Список материалов
ҺЫНТАШТАР
ҺЫНТАШТАР, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары. Башҡортостанда Һ. тораташтарҙан (яугирҙарҙы, ҡайһы берҙә ҡатын‑ҡыҙҙарҙы сағылдырған 1,4 м бейеклектәге һындар), менгирҙарҙан (ергә вертикаль ҡаҙып ултыртылған 1—2 м бейеклектәге мегалитик ҡоролмалар), болан таштарынан (яҙыулы йәки һүрәт төшөрөлгән гранит...
ҺЫНТАШТЫ
ҺЫНТАШТЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡтың аҙ. — 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се сирегенә ҡарай. Силәбе өлк. Рымникский ҡасабаһы янында Һынташты й. (Тубыл й. һул ҡушылдығы) ярында урынлашҡан. 1968 й. Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) экспедицияһы тарафынан асылған һәм...
ҺЫНТАШТЫ МӘҘӘНИӘТЕ
ҺЫНТАШТЫ МӘҘӘНИӘТЕ, Һынташты ‑Арҡайым мәҙәниәте, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙ. — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Һынташты й. эргәһендәге торама б‑са аталған. Көньяҡ Уралда Һ.м. 20‑нән ашыу нығытмалы торамаһы (Арҡайым, Берсуат, Ҡуйсаҡ, Һынташты, Устье Iһ.б.) асылған,...
ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ
ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Өфө губ. 1867 й. сауҙагәр В.И.Видинеев (Романовская пустошь торама пункты) һәм 1879 й. Австрия подданныйы Г.И.Вольмут тарафынан һыра ҡайнатыу з‑дтары (Беренсе донъя һуғышына тиклем эшләй) төҙөлөүгә бәйле үҫешә башлай. 20 б. 20‑се йй....
ҺЫРҒА, а л ҡ а
ҺЫРҒА, а л ҡ а, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа ярым ай йәки өҙөк балдаҡ рәүешендәге һәм оҙон Һ. булған, уларҙың биҙәкле уртаһына тәңкәле сулпылар йәки муйынсаҡ м‑н мәрйен бөртөктәре тағылған (суҡлы алҡа). Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан эшләнгән. Зәргәр деталдәр гравировка, ҡарайтыу,...
ҺЫРҒАНАҠ
ҺЫРҒАНАҠ (Нippophaё), ноҡот һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда эт муйылы һымаҡ Һ. үҫтерелә. Ике өйлө, сәнскеле, ныҡ тарбаҡлы ҡыуаҡ йәки ағас, бейеклеге 3,5 м тиклем, ҡараһыу һоро ҡабыҡлы. Япрағы һаплы, сиратлы, бөтөн,...
ҺЫРҒАТУЙ
ҺЫРҒАТУЙ, ҡ о л а ҡ т е ш л ә т е ү, башлыса 5—12 йәшлек балаларҙы йәрәштереү йолаһы (ҡара: Ҡоҙалау). Бәйләнештәр булдырыу һәм һаҡлау, ғаиләнең соц. статусын һәм матди хәлен яҡшыртыу, ҡалым түләү мөҙҙәтен оҙайтыу маҡсатында башҡорттар төрлө ырыу һәм ырыу бүленештәренә ҡараған ғаиләләр араһында Һ. үткәргән....
ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ
ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ, металл ҡырҡҡыс инструменттың винт һымаҡ хәрәкәте ваҡытында деталдең цилиндр йәки конус рәүешендәге өҫкө йөҙөндә һыр барлыҡҡа килеү процесы. Ҡырҡыу, пластик деформация, был ысулдарҙы комбинациялау юлы м‑н ҡулдан йәки металл ҡырҡыу станоктарында башҡарыла. Һ.э. өсөн ҡырҡҡыстар, метчиктар,...
ҺЫРҘЫ, башҡорт ҡәбиләһе
ҺЫРҘЫ, башҡорт ҡәбиләһе. Табын ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғаһы . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Формалашыуы һәм этник тарихы табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуы м‑н тығыҙ бәйле. 16 б. тиклем Йүрүҙән й. үҙәне, Әй й. үрге ағымы терр‑яһын биләй,...
ҺЫРТ
ҺЫРТ, уйһыулыҡтар һәм йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән һөҙәк битләүле һәм яҫы түбәле ҡалҡыулыҡ. Һ. платформаның ҡатлаулы нигеҙендә формалаша, макс. бейеклеге диңгеҙ кимәленән 350—400 м тиклем етә; һыу айырғыс булып тора. Респ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡтараҡ ятҡан терр‑яһын Дөйөм Һырттың ситке...
ҺЫРТЛАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ҺЫРТЛАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Иштуған а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 678; 1939 — 599; 1959 — 453; 1989 — 294; 2002 — 320; 2010 — 335 кеше. Башҡорттар...
