспид Һ.); кристаллы Һ. (урғылыусы тау тоҡомдары б‑са ортоһәүерташтарға...
ҺЕЙҘЕК ТАШЫ АУЫРЫУЫ
ҺЕЙҘЕК ТАШЫ АУЫРЫУЫ, у р о л и т и а з, кеше һәм хайуандарҙың бәүел бүлеп сығарыу системаһында конкременттар барлыҡҡа килеүенә бәйле ауырыу.
Кешенең Һ.т.а. Ауырыу башланыуына матдәләр алмашыныуының һәм уродинамиканың боҙолоуы, бөйөрҙә, һейҙек юлдарында шешеү һәм инфекция процестары, нәҫелдән килгән...
ҺЕЛӘҮҺЕН
ҺЕЛӘҮҺЕН (Felis lynx), йыртҡыстар отрядының бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 82—107 см, ауырлығы 8—17 кг (һирәк осраҡта 32 кг тиклем), инә Һ. вағыраҡ. Төҫө тоноҡ һары‑күкһелдән алып көрәнһыу ҡыҙылға тиклем, арҡаһында, ян‑яҡтарында һәм...
ҺЕЛӘҮҺЕН КИНЙИН
ҺЕЛӘҮҺЕН КИНЙИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Кинйә Арыҫлановтың улы. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла. Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 1773 й. көҙөндә — 1774 й. яҙында Нуғай даруғаһы халҡы араһында Пугачёвтың манифестарын...
ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР
ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы I төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: калий, литий, натрий, рубидий, франций, цезий. Көмөш төҫлө (цезий — алтынһыу һары); еңел иреүсән металдар. Шыйыҡ аммиакта, ҡайһы бер алкиламиндарҙа һәм полиэфирҙарҙа эрей; химик активлығы юғары;...
ҺЕЛТЕЛЕ‑ЕР МЕТАЛДАРЫ
ҺЕЛТЕЛЕ‑ЕР МЕТАЛДАРЫ, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы II төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: кальций, стронций, барий. Көмөш төҫлө, сүкелеүсән, һығылмалы металдар; һауала зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге оксидтар (барий — пероксидтар), карбонаттар, нитридтар плёнкаһы м‑н ҡаплана; Һ.‑е.м....
ҺЕҢРӘН, башҡорт ҡәбиләһе
ҺЕҢРӘН, башҡорт ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғаһы _\_ Этник яҡтан төрки ҡәбиләләргә һәм фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығынан төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә. 16 б. аҙ. — 17 б. башында Күсем нәҫеле м‑н...
ҺЕҢРӘН, Илеш р‑нындағы ауыл
ҺЕҢРӘН, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡәҙер а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 137 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1068 кеше; 1920 —1322; 1939 — 1081; 1959 — 782; 1989 — 482; 2002 — 419; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ҺЕПЕРТКЕ ҮЛӘН
ҺЕПЕРТКЕ ҮЛӘН, с ы б ы ҡ с а (Kochia), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Африкала һәм Төньяҡ Американың көнбайышында, Евразияның дала һәм ярымсүл зоналарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр, һирәк осраҡта ярым ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары күтәрелеүсән,...
ҺЕРКӘЛӘНЕҮ
ҺЕРКӘЛӘНЕҮ, һеркәне сәскәле үҫемлектәрҙә емешлек ауыҙына йәки яланғас орлоҡло үҫемлектәрҙә орлоҡ бөрөһөнә һеркәлектәрҙән күсереү. Һ. аталаныуға килтерә. Һ. 2 тибы айырыла: ситтән һәм үҙенән‑үҙе Һ. Башҡортостан флораһының күпселек орлоҡ үҫемлегенә ситтән Һ. хас (бер үҫемлектең сәскәһен икенсе үҫемлектең...
ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР
ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР, ағалтын, алтын һ.б. файҙалы компоненттары булған ватыҡ материал тупланмаһы. Төп сығанаҡтарҙың емерелеүе һөҙөмтәһендә, ш. уҡ аралаш коллекторҙарҙы (юғары концентрациялы ҡиммәтле минералдары булған терриген тау тоҡомдары) яңынан йыуыу юлы м‑н барлыҡҡа килә. Генезисы б‑са аллювиаль,...
ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ
ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һигеҙенсе март а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Приют т. юл ст. Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 650; 1959 — 986; 1989 — 817; 2002 — 814; 2010 — 778 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...
ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы
ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы (30.3.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). И.Х.Һиҙиәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 21‑се дауаханала (өҙөклөк м‑н) эшләй, 1990—92 йй. Урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһында...
ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы
ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы (28.10.1933, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡужан а. — 8.2.2003, шунда уҡ), хирург. Мед. ф. канд. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Хәйбулла районының үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1961 й. алып Әбйәлил р‑ны Урал ауыл участка дауаханаһы мөдире....
ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна
ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна (29.4.1964, Өфө), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ф.А. Нәҙершинаның ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1991 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2000 й. башлап өлкән, 2003 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла...
ҺИЖРӘТ
ҺИЖРӘТ (ғәр.), 622 й. сент. Мөхәммәттең һәм уның артынан эйәреүселәрҙең Мәккә ҡ. Йәсриб ҡ. (һуңыраҡ Мәҙинә) күсенеүе. Ғүмәр хәлифә ваҡытында (634—644 йй. идара иткән) Һ. йылы яңы мосолман эраһының башы тип иғлан ителә. 1‑се айҙың (мөхәррәм) 1‑се көнөнән — 622 й. 16 июленән башлана. Һ. йылы 12 ай айынан...
ҺИКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
ҺИКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 150 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 237 кеше; 1920 — 379; 1939 — 371; 1959 — 222; 1989 — 189; 2002 — 165; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ҺИКӘЯҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл
ҺИКӘЯҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Һикәяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һикәяҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1527 кеше; 1920 — 1531; 1939 — 787; 1959 — 566; 1989 — 634; 2002 — 773; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар...
ҺИКҺӘНБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
ҺИКҺӘНБАЙ, Ҡ а л а й, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Мерәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 330 кеше; 1920 — 292; 1939 — 328; 1959 — 155; 1989 — 142; 2002 — 124; 2010 — 104 кеше....