Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮҒАРЫ СПОРТ ОҪТАЛЫҒЫ МӘКТӘБЕ,

ЮҒАРЫ СПОРТ ОҪТАЛЫҒЫ МӘКТӘБЕ, БР дәүләт учреждениеһы, төрлө халыҡ‑ара ярыштарҙа, Олимпия ­уйындарында, Паралимпия­уйындарында һәм Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн юғары класлы спортсылар, РФ, БР йыйылма командалары һәм милли олимпиада командаһы ағзалары әҙерләү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1946...

ЮҒАРЫ СУД

ЮҒАРЫ СУД, суд ­власының федераль органы. РФ Конституцияһына, федераль конституцион закондарға, башҡа ҡануниәт акттарына ярашлы эшләй. 1923 й. ғин. Башҡ. республикаһында РСФСР‑ҙың Юғары трибуналы бүлексәһе, Башҡ. халыҡ судьялары советы (1920—22), Башҡ. революцион трибуналы (1919—22) һәм Өфө губ. революцион...

ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР. Эксплуатация үҙсәнлектәрен 250—300°С тиклем һаҡлайҙар. Юғары т‑раға (юғары т‑рала деструкцияға тотороҡло), йылылыҡҡа (механик йөкләнешкә деформацияһыҙ) сыҙамлылыҡ хас, улар полимер тибына, уларҙағы химик бәйләнештәрҙең ныҡлығына, кристаллик структураның дефекттарына,...

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ (вуздар), халыҡ хужалығының, фән һәм мәҙәниәттең төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү м‑н шөғөлләнгән махсус учреждениелар. Вуздарға академиялар, институттар, университеттар инә. Статус тармаҡҡа, ойоштороу‑хоҡуҡ формаһына, дәүләт аккредитацияһы булыу‑булмауына...

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, юғары­ белеме булған кешеләрҙең квалификацияһын күтәреүгә тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. РФ‑тың “Мәғариф тураһында” (1992), “Юғары һәм юғары уҡыу йорттарынан һуң профессиональ белем алыу тураһында” (1996) закондарына ярашлы эшләй. Юғары...

ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК

ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК, ҡайһы бер химик элементтарҙың, берләшмәләрҙең һәм иретмәләрҙең критик т‑ранан түбәнерәк һыуытыу ваҡытында электр тогына ҡаршылығы булмау хәленә күсеү күренеше. Матдәләрҙең критик т‑ралары төрлө була (ҡайһы бер керамик материалдар өсөн ул 100 К юғарыраҡ). Магнит ҡырының Ю.ү. хәлендәге...

ЮДА, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ЮДА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 7 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Элиныш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 333 кеше; 1920 — 494; 1939 — 399; 1959 — 354; 1989 — 209; 2002 — 196; 2010 — 186 кеше....

ЮДИН Александр Владимирович

ЮДИН Александр Владимирович (28.11.1934, Өфө — 28.6.2010, Мәскәү), рәссам. РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1962) Өфөлә, 1975 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ю. тәүге эштәренә фәлс. йүнәлеш, образдар экспрессияһы хас: “Йыр” (1967), “Юрий Смирнов иҫтәлегенә”,...

ЮЖНЫЙ УРАЛ, ҡытай шыҡтымы сорты

ЮЖНЫЙ УРАЛ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. Л.С.Новикова (Ботаника баҡсаһы; ҡара: Ботаника­ баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima һәм Avalanche сорттарын гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 80 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы...

ЮЖНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЮЖНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 89 кеше; 1989 — 252; 2002 — 283; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар,­ урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Октябрьский урта мәктәбе филиалы) бар. Ауылға...

ЮЗИЕВ Илдар Ғафур улы

ЮЗИЕВ Илдар Ғафур улы (3.1.1933, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ямаҙы а. — 21.12.2004, Ҡазан), шағир, драматург. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). РСФСР‑ҙың (1983) һәм ТАССР‑ҙың (1979) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Н.Ғ. Юзиев­тың ҡустыһы. 1950—54 йй. Ҡазан пед. ин‑тында уҡыған, М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары...

ЮЗИЕВ Нил Ғафур улы

ЮЗИЕВ Нил Ғафур улы (10.1.1931, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ямаҙы а. — 11.9.1996, Ҡазан, ТР‑ҙың Сасмак а. ерләнгән), әҙәбиәт белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филол. ф. д‑ры (1976). ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). И.Ғ.Юзиевтың ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) Ҡазанда эшләй: 1956 й....

ЮЗЫКАЙН (Михайлов) Александр Михайлович

ЮЗЫКАЙН (Михайлов) Александр Михайлович [12.3.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Янаҡтай а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) — 17.12.1996, Йошкар‑Ола, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. Марий Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (1996). Мари АССР‑ының атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Мари пед. ин‑тын тамамлаған (Йошкар‑Ола). 1958—60 йй....

ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ

ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләүсе күҙлегенән уй‑фекер элементтары араһында реаль булмаған бәйләнеште белдергән грамматик­категория. Бөтә донъя телдәренә хас, күп планлы булыуы м‑н айырыла һәм төрлө тел кимәлдәрендә осрай. Төркиәттә­ Ю.к. традиция б‑са ҡылымға ­ҡарай. Хәҙ. башҡорт­телендә­ Ю.к. белдереүҙең...

ЮЛ ЯПМАҺЫ

ЮЛ ЯПМАҺЫ, автомобиль­ юлдарының машиналар йөрөй торған өлөшөндәге транспорт сараларының хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән күп ҡатламлы инженер конструкцияһы. Ю.я. капиталь, еңеләйтелгән, күсереү һәм түбән; ҡаты (бетондан) һәм ҡаты булмағандарға (битумдан,­ ҡомдан, ҡырсынташтан һ.б.)...

ЮЛ ЯПРАҒЫ

ЮЛ ЯПРАҒЫ (Plantago), юл япрағы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 260‑тан ашыу төрө билдәле, тропик бүлкәттәрҙән тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә: дала Ю.я., ланцет Ю.я., татырлыҡ Ю.я., уртансы Ю.я. һ.б. Яланғас йәки төклө күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тамыр яны...

ЮЛАЙ АҘНАЛИН

ЮЛАЙ АҘНАЛИН (1729; башҡа мәғлүмәттәр б‑са 1730, Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы Тәкәй а. — 1797 й. һуң, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ.), Крәҫтиәндәр­ һуғышында­ (1773—75)­ ҡатнашыусы, Е.И.Пу­гачёв полковнигы. Себер­ даруғаһының Шайтан‑Көҙәй улусы Юлай а. башҡорто. Шул уҡ улустың старшина­­һы. Польша...

ЮЛАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЮЛАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ҡорғат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 477; 1939 — 314; 1959 — 279; 1989 — 188; 2002 — 208; 2010 — 158 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ЮЛАЙ, Ш ы ғ а н а й, Салауат р‑нындағы ауыл

ЮЛАЙ, Ш ы ғ а н а й, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 14 км алыҫлыҡта Атнашъяҙы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 203 кеше; 1920 — 110; 1939 — 307; 1959 — 192; 1989 — 164; 2002 — 140; 2010...

ЮЛАМАН ҠУШАЕВ

ЮЛАМАН ҠУШАЕВ (1729 й. һуң — ?), Крәҫтиәндәр­ һуғышында ­(1773—75)­ ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв генералы. Себер­ дару­ғаһының Ҡара‑Табын улусы башҡорто. Поход старшина­һы. 1773 й. дек. ихтилалға ҡушыла, Исәт­ провинцияһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. 1774 й. ғин.—февр. И.Н.Грязнов­ м‑н бергә...