ҺЫУ АЙЫРҒЫС
ҺЫУ АЙЫРҒЫС, һыу йыйыу бассейндары араһындағы сик. Ер өҫтө һәм ер аҫты Һ.а. айырыла. Тауҙарҙа һырттың өҫтө м‑н тап килә, тигеҙлектәрҙә аҡмаһы булмаған ике йылға араһынан ғибәрәт. Тымыҡ һәм Һинд океандарына ҡойған йылғаларҙың, Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океандарға ҡойған йылғаларҙың бассейндарын сикләгән...
ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ
ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ, һ ы у а л ы у, гидроэнергетика, һыу менән тәьмин итеү, һуғарыу һ.б. ихтыяждарында һыу сығанағынан (йылға, күл, һыуһаҡлағыс, ер аҫты сығанағынан) алынған тейешле сифаттағы һыуҙы һыу үткәргескә (канал, үткәргес торба, тоннелдәр һ.б.) кәрәкле миҡдарҙа һәм һыу ҡулланыу режимына яраҡлы...
ҺЫУ АҪТЫ ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРЫ
ҺЫУ АҪТЫ ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРЫ, һыу аҫты үткәүелдәр е, һыуһаҡлағыстар, каналдар, диңгеҙҙәр, күлдәр, боғаҙҙар, йылғалар һ.б. м‑н киҫешкән урындарҙа һыу ятҡылығының төбөндәге үткәргес торбалар. Һыу ятҡылығының төбөнә һалыу юлы б‑са тәрәнәйтелгән (тәбиғи һыу төбөнән тәрәнерәк), тәрәнәйтелмәгән (һыу төбөндә...
ҺЫУ БАЛАНСЫ
ҺЫУ БАЛАНСЫ, ниндәйҙер ваҡыт эсендә атмосферала, ер шарында һәм уның айырым участкаларында һыуҙың килеме һәм сығымы нисбәте. Һ.б. ер өҫтө һәм ер аҫты аҡмалары, яуым‑төшөм, парланыу һ.б. төҙөй. Ҡоро ерҙең Һ.б. өсөн төп бәйләнеш хас: билдәле терр‑ялағы яуым‑төшөмдөң миҡдары парланыу һәм аҡманың суммаһына...
ҺЫУ БӨРСӘЛӘРЕ
ҺЫУ БӨРСӘЛӘРЕ (Daphnia), тармаҡлы мыйыҡлылар ярым отрядына ҡараған ҡыҫала һымаҡтар заты. 26 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап сөсө һыу ятҡылыҡтарында таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар: планктон Һ.б., ябай Һ.б., D. cucullata, D. magna. 2 мм тиклем оҙонлоҡтағы (ата Һ.б. инә заттарҙан 1,5—2,5 тапҡырға бәләкәйерәк)...
ҺЫУ БӨРСӨГӨ
ҺЫУ БӨРСӨГӨ (Utricularia), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Ер шарының тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Тамырҙары булмаған күп йыллыҡ бөжәк ашаусы һыу үҫемлектәре. Һабаҡтары түшәлеүсән йәки йөҙмә, бейеклеге...
ҺЫУ ЙЫЙЫУ БАССЕЙНЫ
ҺЫУ ЙЫЙЫУ БАССЕЙНЫ, һыу йыйыу майҙаны, һыу йыйыу, ер өҫтөнөң һәм тупраҡ ҡатламының һыу айырғыс м‑н сикләнгән өлөшө, һыу унан һыу объектына ағып төшә. Ер өҫтө һәм ер аҫты Һ.й.б. айырыла, уларҙың сиктәре тап килмәүе мөмкин. Башҡортостан терр‑яһы Волга һәм Урал (Каспий диңгеҙе басс.), Обь (Төньяҡ Боҙло...
ҺЫУ КАДАСТРЫ
ҺЫУ КАДАСТРЫ, дәүләт терр‑яһының һыу ресурстары т‑да системалаштырылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын, ер аҫты һыуҙарын иҫәпкә алыу һәм һыу объекттарын экологик мониторингылау мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Һыу ресурстарының сифат, һан яғынан, геогр. һәм физик‑химик баһаһын һәм классификацияһын,...
ҺЫУ ҠАНДАЛАЛАРЫ
ҺЫУ ҠАНДАЛАЛАРЫ, ҡандалалар отрядына ҡараған бөжәктәрҙең бер нисә ғаиләһе (Gerridae, Hydrometridae, Vellidae һ.б.). Яҡынса 700 төрө билдәле, бөтә Ер шарында сөсө һыуҙа таралған. БР‑ҙа 5 төрө осрай: ҙур Һ.ҡ., күл Һ.ҡ., көмөш Һ.ҡ., G. odontogaster, G. thoracicus. Кәүҙәһе тар, оҙонса, оҙонлоғо 6—17 мм....