Список материалов
ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович
ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович (4.7.1961, Өфө), инженер-системотехник. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре геом. объекттарҙы урынлаштырыуҙы...
ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА
ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА, вибрация тыуҙырыу, ш. уҡ уны үлсәү һәм уның м‑н идара итеү ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. В.т. бер йүнәлешле хәрәкәт, һуҡмалы-вибрациялы индереү һәм сығарыу, болғатыу һ.б. эффекттар тыуҙырыусы вибрациялы машиналар, стендтар, аппараттар һәм ҡоролмалар инә. В.т. эшсе өлөштәренең...
ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы
ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы (24.10.1953, Ишембай ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1980 й. алып ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ тармағы өсөн ҡоролмаларҙы диагностикалау сараларын уйлап табыуға арналған. В. көпләүсе ҡоролмаларҙа...
ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна
ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна (9.10.1970, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д-ры (2010). ӨДАТУ- ны тамамлағандан һуң (1992) Өфө “Молния” ҒПП‑ның инж.-конструкторы. 2003 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сүсле‑оптик техника һәм элемтә сараларын булдырыу, телекоммуникация системаларының сифатын...
ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич
ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич (14.11.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай — 14.7.2020, Өфө ҡ.), математик. Техник фәндәре докторы (2009), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң...
ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, ҡулланыусыларҙы газ м-н тәьмин итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Газ менән тәьмин итеү системаһының магистраль газ торбаларынан һәм газ регуляторы пункттарынан тора. Газ бүлеү станцияларынан башлана. Төҙөлөш схемаһы б‑са ҡулса (күбеһенсә ҡалаларҙа), тупик (бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа)...
ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ
ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ, газ бүлеү селтәрҙәренә газ биреү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. Г.б.с. магистраль газ торбаларының йәки уларҙың тармаҡтарының остағы участкаларында урынлаша. Составына йүнәлеште үҙгәртеү, одоризация, таҙартыу, гидрат барлыҡҡа килеүҙе булдырмау, көйләү, йылытыу, газ тотоноу...
ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ
ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ, гидроаэромеханиканың ҡыҫылған тотош мөхиттәрҙең (газдың, плазманың) хәрәкәтен һәм уларҙың ҡаты есемдәр м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнеүсе бүлеге. Ҡыҫылған газ ағымдары теорияһын, бәрмә тулҡындар теорияһын, диссоциацияланған һәм ионлашҡан газ ағымдары теорияһын, йылылыҡ алмашыныу теорияһын...
ГАЗ ТАҘАРТЫУ
ГАЗ ТАҘАРТЫУ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, газды һәм унан айырып алынған ҡушылмаларҙы артабан файҙаланыу маҡсатында тәбиғи газды һәм сәнәғәт газын таҙартыу процесы. Г.т. өсөн өйөрмәле аппараттар, күбекле һәм күбекле-аҡмалы аппараттар, масса алмаштырыу аппараттары, химия реакторҙары, фильтрҙар файҙаланыла....
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ, эш башҡарған есемдең (ҡыҫылған газ, газ ҡушымтаһы) энергияһын газ турбинаһында реактив ағымдың кинетик энергияһына һәм (йәки) механик эшкә әүерелдереүсе йылылыҡ двигателе. Төҙөлөшө б‑са форсаж камераһы булған турбиналы реактив двигателдәрҙе, форсаж камераһы булған ике контурлы...
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА, яғыулыҡ энергияһын механик, электр һ.б. төр энергияға әүерелдерә. Г.т.ҡ. төп блоктары булып газ турбиналы двигатель һәм функциональ күсергес агрегат (компрессор, ҙур ҡеүәтле электр генераторы һ.б.) тора. Башлыса углеводород газда һәм дизель яғыулығында, ш. уҡ биогазда, спиртта,...
