Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАЙТАН ҠАЛАСЫҒЫ

ШАЙТАН ҠАЛАСЫҒЫ, Өфө ҡаласығы I, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы терр‑яһында Лысая тауында урынлашҡан. 18 б. П.С.Паллас тарафынан тасуирланған. 1878 й. Ф.А.Нефёдов, 1910—12 йй. В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг, 1973 й. Ю.А.Морозов өйрәнгән. Яҡынса...

ШАЙТАН ТАЯҒЫ

ШАЙТАН ТАЯҒЫ, с ә н с к ә к (Carduus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала, Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: бөҙрә Ш.т., Термер Ш.т., элмәле Ш.т. Йыуан, шыма тамырһабаҡлы ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тура, йыуан, ябай йәки...

ШАЙТАН ТЕКӘНЕ

ШАЙТАН ТЕКӘНЕ (Onopordum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Европа­ла, Төньяҡ Африкала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда сәнсеүсән Ш.т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, үрмәксе ауына оҡшаған, төклө, сәнскеле ҡанатлы, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге...

ШАЙТАНТАУ

ШАЙТАНТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау массивы, БР‑ҙың Ейәнсура, Хәйбулла р‑ндары һәм Ырымбур өлк. терр‑ялары буйлап Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығышындағы Һаҡмар һәм Ҡоруйыл йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 45 км, киңлеге 10—15 км (иң киң урыны — 20 км), абс....

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник (2010 й. алып). 1971 й. һунар йәнлектәре, һирәк осраған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторола. Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. көнбайышҡа табан 32,5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә, Шайтантау тау массивында урынлашҡан....

ШАКИР, Архангел р‑нындағы ауыл

ШАКИР, Я ң ы А ҡ т а ш, К р а с н о к у р т о в к а, Архангел р‑нындағы ауыл, Краснокуртовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 29 км һәм Приуралье т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорт й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 109 кеше; 1939 — 168; 1959 — 97; 1989 — 150; 2002 — 128; 2010...

ШАКИРИ Әхмәт, шағир

ШАКИРИ Әхмәт (ысын исеме Шакиров Әхмәт Мирғасим улы; 1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бишҡураз а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Бишҡурай а., — 1941), шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Фронтта һәләк булған. Ш. тәүге әҫәрҙәре 30‑сы йй. уртаһында “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз. баҫылып сыға. “Ҡара күҙлек...

ШАКИРЙӘНОВ Әнүәр Хафиз улы

ШАКИРЙӘНОВ Әнүәр Хафиз улы (5.1.1959, ТАССР‑ҙың Кесе Йылға а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) БНИИСХ‑ла эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — бүлек мөдире, 1999 й. — Шишмә үҫемлекселек селекцияһы үҙәге етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ШАКИРЙӘНОВ Мәғәнәүи Шакирйән улы

ШАКИРЙӘНОВ Мәғәнәүи Шакирйән улы (5.9.1930, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Ҡораласыҡ а.), үҫемлекселек белгесе. 1954—91 йй. Дүртөйлө р‑нында эшләй: 1960 й. алып “Әсән” к‑зының, 1965 й. — “Уңыш” к‑зының комплекслы бригадаһында бригадир. Ш. бригадаһы үҫемлекселектә һәм малс‑ҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1986...

ШАКИРОВ Алик Фәйез улы

ШАКИРОВ Алик Фәйез улы (30.11. 1953, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Һаҡмар с‑зының үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Арсёнов а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2008). Журналистар союзы ағзаһы (1980). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Ленинец” гәз. хәбәрсе, үҙ хәбәрсе, бүлек...

ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы

ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы (2.1.1956, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Һеңрән а.), географ. Геогр. ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1981 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресының 3‑сө төҙөлөш идаралығында (Өфө), 1985 й. — Өфө эре панелле йорттар төҙөү з‑дында, 1988 й. — Өфө ҡала баҡсасылар йәмғиәтендә эшләй....

ШАКИРОВ Әхмәтнур Сәлих улы

ШАКИРОВ Әхмәтнур Сәлих улы (2.5.1951, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ҡарман а.), хужалыҡ эшмәкәре. Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Профсоюздар хәрәкәте ин‑тын тамамлаған (Силәбе ҡ., 1992). 1968—69 йй. “Уралэнергомонтаж” тресының Ҡарман монтаж участкаһы слесары. 1972 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑ның Ҡарман ДРЭС‑ында...

ШАКИРОВ Дамир Фәйез улы

ШАКИРОВ Дамир Фәйез улы (15.2. 1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Респ. санитария мәғарифы йортонда эшләй. 1982 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта. 1991—93 йй. “Биос” пр‑тиеһының (Өфө) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни...

ШАКИРОВ Закир Шакир улы

ШАКИРОВ Закир Шакир улы [3.11. 1881, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 3.12.1968, Өфө], педагог‑мәғрифәтсе, тел белгесе. Хеҙмәт Геройы (1928). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (Ҡазан, 1902), А.Л.Шанявский ис. Мәскәү ҡала халыҡ ун‑тында...

ШАКИРОВ Йәүит Әхмәтғәли улы

ШАКИРОВ Йәүит Әхмәтғәли улы (2.1.1962, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Әхмәт а.), эстрада артисы, йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы, БР‑ҙың атҡ. артисы (2012). Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1983), Ҡазан театр уч‑щеһын (И.З.Хәйруллин курсы), Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын (Ф.Х.Хәмитова...

ШАКИРОВ Йыһандар Таһир улы

ШАКИРОВ Йыһандар Таһир улы [23.6.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Текән а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 5.5. 2006, Өфө], умартасы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), биол. ф. канд. (1967). РСФСР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1985), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

ШАКИРОВ Миҙхәт Закир улы

ШАКИРОВ Миҙхәт Закир улы (5.10. 1916, Өфө — 1.5.2004, шунда уҡ), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Ге­ройы (1981). З.Ш.Шакировтың улы. Бежица машиналар эшләү ин‑тын тамамлаған (1941). 1934—36 йй. паровоз вагондары ремонтлау з‑дында слесарь, 1941 й. алып 656‑сы Дәүләт союз з‑дында инженер, өлкән...

ШАКИРОВ Мөхлис Баҙыҡ улы

ШАКИРОВ Мөхлис Баҙыҡ улы (1.1.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мекәш а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Мәкәш а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1983), БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1957). 1948 й. алып Дәүләкән р‑нының “Башаҡ” к‑зында КПСС‑тың...

ШАКИРОВ Олег Николаевич

ШАКИРОВ Олег Николаевич (6.5. 1982, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт масте­ры (2003). БДПУ‑ны тамамлаған (2005). Хәҙерге бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары П.Е.Судовиков, А.М.Уткин). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2002—03),...

ШАКИРОВ Рәфҡәт Миҙхәт улы

ШАКИРОВ Рәфҡәт Миҙхәт улы (3.5.1945, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1991). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡ. төҙөүсеһе, РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995), СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1986), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларын...