Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2009 й. Өфөлә БР ФА-ның Ижт. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (2004 й. нигеҙләнгән) базаһында РБФА‑ның И‑с.һ.х.т.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Башҡортостан Республикаһының соц.‑иҡт., дәүләт‑хоҡуҡи...

ИҠТИСАД ҺӘМ СЕРВИС УНИВЕРСИТЕТЫ

ИҠТИСАД ҺӘМ СЕРВИС УНИВЕРСИТЕТЫ, 1971 й. Мәскәү технология ин‑тының (1993 й. алып Дәүләт көнкүреш һәм хеҙмәттәр өлкәһе акад.) Өфө филиалы булараҡ асыла, 1994 й. башлап Дәүләт көнкүреш һәм хеҙмәттәр өлкәһе академияһының (1999 й. алып Мәскәү сервис ун‑ты) Өфө сервис технология ин‑ты (филиалы), 2002 й. —...

ИҠТИСАДИ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК АКАДЕМИЯҺЫ

ИҠТИСАДИ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК АКАДЕМИЯҺЫ. Өфөләге филиал 1998 й. РФ‑тың Һалым полицияһы федераль хеҙмәте Һалым полицияһы акад. Өфө филиалы булараҡ асыла, 2003 й. алып РФ ЭЭМ‑ының И.х.а. 2008 й. филиал ябыла. Составында иҡт. һәм юридик бүлектәр, уҡытыу-методика бүлеге, мәғлүмәт‑белем биреү үҙәге, китапхана була....

ИНСТИТУТТАР

ИНСТИТУТТАР (лат. institutum – булдырыу, ойоштороу), төрлө махсус уҡыу йорттары (урта, юғары, квалификацияны күтәреү системаһындағы һ.б.), ш. уҡ ғилми‑тикшеренеү учреждениелары. Башҡортостанда юғары белем биреү программаһын тормошҡа ашырған беренсе И. Уҡытыусылар институты була. 1919 й. Өфөлә Физика...

ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна

ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна (26.12.1953, Октябрьский ҡ.), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БДПИ‑ны тамамлаған- дан һуң (1976) Октябрьский ҡ. эшләй: 18‑се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1977 й. алып ӨНИ‑лә, 1982 й. — коммуналь‑төҙөлөш техникумында, 1985—90 йй. мед. уч‑щеһында уҡыта. 1991—2004 йй....

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ, ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ эштәре башҡарыусы ғилми-техник ойошмалар. КБ-ның төп бурысы — ҡоролмалар, машиналар, аппараттар, приборҙар һ.б. етештереү һәм артабан файҙаланыу өсөн кәрәкле сығанаҡ мәғлүмәттәрҙе һыҙмалар, техник шарттар, ҡорамалды монтажлау, көйләү,...

КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ-ЮРИДИК ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ

КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ-ЮРИДИК ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Көнсығыш экстернат гуманитар ун‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. алып Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ ин‑ты, 2007 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Акад....

МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2014 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 8 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барылған: бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит; дәүләт һәм муниц. идаралыҡ; донъя иҡтисады; сит телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе уҡытыу...

МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. филиал 1997 й. асыла. Филиал составында — 4 ф‑т (лингвистика, психология, иҡт., юридик). 3 компьютер класы, китапханаһы, тренажёр залы һ.б. бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 5 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. Уҡытыусылар...

МЕХАНИКА ИНСТИТУТЫ

МЕХАНИКА ИНСТИТУТЫ, РФА Өфө ФҮ‑гә ҡарай, Р.Р.Мәүлитов исемен йөрөтә. 1992 й. Өфөлә РФА УрБ БФҮ һәм ӨАИ‑ның профилле ғилми-тикшеренеү подразделениелары базаһында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: физик- химик әүерелешле дисперслы һәм термоүҙле мөхиттәрҙең гидродинамикаһы; ҡыуыҡтарҙа һәм ҡыуыҡ...

Научная мысль

В Башкортостане формирование науч. мысли связано с развитием производит. сил, ростом городов, горнозаводской промышленности, потребностями нац.-культ. и соц. развития.

