Список материалов
ЙӨК АВТОМОБИЛЕ
ЙӨК АВТОМОБИЛЕ, рельсһыҙ юлдар буйлап йөк һәм пассажирҙар ташый торған тәгәрмәсле транспорт машинаһы. Й.а. шассиҙан (йөрөү өлөшө һәм двигатель м‑н кабина) һәм кузов (платформа) йәки махсус конструкция рәүешендәге йөк ташыу өлөшөнән тора. Ташыла торған йөктөң төрө б‑са Й.а. универсаль һәм махсуслаштырылған...
ЙЫЛАЙЫР, кратер
ЙЫЛАЙЫР, Марс өҫтөндәге кратер. Диам. 48 км. Планетаның көньяҡ ярымшарында урынлашҡан; координаттары: көньяҡ киңлектең 32,1° һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 33,0°. 1979 й. “Маринер-9” йыһан аппаратынан (АҠШ) фото төшөрөү ваҡытында асыла. Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а....
ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ
ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, нығыраҡ йылынған йылылыҡ биргестән аҙыраҡ йылынғанына йылылыҡ күсерә торған ҡоролмалар. Йылылыҡ биргестең төрө б‑са һауа‑, газ‑, шыйыҡлыҡ‑ һәм пар‑шыйыҡлыҡ, пар‑газ һәм газ‑һауа Й.а.а.; эшләү принцибы б‑са — регенератив (йылытыу майҙанының өҫтө сиратлап йылытыусы һәм...
ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ
ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә әүерелдереүсе ҡоролма; йылылыҡ машинаһының бер төрө. Конструкцияһының үҙенсәлектәре б‑са Й.д. поршенлы, реактив, роторлы һәм ҡатнаш (роторлы‑поршенлы, турбореактив һ.б.); эш башҡарыусы есемгә йылылыҡ килтереү ысулы б‑са эске яныулы двигатель һәм тышҡа...
ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ
ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә йәки киреһенсә әүерелдереүсе ҡоролма. Әүерелдереү эш башҡарыусы есемдең (пар, газ, хладагент һ.б.) эске энергияһы үҙгәреүе иҫәбенә башҡарыла. Й.м. әйләнмәле термодинамик процесс (тура йәки кире) бара. Йылылыҡ двигателдәре һәм ҡулайламалары, компрессорҙар...
ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ
ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ, йылылыҡ энергияһын алыу һәм уны сәнәғәттә, а.х., көнкүрештә, транспортта файҙаланыу ысулдарын, ш. уҡ йылылыҡ энергетикаһы ҡулайламаларының һәм йылылыҡ двигателдәренең эшләү принциптарын, конструктив үҙенсәлектәрен һәм уларҙа барған термодинамик, йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарын...
КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ
КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевизион сигналды ҡабул иткән, эшкәртеүҙе һәм элемтә кабеле линиялары б‑са абонентҡа еткереүҙе тәьмин иткән техник саралар комплексы. Сигнал К.т. төп станцияһынан эре бүлеү пункттарына (узелдарына) тиклем оптик кабель б‑са тапшырыла, унан һуң электрон формаға әйләндерелә һәм...
КАКАЧ Садик
КАКАЧ Садик (1.10.1932, Корум ҡ., Төркиә), физик. Филос. д‑ры (1965). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Истанбул техник ун‑тын (1955), Массачусетс технологик ин‑тын (Кембридж ҡ., 1960), Манчестер ун‑тын (1965) тамамлаған. 1960—82 йй. Анкарала (Төркиә) эшләй: 1961—62 һәм 1968—70 йй. инженерлыҡ механикаһы...
КАНАТ, арҡан
КАНАТ, арҡан, ҡорос сымдарҙан, ептәрҙән, үҫемлек сүстәренән, синтетик йәки минераль сығышлы сүстәрҙән яһалған һығылмалы изделие. Яһау ысулы б‑са ишелгән (сиратылған), ишелмәгән, үрелгән К. бүленә. Металл (ҡорос) К. түңәрәк йәки фасон (алты ҡырлы, тура мөйөшлө, квадрат) киҫелешле сымдарҙан эшләнә. Ишелгән...
КАРБИДТАР
КАРБИДТАР (лат. carbo — күмер), углеродтың металдар һәм ҡайһы бер металл булмаған матдәләр м‑н берләшмәләре. Атомдар араһындағы химик бәйләнештәрҙең төрө б‑са ионлы, ковалентлы һәм металға оҡшаш К. айыралар. К. элементтарҙың вакуумда йәки тергеҙеүсе мөхиттәрҙә һ.б. углерод йәки углеродлы газдар м‑н...
