Список материалов
КОГНИТИВ ЛИНГВИСТИКА
КОГНИТИВ ЛИНГВИСТИКА, тел ғилемендәге тел һәм фекерләү мөнәсәбәте мәсьәләләрен; танып белеү процесында телдең ролен; лексик һәм грамматик семантикаға һалынған төрлө типтағы белемде ойоштороу һәм фаразлау ысулдарын һ.б. өйрәнгән йүнәлеш. К.л. теорияһы, семантик билдәләр һәм функциялар (семантик, лексик-семантик,...
КОДИКОЛОГИЯ
КОДИКОЛОГИЯ (лат. codex — китап һәм ...логия), боронғо ҡулъяҙма китаптың һәм уның йыйынтыҡтарының ижад ителеү һәм таралыу тарихын, матди һәм мәҙәни ҡиммәтен, хәҙ. торошон өйрәнгән ярҙамсы тарихи-филол. фән; төбәктәге ижт. фекерҙе формалаштырыуға булышлыҡ иткән яҙма-мәҙәни традицияларҙың йәшәйәше һәм...
КОНСОНАНТИЗМ
КОНСОНАНТИЗМ (лат. consonans — тартынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге тартынҡы фонемалар системаһы. Хәҙ. башҡорт телендә 29 тартынҡы өн бар: [б], [в], [г], [ғ], [д], [ҙ], [ж], [з], [й], [к], [ҡ], [л], [м], [н], [ң], [п], [р], [с], [ҫ], [т], [ү], [ф], [х], [һ], [ц], [ч], [ш], [щ], [’]; шуларҙың...
КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ
КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ, ҡыуаҡан диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы, Әбйәлил р‑ндарында, БР‑ҙың Баймаҡ һәм Бөрйән р‑ндарының төньяҡ‑көнбайышында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе өлк. таралған. К.д. 7 һөйләш айырыла: арғаяш, асыуҙы...
КӨНЬЯҠ ДИАЛЕКТ
КӨНЬЯҠ ДИАЛЕКТ, юрматы диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Йылайыр, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Мәләүез, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Хәйбулла, Шишмә, Әлшәй...
КҮП ТЕЛЛЕЛЕК
КҮП ТЕЛЛЕЛЕК, полилингвизм, кешенең (кешеләр төркөмөнөң) билдәле терр‑я йәки соц. берлек (күп милләтле дәүләт) сиктәрендә бер нисә телдә аралашыуы, телдәрҙе һайлау тел коммуникацияһының билдәле бер шарттарына ярашлы башҡарыла. К.т. социолингвистиканың өйрәнеү объекты булып тора.
БР‑ҙа К.т. күренеше...
КҮСЕМЛЕЛЕК‑КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ
КҮСЕМЛЕЛЕК‑КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләмдә тура тултырыусы функцияһын башҡарған, объектҡа йүнәлтелгән хәрәкәтте аңлатҡан ҡылымдарҙың синтаксик үҙенсәлеген (күсемлелек), йәки объектҡа мөнәсәбәте булмаған хәрәкәтте (күсемһеҙлек) сағылдырған грамматик категория. К.‑к.к. грамматик күрһәткестәре булмай,...
ҠАҘАҠ ТЕЛЕ
ҠАҘАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡаҙаҡтарҙың милли теле, Ҡаҙағстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан м‑н күрше булған РФ өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Фәләстанда, Төркиәлә...
ҠАРАҒАЛПАҠ ТЕЛЕ
ҠАРАҒАЛПАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡарағалпаҡтарҙың милли теле. Ҡарағалпаҡстанда, Үзбәкстандың Хәрәзм һәм Фирғәнә өлк., Төркмәнстандың Ташауыҙ өлк., Ҡаҙағстандың ҡайһы бер райондарында, РФ‑тың Әстерхан өлк., Афғанстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны...
ҠАРАИМ ТЕЛЕ
ҠАРАИМ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡараимдарҙың милли теле. Литвала, Польшала һ.б. илдәрҙә таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 540 кеше (1989). Ҡырым татарҙары теленә яҡын. Әҙәби теле юҡ. 14 б. һуң формалашҡан галич (Г.д.), ҡырым (Ҡ.д.) һәм тракай (Т.д.)...
