Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ, Реактив ғилми‑тикшеренеү институты. 1996 й. Өфөлә ӨДНТУ эргәһендәге “Реактив” дәүләт инженер үҙәге Теүәл органик синтез ҒТИ м‑н ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә, 2004 й. алып Фән һәм инновациялар б‑са федераль агентлыҡ, 2007 й. — ӨДНТУ эргәһендә. Эшмәкәрлегенең...

ӘБСӘЛӘМОВА Әминә Ғәбделәхәт ҡыҙы

ӘБСӘЛӘМОВА Әминә Ғәбделәхәт ҡыҙы (17.8.1958, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Иҫке Турай а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2008), РФ‑тың почётлы мәғариф тармағы хеҙм‑ре (2017). Адыгей пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Майкоп, 1985) БДПУ‑ла эшләй: 1995—96 йй. мәктәпкәсә педагогика һәм...

ӘМИРОВА Людмила Александровна

ӘМИРОВА Людмила Александровна (30.11.1961, Владивосток ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм‑ре (2017). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Орск ҡ. 15‑се урта мәктәбендә, 1987 й. алып 32‑се урта мәктәптә, 1990 й. — 119‑сы урта мәктәптә (икеһе...

БАШ ҠАЛА ФИНАНС‑ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ

БАШ ҠАЛА ФИНАНС‑ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфөләге филиалына 1997 й. нигеҙ һалына, 2006 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Филиал составында 3 кафедра. Компьютер класы, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит; дизайн;...

БАШҠОРТОСТАН ҒИЛМИ‑ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ

БАШҠОРТОСТАН ҒИЛМИ‑ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ, БАССР ХКС‑ы ҡарамағында, 1929 й. Өфөлә Башҡортостан комплекслы экспедицияһы булышлығында барлыҡҡа килә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү, фольклор материалын йыйыу; археологик ҡаҙыныуҙар үткәреү; респ. тупраҡ, үҫемлек, һыу,...

ВӘЛИЕВ Ильяс Иштуған улы

ВӘЛИЕВ Ильяс Иштуған улы (25.1. 1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Тайыш а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1999), проф. (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009)....

ГЕОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ

ГЕОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Тау-геология ин‑ты булараҡ асыла, 1964 й. алып СССР Геология министрлығы ҡарамағындағы Геология ин‑ты, 1967 й. —  СССР ФА БФ‑тың (1987 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ) Геология ин‑ты, 1992 й. —  РФА Өфө ФҮ‑нең Г.и. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: файҙалы...

ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ

ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ, 1964 й. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик институты, 1993 й. башлап БР ФА‑ның тәж.-һынау...

ГОЛОВНЁВА Елена Вениаминовна

ГОЛОВНЁВА Елена Вениаминовна (17.7.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2005), проф. (2008). РФ‑тың юғары проф. белем биреүҙең почётлы хеҙм‑ре (2007). Силәбе пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) 15-се ПТУ‑ла (Стәрлетамаҡ) эшләй, 1985 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта (2011 й. башлап...

ГУМАНИТАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ГУМАНИТАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2007 й. Өфөлә БР ФА‑ның Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәге (2004 й. ойошторола) базаһында БР ФА‑ның Г.т.и. булараҡ асыла, 2012 й. алып БР‑ҙың Г.т.и., 2016 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенә үҙгәртеп ҡорола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...

ҒАЙСИНА Гүзәл Иншар ҡыҙы

ҒАЙСИНА Гүзәл Иншар ҡыҙы (18.4.1955, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2002), проф. (2002). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (2002 й. алып соц. педагогика каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре соц. педагогика,...

ҒАРИПОВ Марсель Исмәғил улы

ҒАРИПОВ Марсель Исмәғил улы (13.4.1942, БАССР-ҙың Тәтешле районы Түбәнге Тәтешле а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Үрге Тәтешле а., — 27.9.2021, Өфө ҡ.), педагог. Педагогия фәндәре докторы (1988), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), БР‑ҙың...

ҒАЯЗОВ Әлфис Суфиян улы

ҒАЯЗОВ Әлфис Суфиян улы (3.6.1956, БАССР‑ҙың Асҡын райрны Иҫке Ҡаҙансы а.), педагог. БР ФА академигы (2016), Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). РФ‑тың (2021) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы...

ҒИЛМИ БАҪМАЛАР

ҒИЛМИ БАҪМАЛАР, ғилми эҙләнеүҙәр һәм ҡаҙаныштарҙың йомғаҡтарынан, нәшер ителергә ғилми яҡтан әҙерләнгән яҙма мәҙәниәт ҡомартҡыларынан һәм тарихи документтарҙан торған баҫма төрө. Диссертация, диссертацияның авторефераты, монография, ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы, доклад тезистары һ.б. Ғ.б. булып тора. Башҡортостанда...

ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘР

ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘР, фәнни тикшеренеүҙәр алып барыусы белгестәрҙең ирекле берекмәләре. Фәнни мәғлүмәттәр м‑н алмашыу, тикшеренеүҙәрҙе яраштырыу, фәнни белемде таратыу һ.б. маҡсатта ойошторолалар. Ғ.й. юғары органы — съезд (йыйылыш), съездар араһында етәкселек итеүсе — 2—5 йылға һайлана торған совет (бюро)....

ҒИЛМИ МӘКТӘПТӘР

ҒИЛМИ МӘКТӘПТӘР. Ғалимдарҙың Ғ.м. сиктәрендәге эшмәкәрлеге түбәндәге шарттарҙа ғәмәлгә ашырыла: остаз‑шәкерт бәйләнешендә бер нисә быуын мәктәбенең етәксеһе — дөйөм лидер берләштергән фәнни йүнәлеш тотороҡлолоғо, тикшеренеүҙәрҙең фәнни әһәмиәте һәм һөҙөмтәләрҙең нәшер ителгән хеҙмәттәр, патенттар һ.б....

ДӘРЕСЛЕКТӘР

ДӘРЕСЛЕКТӘР, билдәле бер өлкәлә белем нигеҙҙәрен аңлатҡан китаптар; уҡыу әҙәбиәтенең төп төрө. Йөкмәткеләре нигеҙ һәм төбәк уҡыу программалары м-н билдәләнә; дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлә. Д. уҡыу йорто тибына һәм уҡыусыларҙың белем алыу баҫҡысына тап килергә тейеш. Мәктәп...

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ АКАДЕМИЯҺЫ

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ АКАДЕМИЯҺЫ, 1991 й. Өфөлә Башҡ‑н коммерция акад. булараҡ асыла, 1992 й. алып Башҡ‑н идара итеү акад., 1994 й. — БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, 2015 й. — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү...

ДӘҮЛӘТБАЕВА Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы

ДӘҮЛӘТБАЕВА Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (22.11.1939, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яҡшембәт а.), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2011). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1962 й. алып Күмертау ҡ. 10‑сы урта мәктәбе, 1965 й. — Баймаҡ р‑ны урта мәктәптәре, Сибай ҡ. 9‑сы урта мәктәбе...

ДУБОВИЦКАЯ Татьяна Дмитриевна

ДУБОВИЦКАЯ Татьяна Дмитриевна (31.5.1959, Губкин ҡ.), психолог. Психология ф. д‑ры (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Ростов ун‑тын тамамлаған (1982). 1983 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта: 2005—08 йй. — идара итеү психологияһы һәм маркетинг, 2011 й. башлап персонал...