Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ, текст йәки цифрлы мәғлүмәт пейджерға (мәғлүмәтте ҡабул итер өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма) тапшырыла торған һәм тиҙ урынлаштырмалы бер яҡлы радиоэлемтә төрө. Тауыш (абонентҡа саҡырыу хәбәре дерелдәү, тауыш йәки яҡтыртыу ярҙамында ебәрелә), цифрлы (цифрлы хәбәр дисплейға сығарып күрһәтелә,...

ПИЛОТҺЫҘ ОСОУСЫ АППАРАТ

ПИЛОТҺЫҘ ОСОУСЫ АППАРАТ, осоу аппараты м‑н идара итеү маҡсатҡа ярашһыҙ йәки пилот өсөн хәүефле, ә пилотһыҙ аппарат техник характеристикалары б‑са өҫтөнөрәк булған шарттарҙа эксплуатацияланыу өсөн тәғәйенләнгән автоматик рәүештә идара ителгән аппарат. Бер тапҡыр (сәп‑самолёт, ҡанатлы хәрби ракета) һәм...

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гр. pýr — ут һәм металлургия), юғары т‑раларҙа металдар (иретмәләр) алыу һәм уларҙы таҙартыу процестары йыйылмаһы. П. — металлургияның төп һәм иң боронғо өлкәһе. П. эсендә үртәү (состав үҙгәрә, өлөшсәләрҙең үлсәме ҙурая), иретеү (эшкәртеп алына торған металл — металл фазаһына, ҡушылмалар...

ПЛАСТИК ДЕФОРМАЦИЯ

ПЛАСТИК ДЕФОРМАЦИЯ, ҡаты есемдең формаһы йәки уның үлсәмдәренең тыштан тәьҫир иткән көс туҡтағандан һуң юғалмаған үҙгәреүе. Иреү т‑раһына ҡарата һалҡын хәл‑ дәге (t≤0,4tиреү, кристаллик төҙөлөштөң дефекттары тупланыу һәм һығылмалылыҡтың кәмеүе иҫәбенә деформация ныҡлығының артыуына килтерә) һәм ҡыҙҙырмалы...

ПЛАСТИКТАРҘЫ АРМАТУРАЛАУСЫ МАТЕРИАЛДАР

ПЛАСТИКТАРҘЫ АРМАТУРАЛАУСЫ МАТЕРИАЛДАР, арматураланған пластиктарҙағы төп йөкләмәне тотоп торған һәм уларҙың ныҡлығын, ҡатылығын билдәләгән тултырғыс. П.а.м. өҙлөкһөҙ еп, бау, таҫма, плёнка, сым, селтәр һәм төрлөсә үрелгән туҡымалар рәүешендә файҙаланыла. П.а.м. сифатында юғары ныҡлыҡтағы органик булмаған...

ПРОГРАММАЛАУ

ПРОГРАММАЛАУ, 1) махсус (ғилми, инженерлыҡ һ.б.) мәсьәләләрҙе хәл итеү операциялары тәртибен һүрәтләү процесы; 2) ғәмәли математиканың программаларҙы төҙөү, уларҙы тикшереү һәм яҡшыртыу алымдарын өйрәнгән өлкәһе; теоретик, системалы, ғәмәли П. һ.б. бүленә. Компьютер П. (мәғлүмәтте автоматик рәүештә...

ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ

ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ, эшләү эҙмә‑эҙлелеген билдәләгән алгоритмды компьютерға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән формаль тамғалар системаһы; алгоритмды программаға әйләндерә торған яһалма тел; программалау сараһы. П.т. юғары (ниндәйҙер бер телдән, ғәҙәттә, инглиз теленән, алынған һүҙҙәр төркөмө) һәм түбән (машинаға...

ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, программа м‑н тәьмин итеү системаһын булдырыу процестары йыйылмаһы, ш. уҡ был процестарҙы тасуирлау; программалауҙың технологик процестарын өйрәнгән фән. Ысулдарына, сараларына һәм процедураларына ҡарап программа м‑н тәьмин итеүҙең шарлауыҡ (бер тапҡыр үтеү, мәҫ., каскад...

РАДИО

РАДИО, 1) мәғлүмәтте радио тулҡындары ярҙамында тапшырыу алымы; 2) ошо алым һәм уны ғәмәлдә ҡулланыуҙың нигеҙендә ятҡан физик күренештәрҙе өйрәнгән фән һәм техника өлкәһе (ҡара: Радиотехника, Радиофизика); 3) радио тапшырыу. Сымлы һәм сымһыҙ Р. айырыла. Мәғлүмәт__тапшырыусыларҙың радиотапшырғыстары,...

РАДИОАКТИВЛЫҠ

РАДИОАКТИВЛЫҠ, тотороҡһоҙ (радиоактив) атом ядроларының үҙенән‑үҙе радиоактив нурланыш һәм элементар өлөшсә йәки ядролар сығарып икенсе ядроларға әүерелеү һәләте. Р. тәбиғи һәм яһалма (ш. иҫ. техноген) булғандарға бүленә. α‑, β‑тарҡалышы, γ‑нурланышы, нейтрон һәм β‑нурланышы, ауыр ядроларҙың үҙенән‑үҙе...

