Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАСОС

НАСОС, шыйыҡсаны уға тыштан энергия (потенциаль, кинетик) биреп баҫым ярҙамында күсерә торған машина. Н. эшләү принцибы б‑са көрәксәле (үҙәктән ҡыуа торған, акциаль, өйөрөлмә), күләмле (поршенле, плунжерлы, роторлы, ҡанатлы һ.б.), ағымлы (эжекторҙар, инжекторҙар һ.б.); тәғәйенләнеше б‑са — артезиан...

НАСОС СТАНЦИЯЛАРЫ

НАСОС СТАНЦИЯЛАРЫ, шыйыҡсаларҙы үткәргес торбалар буйлап ҡыуыу өсөн ҡулайламалар һәм ҡорамалдар комплексы. Ер өҫтө, ер аҫты һәм тәрәндән ала торған (шахта тибындағы) Н.с. айыралар. Насос агрегаттарынан, һурыу һәм ҡыҫып тултырыу үткәргес торбаларынан, резервуарҙарҙан, автоматлаштырыу, телемеханика, элемтә,...

НӘҘЕРШИН Альберт Сәхәп улы

НӘҘЕРШИН Альберт Сәхәп улы (7.5.1951, ТАССР‑ҙың Яңы Писмән а.), тау инженеры‑электрик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2008). БР хеҙмәтләндереү тармағының атҡ. хеҙм‑ре (1996), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1973) Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре...

НЕФТЕБАЗАЛАР

НЕФТЕБАЗАЛАР, нефтте һәм нефть продукттарын туплау, һаҡлау, оҙатып тороу өсөн ҡоролмалар һәм ҡорамалдар комплексы. Тәғәйенләнеше б‑са нефть продукттарын транспорттың бер төрөнән икенсеһенә күсереп тейәүҙе башҡарған, бүлгән (хеҙмәтләндерелгән райондарҙы нефть продукттары м‑н тәьмин итә) һәм күсереп тейәп...

НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫН ТӨҘӨҮ

НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫ ТӨҘӨҮ, ауыр машиналар эшләү сәнәғәте тармағының иретеп йәбештерелгән табаҡтарҙан, торбанан эшләнгән тоташтырғыс деталдәрҙән, үткәргес торба арматураһынан һ.б. торған һыйышлыҡ конструкцияларын яһау б‑са төрө. Хәҙерге Н.а.т. төп технологик операциялары булып форманы үҙгәртеү (металдарҙы...

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР, нефть продукттарын ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, тармаҡлы, айырғыс, килтергес, блокировка һәм технологик Н.п.ү. айыралар. Магистраль Н.п.ү. нефть продукттарын баш һурҙырыу станцияһынан һуңғы пунктҡа тиклем ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән. Тармаҡлылары...

НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘР

НЕФТЬ ҮТКӘРГЕС, нефть ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, алып килгән, ҡабул иткән, сығарып ебәргән һәм технологик Н.ү. айыралар. Магистраль Н.ү. төп һурҙырып ҡыуыу станцияларынан, ер аҫты, һыу аҫты, ерҙәге, ер өҫтөндәге үткәргес торбаларҙан һ.б. объекттарҙан тора, нефтте ҡабул итеү...

НИКЕЛЬ ИРЕТМӘЛӘРЕ

НИКЕЛЬ ИРЕТМӘЛӘРЕ, хром, тимер, баҡыр, молибден һ.б. ҡушылған никель нигеҙендәге иретмәләр. Составы б‑са — пермаллойҙарҙы (никель— тимер), нихромдарҙы (никель—хром), хромелдәрҙе (никель—хром—кобальт), алюмелдәрҙе (никель— алюмин—марганец—кремний), хастеллойҙарҙы (никель— молибден), супериретмәләрҙе...

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ, металдар онтағын, иретмәләрҙе һәм химик берләшмәләрҙе, уларҙан яһалған ярым фабрикаттарҙы һәм изделиеларҙы йәки уларҙың металл булмаған онтаҡтар м‑н ҡатышмалаларын төп компонентты иретмәйенсә етештереү. О.м. технологияһы түбәндәге төп стадияларҙы үҙ эсенә ала: тәүге онтаҡтарҙы алыу...

