Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы (26.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Собханғол а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Иҫке Собханғол а. — 15.9.2021, Өфө ҡ.), нефтсе‑инженер. Техник фәндәр кандидаты (1972). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1988), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған...

ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы

ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы (22.7.1933, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1973). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1982). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1957) МДУ‑ның Үҙәк Ҡаҙағстан экспедицияһында, 1962 й. алып 2609‑сы почта йәшниге предприятиеһында эшләй: лаборатория мөдире, баш инженер, начальник...

ҒИЛӘЖЕВ Рәил Мәсәлим улы

ҒИЛӘЖЕВ Рәил Мәсәлим улы (12.8.1953, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), тау инженер‑нефтсеһе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Туймазы быраулау эштәре идаралығында эшләй: 1984 й. алып бүлек мөдире, 1995 й. — баш инженер; 1998 й. башлап...

ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы

ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (3.1.1963, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Шырлыҡ а.), географ, геоморфолог. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1980 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1986 й. башлап “Нефтеотдача” ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып “Нефтегазтехнология”...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы (3.7.1948, БАССР‑ҙың Илеш районы Түбәнге Сереккүл а.), геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). РФ‑тың атҡаҙанған геологы (2011). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1972) 1975 й. тиклем Ҡустанай геофизика экспедицияһында (Ҡаҙағстан),...

ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы

ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы (8.6. 1946, Ишембай ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1979). 1962—68 йй. Ишембай электр селтәрҙәрендә, 1972 й. алып...

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы [14.6.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет районы) — 11.8.2010, БР‑ҙың Хәйбулла районы Бүребай а.], быраулаусы. 1949 й. алып “Уралцветметразведка” тресының Баймаҡ геологик разведка партияһында (1954 й. башлап өлкән быраулау мастеры); 1958—88 йй. — “Башкиргеология”...

ДВОРКИН Владимир Исаакович

ДВОРКИН Владимир Исаакович (28.10.1954, Октябрьский ҡ.), геофизик. Техник фәндәр докторы (2003). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик...

ДЕВОН

ДЕВОН, девон системаһы (осоро), палеозойҙың дүртенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 416,0±2,8 млн йыл, тамамланыуы — 359,2±2,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла Р.Мурчисон һәм А.Седжвик тарафынан 1839 й. айырып күрһәтелә, Девоншир графлығы исеме буйынса атала. Д. аҫҡы, урта, өҫкө...

ДИАБАЗ

ДИАБАЗ (грекса diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы буйынса базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән,...

ДИАПИРҘАР

ДИАПИРҘАР, һығылмалы тау тоҡомдарын өҫтә ятҡан ҡатыраҡ ҡатламдарға ҡыҫып сығарыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән көмбәҙ рәүешендәге структуралар. Башҡортостанда диапиризмды тектоник көстәр барлыҡҡа килтерә, ул Ағиҙел депрессияһы сиктәрендәге көңгөр ярусының галоген‑сульфат ҡатламы менән бәйле. Д. субмеридиональ...

ДИОРИТ

ДИОРИТ (грекса diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы...

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлкәһе Уралец ҡсб), тау инженеры‑геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геологик разведка...

ДОЛОМИТ

ДОЛОМИТ (француз геологы Д.Доломьё исеменән), 1) СаМg(СО3)2 карбонаттар класы минералы. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Бүленеп сығыу формалары тупаҫ бөртөклө агрегаттарҙан тығыҙ ауырлыҡҡа тиклем. Төҫһөҙ, аҡ, һоро төҫтә, көрән йәки йәшкелт сағылышлы, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 2800—2900 кг/м3,...

ДУНИТ

ДУНИТ (Яңы Зеландиялағы Дун тауы исеменән), интрузив ультраһелтеле тау тоҡомо. Акцессор хром-шпинелид ҡушымталары булған юғары магнезиаль оливиндан, һирәгерәк магнетиттан, ильмениттан тора. Структураһы ваҡ һәм уртаса бөртөклө, текстураһы массив. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Д. перидотиттар, пироксениттар...

ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ

ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан айырып күрһәтелә (1935). Ултырмаларҙың тасуирламаһын О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова (1935, 1937, 1940), А.В.Клочихин (1972, 1985), Б.М.Келлер һәм В.И.Козлов (1983), Н.Н.Ларионов (1985) бирә....

ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ

ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан Елмәрҙәк һыртында айырып күрһәтелә (1931). Ултырмаларҙы О.П.Горяинова (1931, 1940), А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986) һ.б. тасуирлай. Е.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының...

ЕР АҪТЫ

ЕР АҪТЫ, ер ҡатламының тупраҡ-үҫемлектәр ҡатламынан, ә ул булмаған саҡта — ер өҫтөнән, һыу ятҡылыҡтары төбөнән һәм һыу ағымдарынан аҫтараҡ, геол. өйрәнеү һәм үҙләштереү мөмкин булған тәрәнлектә ятҡан өлөшө. РФ терр‑яһы сиктәрендәге Е.а. һәм ундағы файҙалы ҡаҙылмалар дәүләт милке һанала. РФ‑та — Е.а....

ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ

ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ, Ер ҡабығының бөтә агрегат хәлендәге (шыйыҡ, быу кеүек, ҡаты) һыуҙары. Е.а.һ. башлыса инфильтрация иҫәбенә, ҡоро климат шарттарында, Фольгер (1877) һәм Лебедев А.Ф. (1907—19) б‑са, һыу быуының конденсатҡа әйләнеүе арҡаһында формалаша. Химизмы б‑са — сөсө (1 г/л аҙыраҡ), минераль һыуҙар;...

ЕР ҠАБЫҒЫ

ЕР ҠАБЫҒЫ, аҫты Мохоровичич (Мохо) йөҙө менән сикләнгән Ерҙең тышҡы ҡатламы. Континенталь һәм океаник Е.ҡ. айыралар. Континенталь Е.ҡ. иң боронғо тау тоҡомдарының йәше яҡынса 4 млрд йыл, океаник Е.ҡ. — яҡынса 200 млн йыл. Континенталь Е.ҡ. төҙөлөшө шартлы рәүештә ҡатламдарға бүленә: өҫкөһө — ултырма,...