Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАТЫ ЕСЕМ

ҠАТЫ ЕСЕМ, матдәнең форма тотороҡлолоғо һәм тигеҙләнеш торошо тирәһендә ҙур булмаған тирбәлеүҙәр башҡарған атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте характеры м‑н айырылып торған агрегат хәле. Төҙөлөшө б‑са кристалл хәлендәге (миним. эске энергиялы тотороҡло хәл, атомдарҙың кристалл рәшәткәһе узелдарында урынлашыуының...

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ, физиканың яңы материалдар алыу маҡсатында ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге; бик күп өлөшсәләрҙән (1 см3 яҡынса 1022) торған конденсирланған системаларҙың квант физикаһы булараҡ үҫешә. Ҡ.е.ф. тикшереү объекттары б‑са металлофизика, ярым үткәргестәр,...

ҠОЙОУ

ҠОЙОУ, ғәҙәттә иретелгән материалды (металдар, иретмәләр, пластик массалар, ҡайһы бер тау минералдары һ.б.) ҡойоу формаларына һалып ҡойолмалар әҙерләү. Ҡ. бер нисә тиҫтә ысулын айыралар. Формаларҙы тултырыу алымына ҡарап ғәҙәти, үҙәктән ситкә ҡыуҙырып, баҫым аҫтында һ.б.; формаларын яһау алымына ҡарап —...

ҠОРОС

ҠОРОС, тимерҙең углерод (0,02—2,14%) м‑н иретмәһе, составына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡушылмалары, ш. уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле. Тәғәйенләнеше б‑са конструкция...

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ, һауаны йәки газды ҡыҫыу өсөн (0,4—7,0 МПа баҫымға тиклем) үҙ аллы эшләүсе энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағынан һәм компрессорҙан тора. Компрессор күсергесе өсөн механик энергияны сығарыу ысулына ҡарап газ турбиналы (ҡара: Газ турбиналы ҡулайлама) һәм поршенле Ҡ.һ.г. айыралар....

ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, лазер нурланышы ярҙамында материалды йәки ярым фабрикатты эшкәртеү, яһау, уларҙың хәлен, үҙенсәлектәрен һәм формаһын үҙгәртеү ысулдары йыйылмаһы. Л.т. 1‑ҙән бер нисә мең Вт тиклем ҡеүәтле ҡаты есемле һәм газлы (углекислый газ) лазерҙар ҡулланыла. Технологик операцияларҙың төрөнә...

ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович

ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович (27.3.1917, Түб. Новгород губ. Яковцево а. — 14.4.1987, Өфө), математик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1970), физика‑матем. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Горький ун‑тын тамамлаған (1939), 1942 й. алып шунда уҡ эшләй: 1948 й. башлап юғары матем. каф....

ЛЯГОВ Александр Васильевич

ЛЯГОВ Александр Васильевич (18.12. 1950, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (2000—02 йй. “Недра” технопаркының башҡарма дир.), бер үк ваҡытта 2009 й. алып Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү...

МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ

МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ, янар газдарҙы ҙур араға (сығарыу йәки етештереү урынынан ҡулланыу урынына тиклем) ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән инженер‑техник ҡоролмалар. Ер аҫтында (траншеяла), ерҙә (тупраҡ аҫтында) һәм ер өҫтөндә (терәүҙәрҙә) һалынған М.г.т. айыралар. Эш баҫымы б‑са М.г.т. 1‑се (2,5—10 МПа)...

МАГНЕТИЗМ

МАГНЕТИЗМ (гр. magnе†tis — магнит), тәбиғәттәге һәр бер есемдең ниндәйҙер дәрәжәлә магнит үҙенсәлектәренә эйә булыуына бәйләнгән универсаль тәбиғәт күренеше. Был, башлыса, матдәләрҙең атомдары составына ингән электрондарҙың магнит моменттары булыуы м‑н аңлатыла. Ҡайһы бер химик элементтар атомдарының...