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Химия секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла, 1961 й. башлап РСФСР Ғилми‑тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑тының Органик химия ин‑ты, 1967 й. — СССР ФА БФ‑тың Органик химия ин‑ты (1968 й. алып Химия ин‑ты), 1991 й. — РФА УрБ БФҮ‑нең...

ӨФӨ НЕФТЬ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ

ӨФӨ НЕФТЬ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ, 1947 й. “Башнефть” берекмәһенең Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1935 й. асылған) м‑н Өфө нефть эшкәртеү заводының Үҙәк лаб. базаһында ойошторола, 1970 й. “Башнефтепроект” ин‑ты м‑н берләшкәндән һуң “БашНИПИнефть” ин‑ты итеп үҙгәртелә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...

САЛАУАТ ГУМАНИТАР ИНСТИТУТЫ

САЛАУАТ ГУМАНИТАР ИНСТИТУТЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. 1998 й. асыла. Институт составына 4 ф‑т (мәғлүмәт технологиялары, менеджмент, хоҡуҡ, иҡтисад) инә. Интернет‑үҙә‑ге, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө‑ситтән тороп уҡыу бүлегендә, Мәскәү иҡт., статистика һәм информатика ин‑тындағы...

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ, 1998 й. БДПИ‑ның (1990 й. нигеҙләнгән) һәм БДУ‑ның (1993) Сибай филиалдарын берләштереү һөҙөмтәһендә асыла, 2009 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑ты (филиалы). Ин‑т (филиал) составында 5 ф‑т (тәбиғәт-математик, пед., технологик, иҡт., юридик) бар. Ғилми бүлеге, 3 китапханаһы, комплекслы музейы,...

ТЕХНОЛОГИЯ ҺӘМ ПРОИЗВОДСТВОНЫ ОЙОШТОРОУ ИНСТИТУТЫ

ТЕХНОЛОГИЯ ҺӘМ ПРОИЗВОДСТВОНЫ ОЙОШТОРОУ ИНСТИТУТЫ, ААЙ. 1958 й. Өфөлә Авиация технологияһы һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑ның (Мәскәү) Урал филиалы булараҡ асыла, 1981 й. алып Технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу ҒТИ, 1994 й. — Урал технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу...

ТӨБӘК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ТӨБӘК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, дәүләт авт. ғилми учреждениеһы. 2009 й. Сибай ҡ. БР ФА‑ның Сибай филиалы (1999 й. ойошторолған) базаһында БР ФА‑ның Т.т.и. булараҡ асыла, 2012 й. алып БР‑ҙың Т.т.и. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мәҙәниәт, педагогика, психология, тарих, философия, этнолингвистика, этнология,...

ТУПРАҠ-БОТАНИКА БЮРОҺЫ

ТУПРАҠ‑БОТАНИКА БЮРОҺЫ, 1931 й. Өфөлә БАХИ эргәһендә ойошторола, 1933—35 йй. Тупраҡ‑ботаника ин‑ты, 1935 й. алып Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ, 40‑сы йй. башынан Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһы составына инә. БАССР‑ҙың игенселек ХК ҡарамағында була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...

УЙЛАП ТАБЫУСЫЛАР ҺӘМ РАЦИОНАЛИЗАТОРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

УЙЛАП ТАБЫУСЫЛАР ҺӘМ РАЦИОНАЛИЗАТОРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, уйлап табыусыларҙы, рационализаторҙарҙы, үҙешмәкәр авторҙарҙы, патент эйәләрен, ш. уҡ техник ижад үҫешенә булышлыҡ иткән юридик шәхестәрҙе берләштереү, уларҙың хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлау һәм һөнәри ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында ойошторолған...

УКРАИНА ССР-ы ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ

УКРАИНА ССР‑Ы ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ, 1919 й. ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941—43 йй. Президиумы һәм ин‑ттарының күпселеге Өфөлә эвакуацияла була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: авиация, металлургия, танк сәнәғәте өлкәһендә оборона әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү; һаулыҡ һаҡлау, тәбиғәт...