КӘЛИЕВ Ибрагим Адиетович
КӘЛИЕВ Ибраһим Әҙиәт улы (11.10.1959, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Бударин ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2010). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) РФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында һәм...
КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ
КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ, хәрәкәтсән ике яҡлы радиоэлемтәнең бер төрө. К.э. телефон элемтәһе, Интернетҡа инеү, мәғлүмәт тапшырыу һ.б. мөмкинлектәрҙе бирә. К.э. ойоштороу принцибы төрлө операторҙар үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән терр‑яны бер‑береһе м‑н бәйләнгән, бер‑береһен өлөшләтә ҡаплаған участкаларға (кәрәҙҙәргә)...
КӘРИМОВ Нәзиф Хәниф улы
КӘРИМОВ Нәзиф Хәниф улы [12.10.1931, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Ерекле а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 16.1.2005, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1986), проф. (1992). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) “Актюбнефть” тресында, 1962 й. алып...
КЕРАМИКА
КЕРАМИКА (гр. keramike — көршәк яһау сәнғәте), балсыҡтарҙы һәм уларҙың минераль өҫтәмәләр, ш. уҡ металл оксидтары һ.б. органик булмаған берләшмәләр м‑н ҡатышмаларын яндырып уҡмаштырылған әйберҙәр һәм материалдар. Балсыҡтың һығылмалығы боронғо замандан уҡ билдәле. Тәүҙә К. төп төрө һауыт-һаба булған....
КИРЕ МӘСЬӘЛӘ
КИРЕ МӘСЬӘЛӘ, сығарылышы т‑да бирелгән мәғлүмәттәрҙән сығып абстракт оператор тигеҙләмәһен эҙләп табыу б‑са матем. мәсьәлә. К.м. тигеҙләмәнең сығарылышын йәки уның т‑дағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе күрһәткән тура мәсьәләнән айырмалы рәүештә тигеҙләмә (тигеҙләмәләр системаһы, ос шарттары) билдәләнә. К.м. физика,...
КОЛОВЕРТНОВ Юрий Денисович
КОЛОВЕРТНОВ Юрий Денисович (10.3.1937, Мирзоян ҡ., Ҡаҙағстан — 27.1.2002, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры һәм проф. (1990). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1974), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан...
КОМЕТАЛАР
КОМЕТАЛАР (гр. kometes — оҙон сәсле), Ҡояш системаһының ныҡ һуҙылған орбиталары буйлап хәрәкәт итеүсе күк есемдәре. Үҙәгендә төйөрө (ядро) булған аҙ ғына яҡтыртыусы томанлы объект күренешендә булалар. К. ядроһы — туңған һыуҙан, углеродлы газдан, метан һәм аммиактан, туҙан өлөшсәләренән һәм ташлы матдәләрҙән...
КОМПЛЕКСЛЫ ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ
КОМПЛЕКСЛЫ ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ, билдәләнеү өлкәһе булып комплекслы Евклид арауығы яҫылығының билдәһеҙ нөктәләр күмәклеге торған функцияларҙы (киң мәғәнәлә), бер йәки күп комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең аналитик функцияларын (тар мәғәнәлә) өйрәнгән математика бүлеге. Теорияның матем. аппараты...
КОМПРЕССОР
КОМПРЕССОР, һауаны һәм газдарҙы ҡыҫыу машинаһы, һауа өрҙөргөс машинаның бер төрө. Эшләү принцибы һәм төҙөлөшө б‑са күләмле (ҡыҫыу процесы сикләнгән күләмде кәметеү ваҡытында барлыҡҡа килгән поршенлы, винтлы, ротацион) һәм көрәкле К. (ҡыҫыу әйләнеп торған көрәксәләр ярҙамында башҡарылған үҙәктән ҡыуыу,...
КОМПЬЮТЕР
КОМПЬЮТЕР (ингл. сomputer, лат. сomputо — һанайым, иҫәпләйем), электрон хисаплау машинаһы, мәғлүмәтте алыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн автоматик ҡоролма. Программалау һәм техник саралар комплексы. Процессорҙан, мәғлүмәтте индереү (клавиатура, коммуникация порты һ.б.) һәм сығарыу (дисплей, принтер...