Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЦЕНЗУРА, нәшриәт эшмәкәрлеге

ЦЕНЗУРА (лат. censura), нәшриәт эшмәкәрлеге, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, әҙәби һәм мәҙәни процесс өҫтөнән дәүләт күҙәтеүе. Тормошҡа ашырыу ысулы б-са тәү Ц. һәм язаға тарттырыусы Ц. (һуңынан үткәрелгән) айырыла. Рәсәйҙә 18 б. башында рухи Ц. рәүешендә барлыҡҡа килә. 1804 й. алып цензура уставы,...

ЦЕОЛИТТАР

ЦЕОЛИТТАР (гр. zeo — ҡайнайым һәм lithos — таш), дөйөм формулаһы Mex/n[AlxSiyO2(x+y)]*zH2O (Me — металл, n — уның окисланыу дәрәжәһе, х — алюмин, у — кремний, z — һыу молекулалары атомдарының һаны) булған алюмосиликаттар. Кристалл структураһы 3 үлсәүле каркасҡа дөйөм түбәләре м-н ҡушылған [SiO4]4-һәм...

ЦЕРЕЗИН

ЦЕРЕЗИН (лат. сera — балауыҙ), С36—С55 составлы ҡаты хәлдәге туйындырылған (күбеһенсә тармаҡлы алифатик) углеводородтарҙың ҡатышмаһы. Аҡтан алып көрәнгә тиклем төҫлө балауыҙ һымаҡ матдә; мол. массаһы 500—700, tиреү 65—85°С; һыуҙа һәм спирттарҙа эремәй, бензинда яҡшы эрей, минераль майҙарҙа эреүе сикләнгән....

ЦЕТАН ҺАНЫ

ЦЕТАН ҺАНЫ, эске яныулы двигателдең цилиндрында дизель яғыулығының үҙенән- үҙе янып китеүенең шартлы һанса күрһәткесе, ул стандарт һынау шарттарында тоҡаныусанлығы б-са цетан (Ц.һ. 100-гә тигеҙ) м-н α-метилнафталиндың (0-гә тигеҙ) тикшерелгән яғыулыҡҡа эквивалент булған ҡатышмаһындағы цетандың күләмен...

ЦЕХАНОВЕЦКИЙ Болеслав Павлович

ЦЕХАНОВЕЦКИЙ Болеслав Павлович (1857, Витебск губ. — 1917, башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1910), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1901). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч-щеһын тамамлаған (С.-Петербург, 1878). Юстиция министрлығында һәм Сенаттың 3-сө департаментында, 1879 й. алып Финанс...

ЦИБИЗОВ Леонид Герасимович

ЦИБИЗОВ Леонид Герасимович (2.1.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Красная Горка а. — 16.6.2009, Киев ҡ.), танкист, Украина Ҡораллы көстәренең ген.-майоры (2008). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сызрань танк уч-щеһын (1944), Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби акад. (Мәскәү, 1955) тамамлаған....

ЦИКЛОН

ЦИКЛОН (гр. kyklón — өйөрөлә, әйләнә), түбән атмосфера баҫымының перифериянан үҙәккә ҡарай яйлап кәмеү өлкәһе. Ц. ваҡытында Ер өҫтөндәге һауа үҙәккә күсә, Төньяҡ ярымшарҙа сәғәт теле хәрәкәтенә ҡаршы (ҡара: схема) һәм Көньяҡ ярымшарҙа сәғәт теле ыңғайына иҫкән әйләнмәле елдәр системаһы барлыҡҡа килә....

ЦИКЛОП

ЦИКЛОП (Cyclops), ишкәк аяҡтар отрядына ҡараған сөсө һыу ҡыҫала һымаҡтары заты. 250-нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда бер нисә төрө бар: егәрле Ц., ҡулай Ц. һ.б. төрҙәр. Кәүҙә оҙонлоғо 1—5,5 мм, төҫө аҙыҡҡа бәйле. Башы беренсе күкрәк сегменты м-н ҡушыла, баш-күкрәк...

ЦИКОРИЙ

ЦИКОРИЙ, быуын сәскә (Cichorium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Баш­ҡортостанда ябай Ц. үҫә. Тамырҙары үҫешкән, һөт кеүек һуты булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы тура, тарбаҡлы, ғәҙәттә шырт йәки бөҙрә төклө, бейеклеге 30—120...