ҠАРАСАЙ‑БАЛҠАР ТЕЛЕ
ҠАРАСАЙ‑БАЛҠАР ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Балҡарҙарҙың һәм ҡарасайҙарҙың милли теле, Ҡабарҙы‑Балҡар һәм Ҡарасай‑Черкес Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, АҠШ‑та, Төркиәлә таралған. Донъяла Ҡ.‑б.т. һөйләшеүселәр һаны 300 меңдән ашыу...
ҠУЛЪЯҘМА КИТАП
ҠУЛЪЯҘМА КИТАП, китап мәҙәниәте ҡомартҡыһы; ҡулдан яҙылған китап йәки бит. Ҡ.к. археографияла, кодикологияла, палеографияла, текстологияла һ.б. дисциплиналарҙа өйрәнелә. Башҡортостанда Ҡ.к. әҙерләү һәм таратыу китап нәшер итеү эше барлыҡҡа килгәнгә тиклем була.
Башҡортостанда табылған Ҡ.к. 16—20 бб....
ҠУМЫҠ ТЕЛЕ
ҠУМЫҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡумыҡтарҙың милли теле, Дағстан Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Ингушетияла, Төньяҡ Осетия—Аланияла, Чечняла һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә таралған. РФ‑та Ҡ.т. һөйләшеүселәр һаны 400 меңдән ашыу кеше (2010), БР‑ҙа...
ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ
ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәр ғаиләһенә ҡараған ҡәрҙәш телдәр төркөмө. Ҡ.т. башлыса Евразияла таралған. Донъяла һөйләшеүселәр һаны 20 млн ашыу кеше (1989). К.М.Мусаев һ.б. ҡайһы бер ғалимдарҙың фаразлауы б‑са, ҡыпсаҡ тәү теле б.э.т. 10 б. барлыҡҡа килгән; б.э. 2 б. алып уның ареаль төрҙәре формалаша;...
ҠЫРҒЫҘ ТЕЛЕ
ҠЫРҒЫҘ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡырғыҙҙарҙың милли теле, Ҡырғыҙстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Үзбәкстандың, Тажикстандың ҡайһы бер өлкәләрендә, Ҡырғыҙстан м‑н күрше булған Ҡаҙағстан райондарында, РФ‑тың байтаҡ райондарында, Ҡытайҙың Синьцзян‑Уйғыр...
ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫ ТЕЛЕ
ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Украинаның (Херсон өлк.), Үзбәкстандың ҡайһы бер райондарында, ш. уҡ Болгарияла, Грузияла, Дағстанда, Румынияла, РФ‑та (Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ҡырым), Төркиәлә, Әзербайжанда таралған. Һөйләшеүселәр...
ЛАТИН АЛФАВИТЫ
ЛАТИН АЛФАВИТЫ, латин яҙмаһының хәрефтәр системаһы. Л.а. грек яҙмаһы (көнбайыш-грек варианты) базаһында б.э.т. 4—3 бб. Боронғо Римда барлыҡҡа килә, грек яҙмаһының күпселек хәрефтәре үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һәм яҙылышын һаҡлап ҡалған. “G” (ге) латин хәрефе грек яҙмаһының “К” (каппа), “Q” (ку) — “S”...
ЛЕКСИКА
ЛЕКСИКА (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һүҙҙәр йыйылмаһы. Ысынбарлыҡ м‑н туранан‑тура бәйләнеше, телдә аралашыусыларҙың йәш, һөнәр, соц., терр. һ.б. күрһәткестәрен, йәмғиәт тормошоноң төрлө күренештәрен яҡтырта алыу һәләте — Л. төп үҙенсәлеге. Л. үҙгәреүсән: телдең...
ЛЕКСИКОГРАФИЯ
ЛЕКСИКОГРАФИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...графия), һүҙлектәр төҙөү практикаһы һәм теорияһы м‑н шөғөлләнеүсе тел ғилеме бүлеге. Практик Л. телде өйрәтеү, уны һүрәтләү һәм нормалаштырыу, лексиканың фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеү, тел‑ара аралашыу функцияларын үтәй; теоретик Л. типология, макро‑ һәм...
ЛЕКСИКОЛОГИЯ
ЛЕКСИКОЛОГИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...логия), телдең һүҙлек составын өйрәнеүсе тел ғилеме бүлеге. Л. бурыстары: телдең һәм телмәрҙең төп билатераль (ике яҡлы) берәмеге булараҡ һүҙ проблемаларын; лексик берәмектәрҙең типтарын һәм уларҙың функцияларын; телдең һүҙлек составы төҙөлөшөн, уның...