Список материалов
ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК
ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК, ҡайһы бер химик элементтарҙың, берләшмәләрҙең һәм иретмәләрҙең критик т‑ранан түбәнерәк һыуытыу ваҡытында электр тогына ҡаршылығы булмау хәленә күсеү күренеше. Матдәләрҙең критик т‑ралары төрлө була (ҡайһы бер керамик материалдар өсөн ул 100 К юғарыраҡ). Магнит ҡырының Ю.ү. хәлендәге...
ЮЛ ЯПМАҺЫ
ЮЛ ЯПМАҺЫ, автомобиль юлдарының машиналар йөрөй торған өлөшөндәге транспорт сараларының хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән күп ҡатламлы инженер конструкцияһы. Ю.я. капиталь, еңеләйтелгән, күсереү һәм түбән; ҡаты (бетондан) һәм ҡаты булмағандарға (битумдан, ҡомдан, ҡырсынташтан һ.б.)...
ЮПИТЕР
ЮПИТЕР, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы буйынса 5‑се урында торған иң ҙур планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы — 778 млн км (5,20 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды —11,86 йыл. Экваториаль зонаһы өсөн күсәре тирәләй әйләнеү периоды — 9 сәғ. 50 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы —...
ЯДРО ФИЗИКАҺЫ
ЯДРО ФИЗИКАҺЫ, атом ядроһының төҙөлөшөн, радиоактив тарҡалыу процестарын һәм ядро реакцияларының механизмын өйрәнгән физика бүлеге. Элементар өлөшсәләр физикаһын, нейтрондар физикаһын (нейтрондарҙың матдә м‑н тәьҫир итешеүен һәм нейтрондар тәьҫиренән барған ядро реакцияларын өйрәнеү), түбән (ядро төҙөлөшө,...
ЯМАЛЕТДИНОВА Лилиә Фаат ҡыҙы
ЯМАЛЕТДИНОВА Лилиә Фаат ҡыҙы (1.6.1965, Ҡазан), инженер‑гидротехник, иҡтисадсы‑менеджер. Техник ф. д‑ры (2000). БАХИ‑ны (1987), БДАУ‑ҙы (1998) тамамлаған. 1987 й. алып Красногорский нефть‑газ разведкалау экспедицияһында (Красноярск крайы), 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 1995—96 йй. тәбиғәтте...
ЯМАЛОВ Илдар Урал улы
ЯМАЛОВ Илдар Урал улы (22.10. 1961, Өфө), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. 1992 й. алып “Шәреҡ” банкыһында: бүлек нач., 1993 й. башлап департамент дир.; 1995 й. алып БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында: ғилми‑техник идаралыҡ...
ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ
ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ, өҙлөкһөҙ яңырып торған энергия сығанаҡтары. 2 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә тирә‑яҡ мөхиттә кеше эшмәкәрлегенән тыш яңырған Я.т.э.с.: һыу ағымы, ел, Ҡояш нурланышы, Ер аҫтында барған химик реакциялар һәм радиоактив тарҡалыу; икенсе төркөмгә кеше эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе...
ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ
ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, бәләкәй үлсәмдәге газ турбиналы двигатель. Компрессор м‑н ҡыҫылған һауа алыу, ш. уҡ даими һәм үҙгәреүсән ток генераторҙары булыуы хас. Ҡыҫылған һауа — төп двигателдәрҙе эшләтеп ебәреү, кондициялау системаларын, электр генераторҙарының приводтарын тәьмин итеү өсөн самолёт...
ЯУАПТАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ
ЯУАПТАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, мәсьәләләрҙең яуабын даими ҡиммәткә яҡынайтыу. Диффузия процестарын тикшергәндә, мәҫ., ер аҫты һыуҙарындағы ағыулы матдәләр концентрацияһын хәүефһеҙ кимәлгә тиклем кәмегән ваҡыт аралығын билдәләү өсөн, һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башында Математика ин‑тында...
ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР
ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР, автомобиль юлдарында, тимер юлдарҙың башҡа юлдар, йылғалар, йырындар һ.б. ҡаршылыҡтар м‑н киҫешкән урындарында ҡорола. Я.ҡ. һыу үткәргән объекттар (күперҙәр, торбалар) һәм юлдар киҫешкән урындағы юл күперҙәре, тау юлдарындағы махсус ҡоролмалар (тоннелдәр, эстакадалар һ.б.) инә. 1952...