ЦИНК

ЦИНК, т у т ы я, (Zincum), Zn, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы; төҫлө металдарға ҡарай. Тәбиғәттә 5 тотороҡло изотобы бар. 70-тән ашыу Ц. минералы билдәле (сфалерит, смитсонит, цинкит һ.б.). Зәңгәрһыу-аҡ төҫтәге металл; tиреү 419,58°С, тығыҙлығы 7133 кг/м3; бүлмә т-раһында...

ЦИОЛКОВСКИЙ Станислав Тимофеевич

ЦИОЛКОВСКИЙ Станислав Тимофеевич [8.12.1788 (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1785), Волынск губ. Белополье а. — 1842, Ырымбур губ. Андреевка а., Ырымбур ҡ. күсереп ерләнгән], хәрби эшмәкәр. Ген.-майор (1835). Дворяндарҙан. 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында, 1812 й. Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—14 йй....

ЦИРЕЛЬМАН Наум Моисеевич

ЦИРЕЛЬМАН Наум Моисеевич (6.5.1937, Бельцы ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1995), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). Одесса аҙыҡ-түлек һәм һыуытыу сәнәғәте технологик ин-тын тамамлағандан һуң (1963) Донецк ҡара металлургия ҒТИ-нда,...

ЦИРК СӘНҒӘТЕ

ЦИРК СӘНҒӘТЕ, акробатика, эквилибристика, жонглёрлыҡ итеү, клоунада, хайуандарҙы өйрәтеү һ.б. үҙ эсенә алған сәнғәт төрө. 19 б. аҙ. Өфөлә тәүге тапҡыр итальян труппаһы артистары гастролдәрҙә була, уларҙың сығыштары өсөн Үрге Сауҙа майҙанында түңәрәк ағас балаган төҙөлә. 20 б. башында Э.О.Стракай, В.Т.Соболевский,...

ЦИРКОН

ЦИРКОН (нем. Zirkon), утрау силикаттары ярым класы минералы, Zr[SiO4]. Составына гафний, торий, уран, ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары призма формаһында, дипирамидаль. Айырым кристалдар, үҫентеләр, бөртөктәр, радиаль-нурлы һәм дөрөҫ булмаған формалы агрегаттар рәүешендә осрай. Төҫө...

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “цирконий—углерод” бәйләнеше булған органик берләшмәләр. Ц.б. цирконий 0, +2, +3, +4 окисланыу дәрәжәһендә булыуы мөмкин. Комплекстарҙың күпселеге гетеролиганд типҡа ҡарай, 1—3 циклопентадиенил лигандлы комплекстар айырыуса күберәк өйрәнелгән. Составында η3-аллил,...

ЦИТОЛОГИЯ

ЦИТОЛОГИЯ (гр. kүtos — көпшә, күҙәнәк һәм ...логия), күҙәнәктәр т-да фән. Күп күҙәнәкле хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең туҡыма күҙәнәктәре төҙөлөшөн һәм функцияларын, ядро-цитоплазмалы комплекстарҙы (симпласттар, синцитийҙар һәм плазмодийҙар), бер күҙәнәкле хайуандарҙы һәм үҫемлек организмдарын, ш. уҡ бактерияларҙы...

ЦИТРОН

ЦИТРОН, ц е д р а т (Citrus medica), рута һымаҡтар ғаиләһенең цитрус затына ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Көньяҡ Ҡытай һәм Һиндостан. Тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа үрсетелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында (Павловский Ц.) һәм ябыҡ грунтта үҫтерелә. Бейеклеге 3,5 м тиклем булған ҡыуаҡлыҡ йәки ағас....

ЦИФИР МӘКТӘПТӘРЕ

ЦИФИР МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә дәүләт башланғыс уҡыу йорттары. Пётр I 1714 й. указы б-са һәр бер губернала дәүләт учреждениелары, армия һәм флот, сәнәғәт һәм сауҙа өсөн, ш. уҡ һөнәрселек мәктәптәренә уҡырға инеү өсөн грамоталы кешеләр әҙерләү маҡсатында монастырҙар һәм архиерей йорттары эргәһендә асыла....

ЦИЦЕРБИТА

ЦИЦЕРБИТА (Cicerbita), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, күбеһенсә Евразияның уртаса бүлкәтендәге таулы райондарҙа таралған. Башҡортостанда урал Ц. үҫә. Күп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы үлән, бейеклеге 80—200 см. Һабағы бураҙналы, ҡыуыш эсле, өҫкө өлөшөндә төклө....

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович (29.5.1975, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДПУ‑ны тамамлаған (2002). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). “Салауат Юлаев” (1992—95, 1998—99, 2000—01, 2004—06), Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү ҡ., 1995), “Аҡ...