Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДРАМА

ДРАМА (гр. drama — хәрәкәт), драматургияның төп жанрҙарының береһе (комедия һәм трагедия м‑н бер рәттән). Башлыса кешенең шәхси тормошон йәмғиәт йәки үҙе м‑н киҫкен конфликтлы, әммә, трагедиянан айырмалы рәүештә, өмөтлө мөнәсәбәттәрҙә һүрәтләй. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф.К.Туйкиндың “Тормош ҡорбандары” (1912),...

ДРАМАТУРГИЯ

ДРАМАТУРГИЯ. Милли Д. барлыҡҡа килеүе 19 б. аҙ. тура килә, ул осорҙа башҡ. һәм татар яҙыусыларының тәүге драма әҫәрҙәре ижад ителә. Өй шарттарында һәм мәҙрәсәләрҙә ҡуйылған был пьесаларҙың күбеһе баҫтырылмаған һәм беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. 20 б. 10-сы йй. наҙанлыҡ, әхлаҡ һ.б. мәсьәләләргә ҡағылған...

ДУДИН Михаил Александрович

ДУДИН Михаил Александрович (7.11.1916, Кострома губ., Нерехта өйәҙе Клевнево а. — 31.12.1993, С.-Петербург), шағир, тәржемәсе. Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). “Фляга” (1943), “Гвардия юлы” (“Дорога гвардии”; 1944), “Ҡауҙы өсөн ағас” (“Дерево для аиста”; 1980), “Егерменсе быуат тамамлана” (“Заканчивается...

ЕВРИПИД

ЕВРИПИД (б.э.т. яҡынса 480 й., Афина – б.э.т. 406 й., Македония), боронғо грек драматургы. 90-ға яҡын трагедия (17‑һе һаҡланған) һәм “Киклоп” сатирик драмаһы авторы. Рационалист һәм скептик булараҡ, Е. мифол., этик һәм традицион нормаларҙы шик аҫтына ҡуя. Әҫәрҙәрендә геройҙарҙың эске донъяһын һүрәтләүгә...

ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич

ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич (3.11.1854, Владимир губ. Новосёлка‑Кудрино а. — 9.1.1933, Мәскәү), яҙыусы, публицист. 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1878). “Себер очерктары” (“Очерки Сибири”; 1893), “Мысыр” (“Египет”; 1911), “Ҡырым очерктары” (“Крымские...

ЕНЕШ Виталий

ЕНЕШ Виталий (ысын исеме Григорьев Виталий Григорьевич; 19.10.1941, Сыуаш АССР-ның Братьякасы а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). А.М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1981). 1964 й. Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводында, сода-цемент комбинатында, 1965 й. “Путь...

ЕНИКИ Әмирхан Ниғмәтйән улы

ЕНИКИ (Йәнекәев) Әмирхан Ниғмәтйән улы (17.2.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 16.2.2000, Ҡазан), яҙыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәтте фәнни ойоштороу ин‑тын тамамлаған (Ҡазан,...

ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы

ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы [3.12.1902, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 15.9.1967, Мәскәү], шағир. Дәүләт журналистика ин‑тын (Мәскәү, 1930) тамамлаған. 1927 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: “Эшче” (“Эшсе”) гәз. хеҙм‑ре, 1932 — 33 йй. Дәүләт нәфис әҙәбиәт нәшриәте эргәһендәге СССР...

ЕРИЛИН Михаил Васильевич

ЕРИЛИН Михаил Васильевич (16.11.1945, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). 1968—99 йй. “Башкирэнерго” ААЙ‑нда эшләй. “Дуҫыма хат” (“Письмо к другу”) исемле тәүге китабы 1977 й. сыға. Е. ижады үҙенсәлекле тасуирлау һәм ассоциативлыҡ м‑н айырылып тора. “Башҡортостан...” (“Башкортостан...”), “Димдең...

ЕРОШИН Анатолий Емельянович

ЕРОШИН Анатолий Емельянович (11.8.1917, Өфө – 28.7.1970, шунда уҡ), яҙыусы. Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1969) ағзаһы. 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. Артиллерия акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1948) шунда уҡ эшләй. 1954 й. алып Хәрби...

