Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА, инфраҡыҙыл нурланышты (оҙонлоғо 0,76‑нан 1000 мкм тиклем булған тулҡындар спектры) барлыҡҡа килтереү, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү ҡорамалдары, приборҙары, ш. уҡ фән һәм техниканың инфраҡыҙыл нурланышты, уның физик үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән ысулдарҙы һәм техник сараларҙы...

ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ

ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ (ҡаты хәлдәге электролиттар), кристаллик хәлдә шыйыҡ электролит кимәлендәге юғары ионлы үткәреүсәнлеккә эйә матдәләр. И.с. иондарҙың хәрәкәтсәнлеге кристаллик рәшәткә эсендә күп буш позициялар булыу м‑н аңлатыла. Катионлы һәм анионлы И.с. (ток йөрөтөүсе булып ярашлы рәүештә анион...

ИОНЛАШЫУ

ИОНЛАШЫУ (гр. ión — барыусы), электрик яҡтан нейтраль өлөшсәләрҙең (атомдар, молекулалар һ.б. атомлы‑молекуляр системаларҙың) бер йәки бер нисә электроны айырылып китеү йәки ҡушылыу һөҙөмтәһендә иондарға әүерелеүе. “И.” термины элементар актҡа ла (атом, молекуланың И.), шундай акттарҙың йыйылмаһына...

ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ

ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ, ионлы легирлау, вакуум ҡулайламаларында өҫкө йөҙөн иондар м‑н һуҡтырып, ҡаты есемдең эсенә сит атомдарҙы индереү; вакуумлы ионлы-плазмалы технологияның бер төрө. Башҡортостанда И.и. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла башлана (С.М.Боровский, В.С.Мухин, А.М.Смыслов)....

ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович

ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович (28.10.1938, Өфө – 6.2.1989, Мәскәү), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1973), проф. (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (Өфө) эшләй. 1965—76 йй. ӨАИ‑ла: 1971 й. алып материалдар ҡаршылығы каф., 1972 й. — ғәмәли механика каф., 1973—74 йй....

ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы

ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы (3.3.1958, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфө коммутация аппараттары з‑дының “Меркурий” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй. 1984 й. алып Украина ССР‑ы ФА‑ның Материалдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемалары...

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы (10.10.1944, БАССР‑ҙың Нуриман районы Нимесләр а.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)....

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна (1.1.1949, Мукачево ҡ.), инженер-иҡтисадсы. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып иҡт., менеджмент һәм финанс ф‑ты деканы, 2006 й. — Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты дир., бер үк ваҡытта...

ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы

ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы (29.5.1949, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ-ла: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. башлап уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ двигателдәренең һыуытыу системаларын уйлап табыуға арналған....

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ, осраҡлы күренештәрҙең матем. моделдәрен өйрәнеүсе математика фәне. И.т. төп бурысы — ваҡиғаның ихтималлығын (осраҡлы һынауҙар һөҙөмтәһендә ваҡиғаның тормошҡа ашырылыу мөмкинлеген характерлаусы һанды) табыу. И.т. осраҡлы ваҡиғаларҙың ихтималлығы һәм уларҙың күп һанлы бойондороҡһоҙ...

ИШБАЕВ Ғиниәтулла Ғарифулла улы

ИШБАЕВ Ғиниәтулла Ғарифулла улы (20.7.1961, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Уральск ҡсб), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2008). РФ-тың (2014), БР‑ҙың (2003) атҡ. нефтсеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып сектор мөдире, 1991—99 йй. “Азимут” ҒПП‑нда бүлек нач.; бер үк ваҡытта...

ИШЕМҒУЖИН Евгений Измайлович

ИШЕМҒУЖИН Евгений Измайлович (19.7.1939, Пугачёв ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефтеразведка” тресында эшләй. 1965 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1989 й. башлап тау‑нефть ф‑ты деканы,...

ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы (25.7.1948, Ишембай ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Мәскәү радиотехника з‑дының махсуслаштырылған КБ‑нда, 1978 й. алып МДУ‑ның ғилми‑тикшеренеү Иҫәпләү үҙәгендә (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй, бер үк...

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы [3.12.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2016). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Башвостокнефтеразведка”...

ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы

ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы (18.3.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1976—85 йй. һәм 1998 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1985—2004 йй. Өфө дәүләт сервис ин‑тында эшләй: 1993—95 йй. хисаплау техникаһы һәм автоматлаштырылған идара итеү системаһы...

ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы

ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы (25.4. 1957, Өфө ҡ. — 15.6.2020, шунда уҡ), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1984 й. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең хисаплау үҙәге менән Математика институтында эшләй (2001 й. башлап төп ғилми хеҙмәткәр). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы (22.1.1960, Өзгөн ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2000). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р),...

ЙОНДОҘҘАР

ЙОНДОҘҘАР, үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр. Яҡтыртылышы, ауырлығы, т‑раһы, химик составы, спектры б‑са классификацияланалар. Шартлы рәүештә кәрлә...

ЙОНДОҘЛОҠТАР

ЙОНДОҘЛОҠТАР, йондоҙло күк өлөштәре йәки улар эсендәге йондоҙ фигуралары. Боронғо замандарҙан уҡ кешеләр яҡты йондоҙҙарҙан торған билдәле фигураларға исем биргән. Һәр бер мәҙәниәттә күк йөҙөн үҙенә бер төрлө итеп фрагменттарға бүлеү принцибы булған. 1930 й. йондоҙҙарҙы табыу һәм билдәләү еңелерәк булһын...

ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы

ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы [1.9.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Буралы а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 16.4.1991, Өфө], инженер-радиотехник. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков лётчик-күҙәтеүселәр һәм штурмандар хәрби авиация уч‑щеһын...