РАДИОАЛҒЫС

РАДИОАЛҒЫС, радиосигналды (артабан — сигналды) ҡабул итеү, көсәйтеү һәм ундағы мәғлүмәтте файҙаланыуы уңайлы булған төргә әйләндереү өсөн ҡоролма. Юғары йышлыҡ трактынан (бирелгән йышлыҡтағы сигналды айыра һәм көсәйтә), детекторҙан (түбән йышлыҡтағы сигналды формалаштыра), түбән йышлыҡ көсәйткесенән,...

РАДИОЗОНДЛАУ

РАДИОЗОНДЛАУ, Ер йөҙөнән көплөк (шар) шартлай торған бейеклеккә тиклем (28—30 км) төп метеорологик дәүмәлдәрҙең (атмосфера баҫымы, т‑ра, һауаның дымлылығы, елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше) вертикаль профилдәрен билдәләү өсөн аэрологик үлсәүҙәр үткәреүҙең бер ысулы. Р. аэрологик прибор (радиозонд) һәм ер...

РАДИОРЕЛЕЛЫ ЭЛЕМТӘ

РАДИОРЕЛЕЛЫ ЭЛЕМТӘ, ҡабул итеү‑тапшырыу (ретрансляциялау) радиостанциялары сынйыры аша сигналдарҙы деци‑ һәм сантиметр оҙонлоҡтағы тулҡындар (уларҙа күп һандағы радиотапшырғыстар түбән кимәлдәге ҡамасауҙар м‑н эшләй ала) ярҙамында тапшыра торған радиоэлемтә. Антеннаһы 30—120 м бейеклектәге мачтаға йәки...

РАДИОСТАЦИЯ

РАДИОСТАНЦИЯ, мәғлүмәтте радиотулҡындар ярҙамында тапшырыу һәм (йәки) уны ҡабул итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Радиохеҙмәттең төрө б‑са билдәләнгән (билдәле пункттар араһында) һәм күсмә элемтә хеҙмәттәре (күсмә һәм хәрәкәтһеҙ йәки бер нисә күсмә объекттар араһында), радиотапшырыу (ҡара: Радио), радионавигация...

РАДИОТЕХНИКА

РАДИОТЕХНИКА, фән һәм техниканың төрлө техника тармаҡтарында мәғлүмәтте тапшырыу, һаҡлау һәм үҙгәртеү өсөн файҙаланылған электромагнит тулҡындарын һәм радио диапазоны тулҡындарын генерациялау, көсәйтеү, таратыу, тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм принциптарын өйрәнгән өлкәһе; радиофизика һәм радиоэлектрониканы...

РАДИОФИЗИКА

РАДИОФИЗИКА, физиканың радиотехник системалар эшләүенең физик нигеҙҙәрен өйрәнгән бүлеге. Р. тикшеренеү өлкәләре: электр сигналдарын генерациялау һәм үҙгәртеү; электромагнит тулҡындарҙың сәселеү, ҡабул итеү, таралыуын һәм характеристикаларын үлсәү; радиотехник системаларҙағы, электронлы приборҙарҙағы...

РАДИОЭЛЕКТРОНИКА

РАДИОЭЛЕКТРОНИКА, радиотехник системаларҙың төп элементтары булған төрлө электрон приборҙарҙың төҙөлөшөн, эшләү һәм ҡулланылыу принциптарын өйрәнә. Төп бүлектәре: электровакуум техникаһы, ярымүткәргестәр электроникаһы, оптоэлектроника, микроэлектроника һ.б. Башҡортостанда Р. 20 б. 60‑сы йй. үҫеш ала....

РАДИОЭЛЕМТӘ

РАДИОЭЛЕМТӘ, радиотулҡындар (30 кГц—300 ГГц) ярҙамында булдырылған электр элемтәһе. Радиосигналдар (йөрөткән йышлыҡтың амплитудаһы, йышлығы йәки фазаһы б‑са бирелгән мәғлүмәткә ярашлы итеп модуляцияланған электромагнит тирбәлеүҙәре) тапшырыу антеннаһы тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә таратыла, ҡабул итеү антеннаһына...

РАМАҘАНОВ Камил Нурулла улы

РАМАҘАНОВ Камил Нурулла улы (18.5.1981, Чарджоу ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (2016). ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (2004) шунда уҡ эшләй: уҡытыусы; 2017 й. алып Авиация технологиялары һәм материалдары институты директоры; 2020 й. башлап инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор, 2021 й. —...

РӘТ

РӘТ, сикһеҙ сумма. Һан һәм функциональ Р. (ш. иҫ. дәрәжә Р.) айыралар. Функцияларҙы, интегралдарҙы яҡынса иҫәпләгәндә, алгебраик, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙе сискәндә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Матем. ин‑тында, БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла һ.б. экспоненталар Р. (Дирихле...