Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович

КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович (27.2.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай), физик. Техник ф. д‑ры (2005). Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге дисперслы системаларҙың һәм нефть ҡатламының физик-химик механикаһына арналған. К. тарафынан ҡатлаулы флюидтарҙың тоҡомдар м‑н...

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, көс йөкләнештәрен ҡабул иткән конструкцияларҙың деталдәрен яһау өсөн ҡулланылған материалдар. Композицион материалдарға, металл (интерметаллидтар, металдар һәм иретмәләр), металл булмаған: органик (нигеҙенә тәбиғи һәм яһалма сығышлы углеводород берләшмәләре инә) һәм органик...

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, коррозиялаусы мөхит м‑н химик йәки электрохимик тәьҫир итешеү ваҡытында тарҡалыуға тотороҡло материалдар. К.с.м. сәнәғәттең бөтә тармаҡтарында һауала, окисланған һәм нейтраль мөхиттәрҙә сыҙамлы деталдәр, быуындар, аппараттар һәм конструкциялар яһау өсөн, футеровкалаусы...

КОСМОГОНИЯ

КОСМОГОНИЯ (гр. kosmogonia — донъяның барлыҡҡа килеүе), астрономия бүлеге, Ғаләмдең — галактикаларҙың, йондоҙҙарҙың, Ҡояш системаһының (Ҡояш, планеталар, уларҙың юлдаштары, астероидтар, кометалар, метеориттар) һ.б. барлыҡҡа килеүен һәм эволюцияһын өйрәнә. К., космология кеүек үк, философия м‑н тығыҙ...

КОСМОЛОГИЯ

КОСМОЛОГИЯ (космос һәм ...логия), астрономия бүлеге, Ғаләмдең дөйөм үҙенсәлектәрен өйрәнә. Боронғо космологик тәғлимәттәр башлыса һүрәтле моделдәр һәм мифтар була. Хәҙ. К. бөтә Ғаләмдең үҙенсәлектәрен бер ни тиклем аңлауҙы үҙ эсенә алған Метагалактика төҙөлөшө һәм үҙгәреү динамикаһының астрофизик теорияһы...

КОСМОНАВТИКА

КОСМОНАВТИКА (космос һәм nautikḗ — диңгеҙҙә йөҙөү, караптар йөрөтөү сәнғәте), йыһан арауығында осоу; фән һәм техниканың йыһанды, Ерҙән ситтә булған объекттарҙы төрлө йыһанда осоу аппараттарын файҙаланып үҙләштереүҙе тәьмин иткән тармаҡтары. Башҡортостанда К. өлкәһендәге фәнни‑техник эштәр ғилми‑тикшеренеү...

КРАУЗЕ Александр Сергеевич

КРАУЗЕ Александр Сергеевич (17.11.1947, Һарытау ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨДАТУ‑ла, 2011 й. алып Молекулалар һәм кристалдар ин-тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре молекула-ара тәьҫир итешеүҙе, тирбәлеү спектроскопияһы алымдары м‑н шыйыҡлыҡтарҙағы яҡын динамик...

КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР

КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР, терәк‑хәрәкәт аппараты функциялары боҙолған кешеләр, инвалидтар, оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ултырғыслы, таянсыҡтары һәм баҫҡыстары булған тәгәрмәсле техник хәрәкәт итеү саралары. Файҙаланыу шарттарына һәм тәғәйенләнешенә ҡарап бүлмә эсендә, саф һауала йөрөү, универсаль, юлда...

КРИОНИ Николай Константинович

КРИОНИ Николай Константинович (5.9.1953, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ярославль радиозаводында эшләй. 1977...

КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич

КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич (8.11.1939, Ҡырым АССР‑ы Ҡышлау а. — 15.5.2019, Ульяновск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1963) 115‑се почта йәшниге...

КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ

КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ, астрономик күренеш, был ваҡытта Ай, Ҡояш, планета, планетаның юлдашы йәки йондоҙ Ерҙәге күҙәтеүсегә тулыһынса йәки өлөшләтә күренмәй. Ай тотолоу (өлөшләтә һәм тулыһынса) Ай тулған ваҡытта, Ер Ай м‑н Ҡояш араһында торғанда башлана. Ай өлөшләтә тотолғанда Ерҙең күләгәһенә саҡ ҡына...