ЖДАНОВ Хөснөтдин

ЖДАНОВ Хөснөтдин [1767, Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 1869, шунда уҡ], мәғрифәтсе. Ахун. Тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәт аҙ һаҡланған. Ж. тыуған ауылында мәҙрәсә (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Стәрлебаш мәҙрәсәһен) тамамлаған һәм 60 йылдан ашыу шунда уҡытҡан....

ЖЕРЕБЦОВ Владимир Валерьевич

ЖЕРЕБЦОВ Владимир Валерьевич (9.10.1968, Стәрлетамаҡ ҡ.), драматург. Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (2009) ағзаһы. С.Петербург электротехник ун‑тын тамамлағандан һуң (1993) “Стерлитамакский рабочий” гәз. эшләй. Ж. ижадына дәүерҙең әхлаҡи һәм ижт. проблемаларын тәрән төшөнөү хас. “Был ҡала...

ЖУКОВСКИЙ Василий Андреевич

ЖУКОВСКИЙ Василий Андреевич (29.1.1783, Тула наместниклығы Мишенский а. — 12.4.1852, Баден ҡ., Германия), урыҫ шағиры. Урыҫ романтизмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, пейзаж лирикаһының тәүге өлгөләрен булдырыусы. “Людмила” (1808), “Кассандра” (1809) балладалары, “Васыят төҫө” (“Цвет завета”; 1819), “Диңгеҙ”...

ЗАДОРНОВ Николай Павлович

ЗАДОРНОВ Николай Павлович (22.11.1909, Пенза ҡ. — 18.9.1992, Рига), яҙыусы. Латвия ССР‑ының атҡ. мәҙәниәт эшмәкәре (1969). “Амур‑атаҡай” (“Амур‑батюшка”; 1941—1946), “Капитан Невельской” (1956—1958), “Алтын биҙгәге” (“Золотая лихорадка”; 1969) һ.б. тарихи романдар авторы. 1935—37 йй. Башҡортостанда...

ЗАЛЫГИН Сергей Павлович

ЗАЛЫГИН Сергей Павлович (23.11.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухаревский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а., — 19.4.2000, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1988). РФА акад. (1991), а.х. фәндәре канд. (1948). Омск а.х. ин‑тын тамамлаған (1939). 1970 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: М.Горький ис....

ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы

ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы (6.11.1961, БАССР-ҙың Салауат р‑ны Тирмән а. — 26.1.2001, шунда уҡ), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1992 й. тиклем “Йәншишмә” гәз. эшләй (1990 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары). З. шиғриәтенә патриотлыҡ, башҡ. фольклоры м‑н тәрән бәйләнеш,...

ЗАРИПОВ Хәкимйән Саръяр улы

ЗАРИПОВ Хәкимйән Саръяр улы [18.10.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 4.4.2012, шунда уҡ], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Ҡазан ун-тын (1956), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1973) тамамлаған....

ЗӘЙНИЕВ Гельсий Зәйни улы

ЗӘЙНИЕВ Гельсий Зәйни улы (8.1.1940, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а.), әҙәбиәт белгесе. Мари АССР‑ының атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988), СССР‑ҙың матбуғат отличнигы (1978). Мари пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) “Марий коммуна” (“Мари коммунаһы”) гәз. эшләй: 1971 й. алып бүлек мөдире, 1975 й. —...

ЗӘКИ Шәмсетдин

ЗӘКИ Шәмсетдин (ысын исеме Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы; 1822, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Изәк а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Зәк-Ишмәт а., — 1865 й. сент., Таганрог ҡ.), башҡ. суфый шағиры. Тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, бала саҡта һуҡырая). Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһендә,...

ЗЕФИРОВ Василий С.

ЗЕФИРОВ Василий С., яҙыусы. З. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәт аҙ һаҡланған. Уның Дини семинарияла уҡытҡанлығы билдәле. “Оренбургские губернские ведомости” гәз. Башҡортостанға арналған әҙәби‑этнографик очерктар һәм хикәйәләрен баҫтыра: “Башҡортостанға ҡымыҙға барыу” (“Поездка в Башкирию на кумыс”;...