Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив, эстетик һәм технологик үҙенсәлектәргә эйә булғанлыҡтан биҙәү‑сәнғәт һәм ювелир әйберҙәре етештереүҙә ҡулланылыусы тау тоҡомдары, минералдар һәм минераль агрегаттар. Специфик үҙенсәлектәре б‑са Б.т. аҫыл таштарға яҡын. Күпселеге үтә күренмәүсән, сағыу төҫлө һәм биҙәкле. Ҡайһы...

БИЛӘН

БИЛӘН, рельеф мезоформаһы, һөҙәк үрле тау һыртының йәнәш бейеклектәргә ҡарата еңелсә түбәнәйеүен сағылдыра. Б. ғәҙәттә тәрәнерәк, киҫкен кәүҙәләнгән, текә битләүле артылыштарҙың бер төрө булып тора. Тау һырттарының киң түңәрәк түбәләренә хас. Һырттың ҡапма-ҡаршы битләүҙәрендә урынлашҡан ундуляциялы...

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, тектоник структура

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Протерозой һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Б.у. кристаллы нигеҙ өҫтөнән башлап һәм рифей‑венд ҡатламында Благовещен уйһыулығы һәм Благовещен депрессияһы тура килә, был Б.у. ҡатламдарҙы үтәнән‑үтә...

БЛОХИН Алексей Александрович

БЛОХИН Алексей Александрович (30.5.1897, Ярославль губернаһы Головин а. — 6.10.1942, Ишембай ҡ.), инженер‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Мәскәү тау академияһын тамамлағандан һуң (1929) “Уралнефть” тресы Стәрлетамаҡ разведка быраулауы контораһының баш геологы,...

БОКСИТТАР

БОКСИТТАР, башлыса алюмин гидроокисы минералдарынан — гиббсит, бёмит һәм диаспорҙан торған тау тоҡомдары. Ташлы, йомшаҡ, балсыҡҡа оҡшаш Б. айыралар. Структураһы борсаҡлы, гравелитлы һ.б.; текстураһы киң, ҡатламлы. Төҫө ҡуйы ҡыҙыл, көрән, һоро, ҡара, йәшел. Глинозём һәм алюмин алыу өсөн төп мәғдән; флюс,...

БОЛОТИН Юрий Александрович

БОЛОТИН Юрий Александрович (11.9.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ҡсб, БР‑ҙың шул уҡ районы хәҙерге Тирлән а., — 7.8.2002, Сибай ҡ.), тау инженер‑геологы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙаҡ тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң (Алма-Ата ҡ., 1959) Әбйәлил геологик эҙләнеүҙәр...

БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. төньяҡ-көнбайышында Яңауыл, Ҡалтасы һәм Борай р‑ндарында урынлашҡан. Башҡорт көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге көмбәҙ рәүешле 12 ҡалҡыулыҡҡа (Таң, Көнсығыш Боҫтай һ.б.) тура килә. Оҙонлоғо — яҡынса 12 км. Ятыштары көмбәҙле, ҡатламлы, литологик. Аҫҡы карбондың тула һәм...

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна (19.12.1911, Тифлис ҡ. — 11.11.1994, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1949), профессор (1964). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлаған (1934). 1936 й. алып Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми-тикшеренеү...

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович (14.4.1907, Екатеринбург ҡ. — 14.8.1989, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1965). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1987). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1928). 1936—89 йй. Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геологик...

БӨРЙӘНИ

БӨРЙӘНИ, рифейҙың түбәнге хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1650—1350±50 млн йыл. Ултырмалары йырын һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә архей‑иртә протерозой ҡатламдарында ята, улар өҙөк һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә юрматыни менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар...

БӨРӨ БИЛӘНЕ

БӨРӨ БИЛӘНЕ, Волга-Кама антеклизаһы үҙәгендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). Г.П.Ованесов (1962), Р.О.Хачатрян (1979), Е.В.Лозин (1994) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында...

БРЕКЧИЯ, тау тоҡомо

БРЕКЧИЯ (итальянса breccia), бер төрлө йәки төрлө‑төрлө тигеҙһеҙ ватыҡтарҙан (10 мм ашыу) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Б. ингән ватыҡтар составы буйынса ғәҙәттә цементтан ҡырҡа айырыла, тик ҡайһы берҙә уға оҡшаш булыуы мөмкин. Ватыҡтарының үлсәме буйынса Б. ҙур киҫәклеләргә (1000 мм ашыу), эре,...

БРОДСКИЙ Пётр Абрамович

БРОДСКИЙ Пётр Абрамович (30.7.1935, Днепропетровск ҡ. — 26.11.2010, Израиль), инженер. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1985). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1986). Мәскәү химия-технология институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геологик...

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. Палеозой ҡатламдарында айырыла. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһендә үҫешкән. Төньяҡ сигенең киңлеге яҡынса 45 км. Башҡортостанға түбәһе Дыуан районы Дыуан а. төньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта ятҡан өсмөйөш...

БЫРАУЛАУ

БЫРАУЛАУ, файҙалы ҡаҙылмаларҙың геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, уларҙы эҙләү, разведкалау, сығарыу, инженер-геол. эҙләнеүҙәр һ.б. өсөн ер ҡабығында цилиндр формаһындағы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урынын (шпур, һирәгерәк шурф, шахта үҙәге, быраулау скважиналары) төҙөү процесы. Тау тоҡомона тәьҫир итеү характеры...

ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич

ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич (18.1.1924, Ярославль ҡ. — 16.1.1998, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1951) Учалы геологик разведка партияһында өлкән геолог булып эшләй; 1956 й. алып Иркутск...

ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич

ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич (30.11.1894, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Некрасовка а. — 6.5.1966, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң...

ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы

ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы (5.9.1943, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1995). РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1966 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында, 1969—71 йй....

ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы

ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы (31.12.1928, Стәрлетамаҡ ҡ. — 10.8.2014, Мәскәү ҡ.), инженер-нефтсе. ТР ФА‑ның почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). ТАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының...

ВДОВЫКИН Геннадий Петрович

ВДОВЫКИН Геннадий Петрович (23.8.1937, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Веровка а. — 14.12.2010, Мәскәү ҡ.), геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1982 й. тиклем (өҙөклөк менән) Бөтә Союз тәбиғи газдар ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1962—75 йй....