ОПТИК ПРИБОРҘАР

ОПТИК ПРИБОРҘАР, яҡтылыҡты теркәү, анализлау, әүерелдереү һәм нурландырыу йәки ошо функцияларҙы комбинациялау өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар. Тәғәйенләнеше б‑са астрономия‑геодезия, мәғлүмәт‑үлсәү, медицина, оптик‑физик һ.б. төрҙәрен айыралар. О.п. объект һүрәтенең сифатын яҡшыртыу, уны ҙурайтыу, бәләкәйләтеү...

ОПТИК ЭЛЕМТӘ

ОПТИК ЭЛЕМТӘ, оптик диапазондағы электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында, ғәҙәттә, лазер ҡулланып башҡарылған элемтә. Асыҡ (Ер эргәһендәге йәки йыһан арауығында эшләгән) һәм ябыҡ (сүсле‑оптик элемтә линиялары) О.э. системаларын айыралар. О.э. системалары мәғлүмәтте ҙур тиҙлектә һәм йәшерен тапшырыуҙы тәьмин...

ОПТИКА

ОПТИКА (гр. optikē) , физиканың яҡтылыҡ тәбиғәтен, уның төрлө мөхиттәрҙә таралыуын һәм матдә м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: геом. (яҡтылыҡ оптик яҡтан бер төрлө мөхит эсендә тура һыҙыҡ б‑са тарала, оптик үҙенсәлектәре төрлө булған мөхиттәрҙең сигендә һына һәм сағыла торған нурҙарҙан...

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ, һыҙыҡлы, нормалаштырылған йәки топологик булған Х арауығында билдәләнгән ниндәйҙер маҡсатлы J (u) функционалының u∈U∈X сикләнеүендә (бында U – элементтарҙың билдәләнеү өлкәһе) экстремумын эҙләп табыуға ҡоролған матем. мәсьәлә. Локаль һәм глобаль, ҡағиҙәләргә ярашлы һәм ярашлы...

ОРГТЕХНИКА

ОРГТЕХНИКА, идара итеү һәм инженер‑техник эштәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар комплексы. О. сараларына авторучкалар, диктофондар, коммуникация (телефон, факсимиль аппараттары), электрон (компьютер), баҫыу (яҙыу машинкалары, принтерҙар), ҡабатлау (копир аппараттары, сканерҙар)...

ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС

ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС (ихтимал, йәки стохастик), ваҡыт үтеү м‑н ниндәй ҙә булһа бер системаның торошо ихтималлыҡ законлыҡтарына ярашлы үҙгәреүе процесы. Гаусстың, Марктың О.п., стационар О.п. һ.б. айыралар. Төп бурыстары – О.п. ҡиммәттәрен прогнозлау һәм интерполяциялау, төрлө үҙгәртеүҙәрҙе өйрәнеү, процестарҙың...

ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР

ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР, газ йәки пар‑газ ҡатышмалары ағымдарын өйрөлтөп, уларҙың эсендәге шыйыҡ йәки ҡаты хәлдәге өлөшсәләрҙе айырып ала, йылылыҡ һәм масса алмаштырыу процестарын интенсивлаштыра, энергияһы (т‑раһы) б‑са айыра торған ҡоролмалар. Газдарҙы өйөрмәгә индереү ысулы б‑са соплолары аксиаль һәм...

ПАНЧЕНКО Владислав Яковлевич

ПАНЧЕНКО Владислав Яковлевич (15.9.1947, Барановичи ҡ.), физик. РФА акад. (2008), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1985 й. алып РФА‑ның Лазер һәм мәғлүмәт технологиялары проблемалары ин‑тында (1992 й....

ПАРАБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ПАРАБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, айырым сығарылмалы һәм коэф. матрицаһы ыңғай билдәләнгән дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Йылы үткәреүсәнлек, диффузия, шыйыҡлыҡты һәм газды фильтрлау һ.б. стационар булмаған процестарҙы һүрәтләй. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып П.т. теорияһының ҡайһы бер аспекттары б‑са...

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ, билдәһеҙ параметрҙы үлсәү хаталарының ихтимал бүленеше т‑дағы фараздар моделен файҙаланып, һайланманың ҡиммәттәре б‑са яҡынса билдәләү. П.б. маҡсаты — осраҡлы яңылышыуҙарға дусар булған бер иш күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәләре б‑са физик, техник, иҡт. һ.б. параметрҙарҙы билдәләү. П.б....

ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович

ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович (19.7.1975, Өфө), инженер‑электроник. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2012). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1997), 2000 й. алып шунда уҡ эшләй: 2002— 09 йй. халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары, 2011 й. башлап Күмертау авиация производство пр‑тиеһы, 2014 й. — Шеффилд...