ГАЗ ҺАҠЛАҒЫС
ГАЗ ҺАҠЛАҒЫС, газды туплау, һаҡлау һәм ебәреп тороу өсөн тәбиғи йәки яһалма резервуар. Ер өҫтө һәм ер аҫты Г.һ. айыралар. Ер өҫтө Г.һ. сифатында түбән (0,004—0,005 МПа) һәм юғары (0,07—3 МПа) баҫымға иҫәпләнгән газгольдерҙар (цилиндр йәки шар формаһындағы резервуарҙар) ҡулланыла. Ер аҫты Г.һ. тәрән...
ГАЗОГЕНЕРАТОР
ГАЗОГЕНЕРАТОР (газ һәм лат. generator — етештереүсе), термик ысул м‑н шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге яғыулыҡтарҙы һауа, ирекле йәки ҡатнашмалы кислород (һыу парҙары, углекислый газ һ.б.) булғанда янар газға әйләндереү аппараты. Эске стеналары утҡа сыҙамлы материал м‑н ҡапланған шахтанан ғибәрәт; яғыулыҡ ҡатламы...
ГАЛАКТИКА
ГАЛАКТИКА (гр. galaktikos— һөт һымаҡ), үҙэсенә Ҡояшты алған йондоҙҙар системаһы. Уғаяҡынса 100 млрд йондоҙ, саң һәм газ болоттары инә, спираль галактикаларға ҡарай. Г. йондоҙҙары арауыҡта үҙәге шаркеүек диск формаһындағыҡатмарлы фигура барлыҡҡа килтерә. Дискының диам. яҡынса 100 мең яҡтылыҡ йылы. Дискының...
ГАЛАКТИКАЛАР
ГАЛАКТИКАЛАР, гигант (йөҙҙәрсә млрд йондоҙҙарға тиклем) йондоҙ системалары. Спираль, эллипс һәм төҙөк булмаған формаларҙа була. Ҙур Г. дөйөм һанының 70%‑ын тәшкил иткән спираль Г. ядроһы һәм спираль рәүешендәге еңле дискыһы була. Эллиптик Г. сфера йәки эллипсоид формаһында була, уларға йондоҙҙарҙың...
ГАРМОНИК АНАЛИЗ
ГАРМОНИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы элементар гармоник тирбәлеүҙәр йәки гармоникалар күмәклегенең бер-береһенә ҡапланыу һөҙөмтәһе булараҡ өйрәнгән бүлеге. Г.а. тригонометрик рәттәр (атап әйткәндә, Фурье рәттәре), Фурье үҙгәртеүҙәре, периодикка яҡын функциялар, комплекслы өлкәнең Г.а. һәм локаль...
ГАРРИС Нина Александровна
ГАРРИС Нина Александровна (22.4. 1946, Батуми), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2012). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (2008 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы шарттарҙа (эҫе...
ГӘРӘЕВ Алексей Ғабдулла улы
ГӘРӘЕВ Алексей Ғабдулла улы (10.11.1954, Өфө), физик. Техник ф. д-ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) ӨАПБ‑ла эшләй. 1980 й. алып ӨДНТУ‑ла (1992—93 йй. лаб. мөдире) эшлей. Фәнни эшмәкәрлеге торбаларҙың үткәргестәрҙең коррозиянан һәм коррозия-механик емерелеүен прогнозлау һәм диагностикалау нигеҙендә...
ГӘРӘЕВА Наталия Борисовна
ГӘРӘЕВА Наталия Борисовна (3.9.1956, Мәскәү), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2005). Б.В.Гончаровтың ҡыҙы. ӨНИ‑не тамамлаған (1978), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. башлап “Башнефтезаводстрой” тресында, 1979 й. — Төҙөлөш материалдары сәнәғәте пр‑тиеларын проектлау ин‑тының Өфө бүлексәһендә....
ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович
ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович (1.1.1956, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (2006 й. алып мәғлүмәт системаларын проектлауҙы автоматлаштырыу каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1998—2004 йй. БР‑ҙың...