Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫУОСҠАН, тәбиғәт ҡомартҡыһы

ҺЫУОСҠАН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Яҡтыкүлдән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 2041 га. Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан тора. Һырт түбәләренән шарлауыҡтар (иң ҙуры 4 м) барлыҡҡа килтергән Һыуосҡан шишмәһе башлана. Ландшафы органоген‑ҡырсынташлы...

ҺЫУСӘСӘК

ҺЫУСӘСӘК (Butomus), һыусәсәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Сатырлы Һ. ғибәрәт, Европала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә таралған. Үрмә тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән кеүек һыу үҫемлеге. Һабағы уҡҡа оҡшаған, бейеклеге 50—150 см. Япрағы розеткалы, күп һанлы, тар ҡыяҡ, аҫҡы өлөшөндә өс ҡырлы,...

ҺЫУҺАҠЛАҒЫС

ҺЫУҺАҠЛАҒЫС, һыуҙы туплау һәм артабан файҙаланыу (ағас ағыҙыу, балыҡ үрсетеү, гидроэнергетика, рекреация, судносылыҡ, һуғарыу, һыу менән тәьмин итеү һ.б.), аҡманы көйләү өсөн һыу терәү ҡоролмалары м‑н йылға үҙәнендә төҙөлгән яһалма һыу ятҡылығы. Күп йыллыҡ, бер миҙгеллек, бер аҙналыҡ һәм тәүлек эсендә...

ҺЫУҺАР

ҺЫУҺАР (Martes martes), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европала, Көнбайыш Себерҙә, Кавказда, Кесе Азияла, Иранда таралған. Ата Һ. кәүҙә оҙонлоғо 48—55 см (инә Һ. вағыраҡ), ауырлығы 750—1500 г. Кәүҙәһе һомғол, башы бәләкәй, мороно киң, ҡыҫҡа, танау осо ҡара. Ҡолаҡтары ҙур, осло. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ,...

ҺЫУҺАРҘАР

ҺЫУҺАРҘАР (Mustelidae), йыртҡыстар отрядына ҡараған имеҙеүселәр ғаиләһе. 29 заты, яҡынса 70 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала таралған. БР‑ҙа 10 төрө бар. Кәүҙәһе оҙон, һығылмалы, бәләкәй (аҫ, йәтсә һ.б.) йәки ҙур (бурһыҡ). Төрлө төҫмөрҙә була: бер төҫлө йәки сыбар; арҡаһы...

ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Миәкә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223; 1959 — 259; 1989 — 284; 2002 — 293; 2010 — 313 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 750 кеше; 1920 — 748; 1939 — 617; 1959 — 631; 1989 — 602; 2002 — 794; 2010 — 825 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1342 кеше; 1920 — 1600; 1939 — 1814; 1959 — 1531; 1989 — 888; 2002 — 819; 2010 — 777 кеше. Сыуаштар, башҡорттар...

ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 — 1379; 1939 — 491; 1959 — 483; 1989 — 467; 2002 — 583; 2010 — 591 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺЫУЫР

ҺЫУЫР, б а й б а ҡ (Marmota bobak), кимереүселәр отрядының тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның дала зонаһында ҙур булмаған популяциялар м‑н осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 10 кг тиклем. Кәүҙәһе ҙур, һығылмалы, төҫө ҡом кеүек һарынан алып ҡуйы һороға тиклем; йөнө арҡаһында һәм ян‑яғында...

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА, есемдәрҙе яһалма һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән аппараттар, машиналар һәм ҡулайламалар; уртаса һыуыҡ т‑ра (‑150°С юғары) алыу мәсьәләләрен өйрәнгән техника өлкәһе. Эшләү принцибы б‑са компрессион (газ һәм пар), абсорбцион, пар эжекторлы һәм термоэлектрик һыуытҡыс ҡулайламалары айырыла....

ЦАДКИН Михаил Авраамович

ЦАДКИН Михаил Авраамович (18.2.1959, Салауат ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2006). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1983) БДУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге углеводород сеймалын деструктив каталитик эшкәртеүҙе тикшереүгә, изобутанды олефиндар м-н көкөрт к-таһы булғанда алкиллаштырыу ҡоролмаһы өсөн реакция...

ЦАРЕВА Рима Шөғәй ҡыҙы

ЦАРЕВА Рима Шөғәй ҡыҙы (1.5. 1941, Өфө), педагог. Филол. ф. канд. (1975), пед. ф. д-ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2004). СДПИ-ны тамамлағандан һуң (1964) Бәләбәй р-нының Спартак урта...

ЦВЕТАЕВ Александр Александрович

ЦВЕТАЕВ Александр Александрович (26.8.1896, Түб. Новгород губ. Наруксово а. — 1985, Өфө), географ. Пед. ф. канд. (1954). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын (1939), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1944) тамамлаған. 1934 й. алып Ишембай ҡ. 1-се урта мәктәбендә...

ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ

ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ. Бәләбәй р-ны Өҫән-Ивановка а. урынлашҡан. 1993 й. Марина Цветаеваның әҙәби-сәнғәт музейы булараҡ ойошторола, Милли музей филиалы, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.И.Цветаеваның...

ЦВЕТКОВА Елена Яковлевна

ЦВЕТКОВА (Барсова) Елена Яковлевна (1872, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Глумилин а., хәҙ. Өфө эсендә, — 28.6.1929, Мәскәү), йырсы (лирик-драматик сопрано). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1892; Е.А.Лавровская класы). 1886—88 йй. Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте концерттарында ҡатнашҡан....

ЦВИЛЛИНГ Самуил Моисеевич

ЦВИЛЛИНГ Самуил Моисеевич (1.1.1891, Тубыл ҡ. — 4.4.1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Изобильное ҡсб., хәҙ. Ырымбур өлк. Соль-Илецк р-ны Изобильное а.), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Революцион эшмәкәрлеге өсөн һөргөнгә ебәрелә, төрмәгә...

ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович

ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович (10.3.1960, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Николо­ Берёзовка эшселәр ҡсб), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2011), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй: 2002...

ЦЕЛЛЮЛОЗА‑ҠАҒЫҘ СӘНӘҒӘТЕ

ЦЕЛЛЮЛОЗА‑ҠАҒЫҘ СӘНӘҒӘТЕ, целлюлоза, ағас массаһы, ҡағыҙ, ҡатырға һәм уларҙан изделиелар, ш. уҡ этил спирты, мал аҙығы сүпрәһе, канифоль, скипидар һәм майлы к-талар етештереү б-са сәнәғәт тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында 1907 й. Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сахаров ҡасабаһында (хәҙ. БР-ҙың Нуриман р-ны...

ЦЕЛЛЮЛОЗА, биополимер

ЦЕЛЛЮЛОЗА, биополимер, ангидро-D-глюкозаның элементар быуындарынан торған {CHO(OH)} формулалы полисахарид, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә күҙәнәк көбөнөң нигеҙен төҙөй; полиацеталдәр класының гетеросылбырлы полимеры. Сығышы б-са үҫемлектәрҙән (мамыҡ, ағас, етен, рами, һинд сүсе, үлән һ.б.), хайуандарҙан...