Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАРТЛЫ ПАТОГЕН МИКРООРГАНИЗМДАР

ШАРТЛЫ ПАТОГЕН МИКРООРГАНИЗМДАР, ауырыу барлыҡҡа килтереү үҙсәнлектәре булмаған һәм һау кешелә инфекцион ауырыуҙар тыуҙыра алмаған төрлө микроб төркөмдәре (бактериялар, бәшмәктәр, иң ябайҙар, вирустар). Организмдың эске мөхитенә пассив күскәндән һуң патоген тәьҫир итә (анатомик барьерҙарҙың бөтөнлөгө...

ШАРФШТЕЙН Александр Хананович

ШАРФШТЕЙН Александр Хананович (23.2.1933, Харьков ҡ. — 22.8. 2009, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990). Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта 1953—60 йй. Урал политехник ин‑тында (Сверд­ловск ҡ.) һәм 1995—2000 йй. БДУ‑ла (1998—99 йй. инженерлыҡ физикаһы каф. мөдире)...

ШАРШАУ

ШАРШАУ, торлаҡты ир‑егет (ҡунаҡ) һәм ҡатын‑ҡыҙ (хужалыҡ) яғына бүлгән биҙәкләп һуғылған ҡорған, традицион инте­рьер элементы. Ҡыҙыл, һирәгерәк аҡ төҫтәге киндер (киңлеге 28—32 см) йәки кизе‑мамыҡ (40—50 см) туҡыманан тегелгән. Симметриялы рәсем алыу өсөн туҡыманың биҙәктәре бер‑береһенә тап килтерелгән,...

ШАРШЫ КҮКЕНЕ

ШАРШЫ КҮКЕНЕ (Alburnoides bipunctatus), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Арал, Балтик, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. таралған. БР‑ҙа Ағиҙел й. (Башҡорт ҡурсаулығынан алып Салауат ҡ. тиклемге участ­кала) һәм уның уң ярҙағы тау ҡушылдыҡтарында, ҡайһы берҙә таҙа быуаларҙа...

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ, ер ҡабығының структураһы һәм составы формалашыуында горизонталь хәрәкәттәрҙең роле т‑да тәғлимәт. Ш.т. авторҙары: М.А.Камалетдинов, Т.Т.Казанцева, Ю.В.Казанцев. Шарьяж структуралары 19 б. уртаһында Альп тауҙарында асыла (М.Бертран, М.Люже, Э.Арган һ.б.). Боронғо күсмә зоналарҙа улар...

ШАТАЛОВ Юрий Сергеевич

ШАТАЛОВ Юрий Сергеевич (8.4. 1940, Бүрәт‑Монгол АССР‑ының Уакит ҡсб — 1.9.1999, Өфө), инженер‑механик. Тех­ник ф. д‑ры (1981), проф. (1985). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992). ӨАИ‑ны тамамлаған (1962), 1966—99 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1983 й. алып йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре...

ШАТИЛОВ Иван Семёнович

ШАТИЛОВ Иван Семёнович (19.1. 1917, Воронеж губ. Махровка а. — 13.1.2007, Мәскәү), агроном. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ф. академияһы акад. (1972), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), а.х. ф. д‑ры (1968), проф. (1965). Соц. Хеҙмәт Геройы (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х....

ШАТМАНТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ШАТМАНТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 83 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1291 кеше; 1920 — 1547; 1939 — 821; 1959 — 697; 1989 — 613; 2002 — 693; 2010 — 528 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп...

ШАТОВ Александр Алексеевич

ШАТОВ Александр Алексеевич (5.8. 1945, Иваново өлк. Перепечино а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008), уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ отличнигы (1980), РФ‑тың почётлы химигы (2013), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1982). Иваново химия‑технология ин‑тын...

ШАТСКИЙ Николай Сергеевич

ШАТСКИЙ Николай Сергеевич (16.8. 1895, Мәскәү — 1.8.1960, шунда уҡ), тау инженеры. СССР ФА акад. (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1940), проф. (1933). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Мәскәү тау акад. тамамлаған (1929). Фәнни эшмәкәрлеге боронғо платформалар тектоникаһына, геосинклиналдәр...

ШАУЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл

ШАУЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Тибел й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 821 кеше; 1920 — 914; 1939 — 922; 1959 — 690; 1989 — 367; 2002 — 370; 2010 — 269...

ШАФИҠ”, оҙон көй

ШАФИҠ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр Ғ.З.Сөләймәнов 1938 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. А.Кәримовтан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ ижады” китабында (1‑се том, 1954) баҫтырып сығара, Н.Д.Шоңҡаров тарафы­нан 1965 й. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Беләүтамаҡ а. Я.Ф.Аҡмырҙиндан ноталар м‑н яҙып...

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы (1.10. 1939, Фрунзе — 29.1.2009, Өфө), яҙыусы, тәржемәсе, публицист. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). БДУ‑ны (1962), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1983) тамамлаған. 1962 й. алып “Ленинсы” гәз. эшләй,...

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы (1.10. 1939, Фрунзе — 29.1.2009, Өфө), яҙыусы, тәржемәсе, публицист. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). БДУ‑ны (1962), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1983) тамамлаған. 1962 й. алып “Ленинсы” гәз. эшләй,...

ШАФИҠОВ Мөнир Тәғдил улы

ШАФИҠОВ Мөнир Тәғдил улы (5.1. 1958, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нөрлө а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Благовещен р‑ны Ахлыстин тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1983 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология, гносеология, социаль философия, логика проблемаларына...

ШАФИҠОВ Сәғит Ғәйли улы

ШАФИҠОВ Сәғит Ғәйли улы (24.10. 1952, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1975), 1980 й. алып шунда уҡ уҡыта (1999 й. башлап инглиз теле, 2016 й. — инглиз теле һәм мәҙәниәт‑ара бәйләнештәр каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге лингв....

ШАФИҠОВ Таймаҫ Шафиҡ улы

ШАФИҠОВ Таймаҫ Шафиҡ улы (19.2.1899, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Оло Ҡуйһары а., — 1947), дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1931—33 йй. Соц. игенселек акад. уҡыған (Мәскәү). 1919 й. февр.—июнендә Рус армияһында, 1919—22 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1922 й....

ШАФИҠОВА Гөлсирә Мазһар ҡыҙы

ШАФИҠОВА Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16.5.1955, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Яңы Мишәр а.), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). 1976 й. алып Мәсетле р‑нында эшләй: район хеҙмәтсән депутаттар советының башҡарма ком‑ты хеҙм‑ре, 1978 й. башлап Йонос ауыл китапханаһында китапханасы, 2006—11 йй. мөдир. Балалар өсөн...

ШАФИҠОВА Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы

ШАФИҠОВА Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы (3.1.1949, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫәнбай а. — 4.5.2017, шунда уҡ), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). “Был йырым һинең хаҡта” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1985 й. сыға. Ш. шиғриәте шәфҡәтлелек, эскерһеҙлек м‑н һуғарылған. “Күҙ йәштәрем — көмөш тамсы” (2001), “Йәнемдә...

ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. Знаменка спирт з‑ды базаһында Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзы составында Ш.к.к. булараҡ ойошторола, 1995 й. ябыла. Составына консервалау, киптереү, кондитер цехтары; алкоголһеҙ эсемлектәр, крахмал производстволары ингән. 1995 й. 40‑тан...