Список материалов
ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ
ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ, электр энергияһын тапшырыу һәм бүлеү өсөн электр селтәрендәге көсөргәнеште үҙгәрткән электр ҡоролмаһы йәки ҡоролмалар йыйылмаһы. Көс биреү трансформаторынан, оператив ток сығанаҡтарынан, бүлеү һәм ярҙамсы ҡоролмаларҙан тора. Тәғәйенләнеше б‑са арттырыусы һәм түбәнәйтеүсе...
ТРИБОЛОГИЯ
ТРИБОЛОГИЯ (гр. tríbos — ышҡылыу һәм ...логия), бер-береһенә тейеп деформацияланған есемдәрҙең ышҡылыу, туҙыу һәм уларҙы майлау процестарын өйрәнгән фән. Машиналарҙың яуаплы деталдәренең, металл ҡырҡҡыс инструменттарҙың, штамплау йыһаздарының, һуҙыу стандарының ашалыуға сыҙамлы булыуын арттырыу алымдарын,...
ТРОЛЛЕЙБУС
ТРОЛЛЕЙБУС (ингл. trolleybus), ҡала транспорты төрө; вагон тибындағы кузовлы, пневмотәгәрмәсле һәм приводы токты ике сымлы контакт линияһынан алған электр двигателе булған транспорт сараһы. Ике күсәрле һәм күп күсәрле Т. айырыла. Башҡортостан троллейбус заводы тарафынан 1998 й. тәүге Т. сығарыла, 2000...
ТУННЕЛЬ
ТУННЕЛЬ (ингл. tunnel), транспорт, һыуҙы ағыҙыу, ер аҫты коммуникацияларын һалыу һ.б. маҡсаттар өсөн хеҙмәт иткән горизонталь йәки ауыш ер аҫты ҡоролмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са автомобиль, тимер юл, гидротехник, коммуналь, суднолар, транспорттың бер нисә төрө өсөн Т. (бер киҫелештә), махсус (ГЭС, складтар...
ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ
ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ, үҙенең тулы энергияһы барьер кимәленән түбән микроөлөшсәнең потенциаль барьеры аша үтеүе; квант тәбиғәте күренеше. Билдәһеҙлек принцибы нигеҙендә аңлатыла: микроөлөшсәнең барьер эсендәге арауыҡ өлкәһендә теркәлеүе уның импульсын билдәләмәй, шуға күрә өлөшсәне тыйылған (классик механика...
ТУРБОДЕТАНДЕР
ТУРБОДЕТАНДЕР (лат. turbo — ҡойон һәм detendere — көсһөҙләндереү), адиабатик киңәйеүе процесында турбинаның әйләнеүе иҫәбенә тышҡы эште башҡарған газды һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән йылылыҡ машинаһы. Ағым хәрәкәтенең йүнәлеше б‑са үҙәккә ынтылған, үҙәктән ынтылған һәм күсәр; соплоларҙа газдың киңәйеү дәрәжәһе...
УГЛЕРОДЛЫ СҮСТӘР
УГЛЕРОДЛЫ СҮСТӘР, составына массаһы б‑са 80—99,5% углерод ингән ептәр. Эшкәртеү ысулы б‑са У.с. өлөшләтә карбонланған, күмер (карбонланған) һәм графитланғандарға; ҡайталыусанлыҡ модуле б‑са — түбән, уртаса һәм юғары модулле булғандарға бүленә. У.с. юғары күҙәүле була. У.с. юғары ныҡлыҡ, ҡатылыҡ, йылытыуға,...
УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ
УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ, ультратауыш тулҡындарын (18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр) генерациялау, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү өсөн ҡоролмалар һәм приборҙар. У.т. объектҡа йоғонто яһауының схемаһы (туранан‑тура, технологик мөхит аша, ҡатнаш юл м‑н), конструкцияһы (автоматлаштырылған...
УРАҘБАХТИНА Людмила Бруновна
УРАҘБАХТИНА Людмила Бруновна (18.4.1948, Ростов өлк. Романовская станицаһы), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 2002 й. алып Германияла йәшәй һәм эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттарҙы мониторингылау...
УРАН
УРАН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са етенсе урында торған планета‑гигант. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 2869 млн км (19,19 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 84,02 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 17 сәғ. 14 мин. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 7°55′12′′. Диам. 52,4 мең км. Массаһы 8,7∙1025...
УТҠА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР
УТҠА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, юғары т‑рала механик йөкләмәләрҙе оҙаҡ ваҡыт емерелмәйенсә күтәрә алған материалдар. У.с.м. тимер, кобальт, никель нигеҙендәге иретмәләр, ауыр иреүсән металдар һәм улар нигеҙендәге иретмәләр, ҡайһы бер керамик композицион материалдар инә. 20 б. 50‑се йй. башынан Башҡортостанда...
