Список материалов
АЛПАУЫТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ
АЛПАУЫТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә алпауыттарға милек хоҡуғында буйһонған крепостной крәҫтиәндәр. Крәҫтиәндәр категорияһы булараҡ 16 б. аҙ., крепостной хоҡуҡ урынлашҡандан һуң барлыҡҡа килә, Крәҫтиән реформаһына тиклем була. А.к. алпауыт ерҙәрендә йәшәгән, үҙҙәренә бүлеп бирелгән ер бүлемдәрен файҙаланған....
АЛПАУЫТТАР
АЛПАУЫТТАР, Рәсәйҙә 15 б. аҙ. — 20 б. башында төп килемде ер бүлемен файҙаланыуҙан алған дворян‑ер биләүселәр. А. барлыҡҡа килеүе поместье системаһы (хеҙмәтле кешеләрҙең дәүләт хеҙмәте үтәгән өсөн бөйөк кенәздән ер алыуы) төҙөлөүгә бәйле.
Башҡортостанда А. 16 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Дәүләт баяр балаларына,...
АЛСЫНБАЕВ Маҙһар Ситдыҡ улы
АЛСЫНБАЕВ Маҙһар Ситдыҡ улы (1.11.1937, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а. — 17.9.2010, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), тренер. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996), саңғы ярышы һәм биатлон (1963), велосипед спорты (1964) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1990)....
АЛСЫНБАЕВ Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы
АЛСЫНБАЕВ Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8.3.1949, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙылъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2007). РФ‑тың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (1999), БР‑ҙың атҡ. табибы (1995). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Глуховская” шифаханаһының бүлек мөдире, 1981 й. алып Благовещен үҙәк район...
АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ
АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус‑манжур телдәрен, ш. уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе. А.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотеза Н.А.Баскаков, З.Гомбоц, М.З.Зәкиев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н.Поппе, Г.И.Рамстедт, М.Рясянен...
АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе
АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмө). 1948 й. тиклем ойрот теле тип йөрөтөлә. Алтайҙарҙың милли теле, Алтай Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Кемерово өлкәһендә һәм Ҡаҙағстанда таралған. А.т. һөйләшеүселәр һаны 70 меңдән ашыу (1989). Фонетик системаһы б‑са айырыуса ҡырғыҙ теленә яҡын....
АЛТАЙ ТОҠОМО
АЛТАЙ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың нәҙек йөнлө, йөн‑ит йүнәлешле тоҡомо. 1930—49 йй. Алтай крайы хужалыҡтарында урындағы меринос һарыҡтарын рамбулье, австралия мериносы, аскания, кавказ тоҡомдары тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанда А.т. һарыҡтар 60‑сы йй. аҙ. үрсетелә. Малдар эре, кәүҙәһе...
АЛТАЙЫУ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с ҡарай
АЛТАЙЫУ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 488 кеше; 1920 — 490; 1939 — 496; 1959 — 460; 1989 — 408; 2002 — 375; 2010 — 261 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ваныш-Алпауыт...
АЛТАҠАР
АЛТАҠАР, Алсағыр (16 б. 1‑се ярт.), Нуғай мырҙаһы, Иҙеүкәй нәҫеленән. Муса бейҙең улы, Исмәғил м‑н Йософтоң туғаны. Баҫманға яҡын кешеләр иҫәбендә була. Баҫман яҡлауын алған Байтирәк мырҙа м‑н ер өсөн бәхәскә инә. А. үҙ улусы м‑н Эмба й. буйына күсеп китергә мәжбүр була, унан Баҫман биләмәләренә сапҡындар...
АЛТЕЙ, һиҙәп үлән
АЛТЕЙ, һиҙәп үлән (Althaea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда шифалы А. үҫә. Күп йыллыҡ бәрхәт төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 70—130 см. Тамырһабағы итләс тамырлы. Япрағы йомортҡа формаһында, бармаҡса уйымлы....
АЛТЫН
АЛТЫН (Аurum), Au, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы; затлы металдарға ҡарай. Тәбиғәттә бер тотороҡло изотобы бар. Юғары дәрәжәләге деформация тәьҫирендә һығылмалылығын һаҡлап ҡалыусы йомшаҡ һары металл; tиреү 1046,5°С, tҡайнау 2947°С, тығыҙлығы 19320 кг/м3. Юғары т‑раларҙа...
АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, Ер аҫтындағы алтын мәғдәндәренең ҙурлығы, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә эшкәртеүгә яраҡлы тәбиғи тупланмалары. Барлыҡҡа килеүе б‑са А.м.я. эндоген һәм экзоген ятҡылыҡтарға бүленә. Экзогендары — химик ашалыу ҡатлауҙары һәм окисланыу зоналарынан (карст зонаһы, “тимер...
АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ
АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙан алтын табыу б‑са тау сәнәғәте тармағы. 18 б. уртаһынан Башҡортостанда алтын һәм башҡа затлы металдарҙы эҙләү һәм табыуҙы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр алып бара. Ырымбур губернаһында сәнәғәт өсөн алтын табыу 1823 й....
АЛТЫН ТАМЫР
АЛТЫН ТАМЫР (Rhodiola), ҡалынъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 65 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Американың Атлантик һәм Тымыҡ океан ярҙарында таралған. Башҡортостанда ирәмәл А.т. үҫә. Ҡыҫҡа йыуан алтынһыу көрән тамырһабаҡлы, төп һәм күп һанлы ҡушымта тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы...
АЛТЫН УРҘА
АЛТЫН УРҘА, Жуси улусы, 13 б. 2‑се сиреге — 15 б. уртаһында көнбайышта Түбәнге Дунайҙан алып көнсығышта Иртыш й. басс. тиклем, көньяҡта Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән һәм Балхаш күленән алып төньяҡта Новгород ерҙәренә тиклем терр‑ялағы дәүләт. Монголдарҙың яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә Батый хан...
АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы
АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы (19.11.1956, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а.), баянсы. БР-ҙың атҡ. (1994) һәм халыҡ (2012) артисы. Салауат музыка уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977; Н.А.Гредин класы) 1978 й. тиклем музыка мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта район мәҙәниәт йортоноң (Мәләүез ҡ.) халыҡ...
АЛТЫНБАШ
АЛТЫНБАШ (Trollius), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа А. таралған. Бейеклеге 30—60 см булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай (ҡайһы ваҡыт аҙ тармаҡлы), һутлы, шыма. Тамыр эргәһе...
АЛТЫНҺЫУ СӘПСӘҮ, ҡош
АЛТЫНҺЫУ СӘПСӘҮ (Pluvialis apricaria), сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Башлыса Евразияла (Көнбайыш Европанан алып Таймырға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 26—29 см, ауырлығы 170—220 г, ҡанаттарының ҡоласы 67—76 см. Яҙын ата ҡоштарҙың арҡаһы ҡараһыу төҫтә, алтынһыу һары таплы, маңлайынан...
АЛТЫНҺЫУ ЫЛЫМЫҠТАР
АЛТЫНҺЫУ ЫЛЫМЫҠТАР (Chrysophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында, башлыса сөсө, һирәгерәк тоҙло һыу ятҡылыҡтарында һәм диңгеҙҙәрҙә, бер нисә төрө тупраҡта таралған. Эукариот, бер күҙәнәкле (яңғыҙ йәки колониаль) йәки күп күҙәнәкле, микроскопик, хәрәкәтһеҙ йәки ирекле...
АЛФАВИТ
АЛФАВИТ (грекса alphάbētos), телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы. Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана...