Список материалов
СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ
СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, продукцияны етештереү һәм уның әйләнеше сфераларында тәртип булдырыу өсөн ҡағиҙәләрҙе һәм характеристикаларҙы ирекле рәүештә уларҙы күп тапҡыр файҙаланыу маҡсатында билдәләүгә һәм продукцияның, эш һәм хеҙмәттәрҙең конкурентлығын арттырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек. СССР‑ҙа дәүләт С....
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ, таралған номенклатуралағы бер йәки бер нисә әҙерләмәне эшкәртеү өсөн берләштерелгән идара итеү системаһы булған станоктар һәм ярҙамсы ҡорамалдар йыйылмаһы. Автоматик һәм автоматлаштырылған С.с. айырыла. Станок, робот (манипулятор), транспортёр, инструмент магазиндары, контроль‑үлсәү...
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ, мәғлүмәт сикле булған шарттарҙа ҡорамалдарҙы файҙаланыу хәүефһеҙлеге кимәлен, ремонтлау сифатын күтәреү, буш тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу, технологик процесты оптималләштереү өсөн станоктар системаларының торошон билдәләү. С.с.д. өҙлөкһөҙ йәки периодик рәүештә бер нисә...
СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ
СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ, п‑үлсәмле ысын арауыҡ өлкәһенең (п>1) теләһә ниндәй нөктәһендәге ҡиммәте өлкә эсендә ятҡан һәм үҙәге бирелгән нөктәлә булған һәр бер шар б‑са (п=2 булғанда түңәрәк б‑са) уртаса ҡиммәтенән артмаған, был өлкәлә локаль суммалаштырылыусы һәм өҫкө яҡтан ярым өҙлөкһөҙ функция. С.ф. төп...
СУДНО
СУДНО, транспорт, промысла һәм хәрби маҡсаттар, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б. өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү ҡоролмаһы. Диңгеҙҙә йөрөй торған, эске (йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, ҙур күлдәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында) һәм ҡатнаш йөҙөү С.; үҙйөрөшлө (газотурбоходтар, пароходтар, теплоходтар, электроходтар) һәм үҙе...
СУЙЫН
СУЙЫН, тотороҡло ҡушылмалар (марганец, кремний, көкөрт, фосфор һ.б.), ҡайһы берҙә легирлау элементтары (никель, хром, баҡыр, алюмин, титан һ.б.) булған тимерҙең углерод м‑н (2,14—6,67%) иретмәһе. Ҡорос С. (4%‑тан артыҡ углерод инә, ҡоросҡа эшкәртелә) һәм ҡойоу С. (2,4— 3,8%‑тан артыҡ углерод, суйын...
СҮКЕҮ
СҮКЕҮ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүҙең бер төрө. Сүкегәндә ҡыҙҙырылған әҙерләмәгә инструмент м‑н күп тапҡыр һуғалар, һөҙөмтәлә ул кәрәкле форма һәм үлсәмдәрҙе ала. Сүкеү инструменттары: һуҡҡыс, балта, тишкес, разгонка, ҡыҫҡыс һ.б. Машина м‑н һәм нәфис С. (ҡулдан С.) айырыла. С. технологик процесы...
СҮСЛЕ-ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ
СҮСЛЕ‑ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ, мәғлүмәт сигналдары кварцлы сүс яҡтылыҡ йөрөткөстәр (оптик сүстәр) буйлап тапшырылған оптик элемтә линиялары. Элемтә системаларында, кабель телевидениеһында, транспортта, производство процестарын автоматлаштырыу һ.б. өсөн файҙаланыла. Респ. 20 б. 80‑се йй. башлап оптик яҡтылыҡ...
СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС
СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС, ваҡыт берәмеге эсендә прибор аша аҡҡан мөхиттең күләмен йәки ауырлығын үлсәү приборы. Шыйыҡсаларҙы, парҙы йәки газды етештергәндә, ебәргәндә, ҡулланғанда һәм һаҡлағанда уларҙы иҫәпләү һәм контролдә тотоу, ш. уҡ автоматлаштырылған контроль һәм көйләү системаларындағы технологик һәм йылылыҡ‑энергетика...
СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР
СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР, үтеүе ҡыйын урында йөк ташыу һәм тартыу функцияларын башҡарған техника төрө. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са махсус С.т.м. (хәрби десант машиналары, хәрби пехота машиналары, бронетранспортёрҙар, танкылар), транспортёр‑тартҡыстарға һәм төрлө маҡсат м‑н файҙаланылған транспортёрҙарға...
СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ
СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ, мәғлүмәт сымдар буйлап электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында тапшырылған электр элемтәһе төрө. Элемтә кабелдәренең баҡыр сымдары (атмосфера тәьҫиренә әҙерәк бирешә), һирәгерәк баҡыр йәки биметалл сымдар (үткәреүсәнлеге насар) аша булдырыла. Алыҫ аралығы (ҡала‑ара; кабелдәр ер аҫтында 0,9–1,2...
ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР
ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...
ТӘҮЛЕК
ТӘҮЛЕК, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғ. тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге; календарҙың төп берәмеге. Ерҙең үҙ күсәре тирәләй Ҡояшҡа ҡарата әйләнешенең уртаса ваҡыт оҙонлоғо итеп билдәләнә. Т. башы тип төн уртаһы иҫәпләнә. Экваторҙа көндөң һәм төндөң оҙонлоғо йыл әйләнәһенә 12 сәғ. тәшкил итә, башҡа киңлектәрҙә...
ТЕЛЕВИДЕНИЕ
ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе...
ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ
ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү,...
ТЕЛЕМЕХАНИКА
ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар...
ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ
ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын...
ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ
ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент...
ТЕРМОДИНАМИКА
ТЕРМОДИНАМИКА (термо... һәм гр. dýnamis — көс), физиканың йылылыҡ эффекттары м‑н оҙатылған процестарҙа энергияның әүерелеүе законлыҡтарын, ш. уҡ термодинамик тигеҙләнеш хәлендәге макроскопик системаларҙың (есемдәрҙең) дөйөм үҙсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге; йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙе. Тикшеренеү...
ТЕРМОМЕТР
ТЕРМОМЕТР (термо... һәм гр. metron — үлсәм), т‑раны үлсәү приборы, уның эшләүе матдәнең физик үҙсәнлектәре (баҫым, күләм, электр ҡаршылығы һ.б.) т‑раға бәйле булыуына нигеҙләнә. Тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш, техник һәм махсус; эшләп торған матдәһенең үҙсәнлеге б‑са киңәйеү (шыйыҡлыҡтың күләме һәм ҡаты...