ҮҘБУШАТҠЫС
ҮҘБУШАТҠЫС, ауҙарылмалы йөк платформаһы булған махсуслаштырылған транспорт сараһы (ҡара: Йөк автомобиле). Үҙбушатҡыс тағылмаһы булған автомобиль поезы составында эшләй ала. Ҡорос платформалары һәм йөктө 3 яҡҡа (артҡа, бер яҡҡа йәки бер яҡҡа һәм артҡа) бушатыуҙы тәьмин иткән телескоп тибындағы күтәргестәре...
ҮҘЙӨРӨШЛӨ АРТИЛЛЕРИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ
ҮҘЙӨРӨШЛӨ АРТИЛЛЕРИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, үҙйөрөшлө шассиға урынлаштырылған артиллерия орудиеһы (пушка, гаубица, атҡандан һуң артҡа типмәгән орудие, миномёт). Хәрәкәт итеү тиҙлеге 80 км/сәғ. тиклем, экипажы 4—7 кеше. Танкыларҙан айырмалы рәүештә Ү.а.ҡ. алыҫыраҡ ата (8— 50 км), боролмай торған башнялы, өлөшләтә...
ҮЛСӘҮ
ҮЛСӘҮ, есемдәргә тәьҫир иткән ауырлыҡ көсө б‑са уларҙың ауырлығын билдәләү приборы. Тәғәйенләнеше б‑са — өлгөлө, лаборатор (аналитик, микроаналитик, һынауҙар өсөн һ.б.), дөйөм тәғәйенләнештәге; тигеҙләштергән ҡоролмаһының тибы б‑са — механик (конструкцияһы ябай, файҙаланыуҙа ышаныслы, оҙаҡҡа етә), электрон...
ҮЛСӘҮ ПРИБОРЫ
ҮЛСӘҮ ПРИБОРЫ, үлсәнелгән физик дәүмәл т‑да күҙәтеүсе тарафынан туранан-тура үҙләштерә алған формалағы һанса мәғлүмәт ингән сигнал булдырыу өсөн тәғәйенләнгән үлсәү сараһы. Тәғәйенләнеше б‑са амперметрҙар, вольтметрҙар, гигрометрҙар, манометрҙар, сығым үлсәгестәр, спидометрҙар, термометрҙар, кимәл үлсәгестәр...
ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ
ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ, поликристаллик ҡаты есемдәрҙең һуҙыу ваҡытында ғәҙәттән тыш пластик деформацияланыу һәләте. Был ваҡытта өлгөләр бер нисә мең процентҡа тиклем һуҙыла, ғәҙәти пластик деформация ваҡытында поликристаллик материалдар бер нисә тиҫтә процентҡа тиклем генә оҙоная. Структур һәм фаза үҙгәреү...
ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА
ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА, фән һәм техниканың үтә юғары йышлыҡ (300 МГц — 3000 ГГц) диапазонындағы электромагнит тирбәлеүҙәрҙе һәм тулҡындарҙы өйрәнеү, файҙаланыу м‑н бәйле өлкәһе. Ү.ю.й.т. ҡоролмаларының үҙенсәлектәре: эш тулҡындарының оҙонлоғо — ҡоролмаларҙың һыҙыҡлы үлсәмдәре, тирбәлеү периоды —...
ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ
ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ, үткәргес торбаның стандарт элементтары, төп ҡорамалдар составына инмәгән, ләкин ташыла торған мөхит (газ хәлендәге, газ-шыйыҡса, шыйыҡ һ.б.) м‑н идара итеү өсөн кәрәк булған ярҙамсы ҡоролмалар. Тәғәйенләнеше б‑са Ү.т.а. бикләй торған (затворҙар), көйләй торған (дросселдәр),...
ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР
ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, газ хәлендәге, шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләрҙе һыу йәки һауа м‑н ҡатнаштырып торбаның арҡыры киҫелешендәге баҫымдарҙың айырмаһы тәьҫирендә ташыу өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары; бер‑береһенә механик йәки иретеп йәбештереү юлы м‑н тоташтырылған торбаларҙан ҡорола. Ташыла торған...
ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ
ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ, коррозиянан һаҡлау өсөн металл үткәргес торбаларҙы ҡаплауҙар м‑н көпләү. Үткәргес торбаның тәғәйенләнешенә бәйле гидроизоляция (тупраҡ, һыу, атмосфера коррозияһынан һаҡлау) һәм йылылыҡтан изоляциялау (торбаның өҫкө йөҙө м‑н тирә‑яҡ мөхит араһында йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү)...