КҮП ТӨРЛӨЛӨК

КҮП ТӨРЛӨЛӨК, математиканың һыҙыҡ һәм өҫкө йөҙ төшөнсәләрен теләһә ниндәй үлсәм һанына дөйөмләштергән фундаменталь төшөнсәһе. Һандар арауығы кеүек төҙөлөшлө билдәле бер урындағы геом. объект булып тора, йәғни К.т. һәр нөктәһенең (геом. мәғәнәләге нөктә, тура һыҙыҡ, сфера, матрица, механик система торошо...

КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ

КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ, тотош мөхиттәр механикаһының төрлө физик шарттарҙа газ, шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге мөхит ҡатышмаларының макроскопик хәрәкәтен өйрәнә торған бүлеге. Күп фазалы (оҡшаш булмаған йәки гетероген) системалар — тороштары макроскопик эффекттарға һәм структура параметрҙарына бәйле...

КҮПЕРҘӘР

КҮПЕРҘӘР, ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы (йылға, тарлауыҡ, юл һ.б.) үтеү өсөн эшләнгән архитектура‑төҙөлөш юл ҡоролмалары. К. тороҡ конструкциялары б‑са — балкалы, аркалы, аҫылмалы һ.б., материалдары б‑са — ҡорос, тимер‑бетон, ағас һ.б., тәғәйенләнеше б‑са т. юл, автоюл, йәйәүлеләр өсөн һ.б. төрҙәре айырыла....

ҠАБАРЫНҠЫЛЫҠ АНАЛИЗЫ

ҠАБАРЫНҠЫЛЫҠ АНАЛИЗЫ, математиканың ҡабарынҡылыҡ күмәклектәре һәм ҡабарынҡылыҡ функциялары үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Математик анализдың һәм геометрияның элементтарын берләштерә. Ҡ.а. төшөнсәләре һәм ысулдары функциональ анализда, функциялар теорияһында, оптималләштереү теорияһында (ҡабарынҡылыҡ...

ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ

ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ, төрлө типтағы һәм тәғәйенләнештәге двигателдәрҙә яныусы ҡатышмаларҙың тоҡаныуын тәьмин итеүсе ҡоролма. Ҡабыҙыу агрегатынан һәм шәмдән тора. Яныусы ҡатышмаларҙы тоҡандырыу ысулы б‑са электр һәм электр булмаған; традицион Ҡ.с. шәмдәрҙә электр осҡондарын барлыҡҡа килтереү өсөн файҙаланылған...

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ, автоматлаштырылған приборҙар һәм комплекстар, клиник лаб. диагностика саралары. Үлсәү өлөшөнән, эшкәртеү (микропроцессорҙар) һәм мәғлүмәтте сағылдырыу (цифрлы индикаторҙар) ҡоролмаларынан торалар. Ҡатмарлы комплекстарҙа эшкәртеү һәм сағылдырыу функцияларын компьютер башҡара. Ғилми-тикшеренеү...

ҠАР ТАҘАРТҠЫС

ҠАР ТАҘАРТҠЫС, автомобиль юлдарын, аэродром ҡапламаларын, майҙандарҙы ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу ҡоролмаһы. Һабанлы, щёткалы, фрезерлы (роторлы) Ҡ.т. һәм реактив двигателдәр ағымының йылылыҡ һәм газ‑динамик энергияһы файҙаланылған Ҡ.т. айырыла. Ҡ.т. автомобиль шассиларына йәки махсус шассиларға (мәҫ.,...

ҠАРА УПҠЫН

ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре...

ҠАРГИҘӘР

ҠАРГИҘӘР, ҡар һәм боҙ өҫтөндә йөрөү өсөн ер өҫтө транспорт сараһы. Киң сылбырҙар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм башлыса машинаның алғы өлөшөндә торған ике саңғы табаны м‑н идара ителә. Сылбырҙары резинанан йәки композициялы материалдарҙан, корпусы алюмин иретмәләренән, ҡорос йәки быяла пластиктан...