Список материалов
ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы
ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы (18.1.1939, ТАССР‑ҙың Урыссу а. — 4.11.2018, г.Карлскруна, Швеция), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта 1966 й. алып Новосибирск...
ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ СИСТЕМАЛАРЫ
ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ СИСТЕМАЛАРЫ, билдәһеҙлек шарттарында яһалма интеллект алымдарын һәм сараларын (эксперт системалар, аныҡ булмаған логика, нейрон селтәрҙәре, генетик алгоритмдар һ.б.) файҙаланып, техник объекттар һәм ойоштороу процестары м‑н идара итеү системалары. И.и.и.с. атом энергетикаһында,...
ИЗОТОПТАР
ИЗОТОПТАР (гр. isos — бер иш һәм topos — урын), ядроһында протондар һаны бер үк, ә нейтрондар һаны төрлө булған бер химик элементтың атом төрҙәре. И. тип ш. уҡ шундай элементтарҙың атомдары ядроһы атала. И. физик‑химик үҙенсәлектәре бер иш тиерлек була, сөнки атомдың электрон төҙөлөшөнә тик ядро заряды...
ИКЕ ЗВЕНОЛЫ ТРАНСПОРТЁР
ИКЕ ЗВЕНОЛЫ ТРАНСПОРТЁР, йөк һәм пассажирҙар ташыу өсөн тоташмалы сылбырлы тәгәрмәсле машина. Бер‑береһе м‑н тағылма, ярымтағылма (эйәр рәүешле) һәм вагон схемаһы б‑са тоташтырылған ике актив звенонан (арбаларҙан) тора; үҙ аллы боролош механизмдары була. Йөк күтәреүсәнлеге һәм тәғәйенләнеше б‑са айырыла;...
ИКЕНСЕЛ ЯҒЫУЛЫҠ-ЭНЕРГЕТИКА РЕСУРСТАРЫ
ИКЕНСЕЛ ЯҒЫУЛЫҠ-ЭНЕРГЕТИКА РЕСУРСТАРЫ, производство ҡалдыҡтарының, өҫтәмә йәки аралыҡ продукттарының энергетик потенциалы; икенсел ресурстар төрө. Йылылыҡ И.я.‑э.р. технологик агрегат газдарынан, һыуытыу системалары шыйыҡлыҡтарынан һәм газдарынан, файҙаланылған һыу быуынан, вентиляция һ.б. ташландыҡтарынан...
ИЛҺАМОВ Марат Әҡсән улы
ИЛҺАМОВ Марат Әҡсән улы (8.4.1934, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а.), инженер-механик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА акад. (1998), физика‑матем. ф. д‑ры (1970), проф. (1972). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) 100‑сө почта йәшниге тәжрибә КБ‑нда эшләй (Өфө). 1962—91 йй. СССР ФА‑ның Ҡазан фәнни үҙәгенең...
ИЛЬЮШИН Алексей Антонович
ИЛЬЮШИН Алексей Антонович (20.1.1911, Ҡазан – 31.5.1998, Мәскәү), механик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1938), проф. (1938). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1934) шунда уҡ эшләй: лаб. мөдире, 1942—98 йй. һығылмалылыҡ теорияһы каф. мөдире, бер үк...
ИЛЬЯСОВ Барый Ғәле улы
ИЛЬЯСОВ Барый Ғәле улы (13.6.1939, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Бүребай ҡсб), инженер‑электромеханик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәр докторы (1983), профессор (1985). РФ‑тың (1994) һәм БР‑ҙың (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980), РФ‑тың...
ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Шәүҡәт улы
ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Шәүкәт улы (10.2.1959, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Миндәк ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1984—2007 йй. (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла, 1996—98 йй. В.А.Стеклов ис. Математика ин‑тында (Мәскәү) эшләй. 2007 й. алып Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин‑тында...
ИМАЕВ Валерий Мәзит улы
ИМАЕВ Валерий Мәзит улы (20.1.1965, Өфө), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (2003). Р.М.Имаевтың ҡустыһы. Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1988) Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында эшләй: 2003 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — лаб. мөдире һәм бер үк ваҡытта БДУ-ла...
ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА
ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА, техниканың электр импульстарын барлыҡҡа килтереү, үҙгәртеү, көсәйтеү йәки уларҙың параметрҙарын үлсәү ҡорамалдарын уйлап табыу, ш. уҡ электр сылбырҙарындағы импульслы процестарҙы өйрәнеү өлкәһе. Импульслы электр ҡорамалдары автоматика системаларында, иҫәпләү техникаһында, радиоэлемтәлә,...
ИНДИКАТОР
ИНДИКАТОР (лат. indicator — күрһәткес), объекттың әлеге мәлдәге торошо йәки процесс барышы т‑дағы мәғлүмәтте уңайлы формала алыу һәм тапшырыу сараһы. Тормошҡа ашырыу ысулына ҡарап маркерлы (объектты табыуҙы һәм күҙәтеүҙе еңел- ләштереүсе ҡулайламалар), химик (химик реакция йәки физик процесс барышына...
ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА
ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА, ғәмәли математиканың сәнәғәт технологияларын эшләгәндә матем. ысулдарын ҡулланыуҙы өйрәнеүсе бүлеге. И.м. бурысы: производство системаларын анализлау һәм тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле матем. ысулдарын табыу. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып И.м. Авиация техник университетында,...
ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ
ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ, етештереү, транспорт, энергетика, һыу хужалығы һ.б. б‑са талаптарҙы тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. И.ҡ. ҡулланыу өлкәһенә (машиналар эшләү, металлургия, химия сәнәғәте, энергетика һ.б.), ер йәки һыу өҫтө кимәленә ҡарата урынлашыуына (ер өҫтө һәм ер аҫты ҡоролмалары,...
ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР
ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, билдәле сығарылыштарҙың сикһеҙ йыйылмаһына эйә һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы булмаған (эволюцион, гиперболик) һәм һыҙыҡлы И.т. айырыла. Математика, физика һәм техника мәсьәләләрен (атмосфералағы циклик ҡойондарҙы, гравитация ҡырын, сүсле‑оптик кабелдәрҙә...
ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР
ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, интеграл тамғаһы аҫтында торған билдәһеҙ функцияһы булған тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ, тиң һәм тиң булмаған И.т. айырыла. Күренештәрҙе һәм процестарҙы (ҡылдарҙың һәм мембраналарҙың тирбәлеүен, нурланыш энергияһының күсерелеүен, диффузияны, ваҡиғаның ихтималлығын һ.б.)...
ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР
ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР, интеграл тамғаһы аҫтында үҙгәреүҙәр функцияһы булған функциональ үҙгәреүҙәр. И.ү. интеграциялау һәм дифференциациялау ғәмәлдәрен ниндәйҙер алгебраик операциялар берләшмәһе м‑н алмаштырырға мөмкинлек бирә һәм акустика, кибернетика, математик биология, математик физика (йылылыҡтың...
ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР
ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР (лат. inter — араһында һәм металл), ике йәки бер нисә металдың иретеү, ныҡ ҡыҙҙырып йәбештереү, электролиз йәки механик ҡатыштырыу юлы м‑н алынған үҙ‑ара химик берләшмәһе (алю- минид, борид, силицид һ.б.). 20 б. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында...
ИНТЕРПОЛЯЦИЯ
ИНТЕРПОЛЯЦИЯ (лат. Interpolation – үҙгәреү), ниндәйҙер дәүмәлдең мөһим нөктәләрҙәге билдәле ҡиммәттәре б‑са аралаш ҡиммәттәрен табыу, аппроксимацияның төрө. И. алымдары функциялар теорияһында һәм ғәмәли фәндәрҙә (яҡынса интеграциялау, тигеҙләмәләр сығарғанда), статистикала (осраҡлы хаталарҙы алып ташлау...
ИНФОРМАТИКА
ИНФОРМАТИКА, мәғлүмәттең төҙөлөшөн һәм дөйөм үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уны йыйыу, һаҡлау, эҙләү, эшкәртеү, үҙгәртеү, таратыу һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә файҙаланыу м‑н бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнеүсе фән тармағы. И. төп йүнәлештәре: теоретик (ғәмәли һәм техник И. фәнни нигеҙен, мәғлүмәт теорияһын,...