Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘФӘРОВТАР

СӘФӘРОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Шәмшәҙе улусы Мәҫкәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) башҡорттары. Билдәлеләре: Әбделвәхит Йәғәфәр улы С. (1764—1848), йорт старшинаһы. Уның улдары: Әбделхәким Әбделвәхит улы С. (1795— 1857), поход старшинаһы; Әбделбасир Әбделвәхит улы С. (1800—39), зауряд‑яҫауыл...

СИПАЙЛОВТАР

СИПАЙЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар сығышы м‑н Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) була. 1654 й. Кама аръяғы сик һыҙығында Зәй ҡәлғәһенә урынлашалар. Билдәлеләре: Михаил Петрович С. (1766—?) һәм Яков Петрович С. (1769—?), прапорщиктар, Ырымбур сик буйы...

СОЛТАНОВТАР

СОЛТАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы Мәстей а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ғәбделйәлил С. (1750—?), поручик (1791). 1771—73 йй. Польша походында ҡатнашыусы. Йорт старшинаһы, 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдарынан иң билдәлеләре:...

СЫРТЛАНОВТАР

СЫРТЛАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Ишбулды С. (1757–1833), указлы мулла. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Шиһабетдин С. (1793–1813), поход яҫауылы. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында...

ТӘВКИЛЕВТӘР

ТӘВКИЛЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — Дәүләтмәмәт, Уразлай, Уразмәмәт мырҙалар. Дәүләтмәмәт Т. Ярославль өйәҙендә хеҙмәт иткән, Владимир һәм Ярославль өйәҙҙәрендә поместьеһы булған. Уның улдары: Мәмеш, Болош, Сәфәр һәм Мәмәт. 17 б. — 18 б. башында Т. мырҙаларға Владимир, Ҡасим,...

ТЕЛЯТЕВТАР

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы...

ТЕРЕҒОЛОВТАР

ТЕРЕҒОЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың (ҡара: Йәнекәевтәр) улы Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев, 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим батшалығының Темников ҡ. хеҙмәт итә. Уның улдары: Тенәш (Теребирҙе), Уразай, Теләш, Көсәкәй Т. 1625 й. хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға дворян дәрәжәһе...

ТИМАШЕВТАР

ТИМАШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусылар — ағалы‑ҡустылы: Михаил Лаврентьевич Т. (1714—?), 1736 й. алып Шишмә драгун, 1738 й. — Алексеевск пехота полктарында (ҡара: Ландмилиция) хеҙмәт итә. Воронеж губ. поместьеһы (крәҫтиәндәрһеҙ) була; Иван Лаврентьевич Т. (1716—?), подполковник....

ТОПОРНИНДАР

ТОПОРНИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Егорович Т., капитан. Сембер губ. Сызрань өйәҙе алпауыты. 1790 й. Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала, унда Степан а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны ш. уҡ исемле ауылы) нигеҙ һала. 1795 й. 206 крепостной крәҫтиәне...

ТӨПӘЕВТӘР

ТӨПӘЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Миндәй Төпәев. 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1776 й.) дворян дәрәжәһе бирелә. Уның иң билдәле улдары: Ардыуан Миндәй улы Т. (1757—?), йорт старшинаһы; Иғдисам Миндәйулы...

ТРЕТЬЯКОВТАР

ТРЕТЬЯКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Игнатий Т., атлы стрелец. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә барымтаһына ҡаршы Урал аръяғына ебәрелә. Уның улдары: Василий Игнатьевич Т. 1665 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата...

УРЖУМЦЕВТАР

УРЖУМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мартемьян Тимофеевич У. 17 б. башында яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са 250 сирек поместье оклады м‑н түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби...

ЩИГАЛЁВТАР

ЩИГАЛЁВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Артемий Иванович Щ. Баяр балаларынан. 1635 й. Себер ханы улы Әбләйҙе тотоуҙа ҡатнаша. 1647 й. хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) 100 сирек ер поместье оклады һәм йылына 6 һум түләү шарты м‑н алына. 1653 й. ҡалмыҡтар м‑н һуғышта...