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР, магнит үҙенсәлектәре б‑са электротехникала, автоматикала, телемеханикала, приборҙар яһауҙа һ.б. өлкәләрҙә ҡулланыла алған матдәләр (ферро‑ һәм ферримагнетиктар). Йомшаҡ һәм ҡаты М.м. бүленә. Йомшаҡ М.м. көсөргәнешлелеге 8‑ҙән 800 А/м тиклем булған магнит ҡырҙарында туйынғанға тиклем...

МАГНИТОФОН

МАГНИТОФОН (магнит һәм гр. phōnē † — тауыш), тауышты магнит ярҙамында яҙып (ғәҙәттә, таҫмаға), яңынан ишеттерә торған ҡоролма. Таҫма тартыу механизмынан, электр сигналдарын көсәйткестәрҙән, магнитлы эшләпәләрҙән, юғары йышлыҡ генераторынан, яҙыу кимәле күрһәткесенән, электр энергияһы биреү һәм электр‑акустик...

МАРС, планета

МАРС, Ҡояштан алыҫлығы б‑са дүртенсе урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 228 млн км (1,52 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 687 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 24 сәғ. 37 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 64°48’; был планета климатының миҙгелгә бәйле мөһим...

МАССА АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ

МАССА АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, күп фазалы матдәләрҙе масса алмаштырыу йәки диффузия юлы м‑н айырым компоненттарға йә фракцияларға айырыу, уларҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн аппараттар. Тәғәйенләнеше б‑са — ректификация, экстракция, абсорбция, адсорбция, ион алмаштырыу һ.б.; фаза‑ара йөҙҙөң барлыҡҡа килеү...

МАТЕМАТИК АНАЛИЗ

МАТЕМАТИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы дифференциаль һәм интеграль иҫәпләмәләр ысулдары м‑н тикшереүгә арналған бүлеге. Функция, сығарылма, интеграл, һан рәттәре, функциональ эҙмә‑эҙлелектәр һ.б. төшөнсәләр м‑н эш итә. Дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, интеграль тигеҙләмәләрҙе, ысын үҙгәреүсәндәрҙең...

МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ

МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ, биол. системаларҙы тикшереү өсөн матем. аппаратын файҙаланған интегратив фән. Түбәндәге бүлектәрен айыралар: матем. генетика, матем. физиология, матем. экология. Тереклек т‑дағы фәндең хәҙ. үҫеш осоронда М.б. биоинформатика һәм системалы биол. м‑н тығыҙ бәйләнгән. Геномдарҙы анализлауҙы...

МАТЕМАТИК ИҠТИСАД

МАТЕМАТИК ИҠТИСАД, иҡт. теорияһының анализлау, прогнозлау, планлаштырыу һәм идара итеү мәсьәләләре комплексын хәл иткәндә иҡт. процестарҙы һәм күренештәрҙе тасуирлау өсөн матем. аппаратын ҡулланған бүлеге. Баланс, динамика, детерминациялау, оптималләштереү, стохастик (фундаменталь матем. ҡулланмайынса...

МАТЕМАТИК ЛОГИКА

МАТЕМАТИК ЛОГИКА, математиканың матем. иҫбатлауҙары һәм матем. нигеҙҙәрен төҙөү мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: классик предикаттар логикаһы, алгоритмдар теорияһы, аксиоматик күмәклектәр теорияһы, иҫбатлауҙар теорияһы. Матем. ҡушымталарынан тыш М.л. фән һәм техниканың төрлө өлкәләрендә...

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ, танып белеү объекттарын моделдәрҙә тикшереү; характеристикаларын билдәләү һәм аныҡлау өсөн әйберҙәрҙең, күренештәрҙең (йәнле һәм йәнһеҙ системалар, инженер конструкциялары, биол., физик, химик, соц.‑иҡт. процестар) моделдәрен төҙөү һәм уларҙы өйрәнеү. Үҙ аллы фән булараҡ 20...

МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА

МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА, математиканың объекттар һәм күренештәрҙең билдәләре т‑дағы статистик мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу, эшкәртеү һәм файҙаланыу ысулдарын өйрәнгән бүлеге. Статистика алымы һығымталарҙың ышаныслы һәм аныҡ булыуын баһалау өсөн һайлап алыу ысулын (объектты йәки күренеште ентекле тикшереү...