Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВИСБРЕКИНГ

ВИСБРЕКИНГ (ингл. viscosity — ҡуйырыусанлыҡ, йәбешкәклек, һуҙылыусанлыҡ һәм breaking — ватылыу, емерелеү), вакуумда тура ҡыуылған нефть ҡалдыҡтары ҡуйылығын кәметеүсе термик крекинг төрө. Процесс 430—500°С т-рала һәм 1—3,5 МПа баҫым аҫтында үткәрелә. Мейес варианты (480—500°С т‑рала торба рәүешле мейестә;...

ВИТАМИНДАР

ВИТАМИНДАР (лат. vita — йәшәү), кеше һәм хайуандарҙың йәшәйеше өсөн кәрәкле булған түбән молекуляр органик берләшмәләр. Майҙа (А, D, E, K) һәм һыуҙа (С, Н, В төркөмө һ.б.) эреүсәндәргә бүленәләр. Шулай уҡ витамерҙар — биол. активлығы б‑са оҡшаш бер нисә берләшмә төркөмдәренән торған төрлө В. (мәҫ.,...

ВОДОРОД

ВОДОРОД (Hydrogenium), Н, Д.И. Менделеев периодик системаһының беренсе элементы. 2 тотороҡло (протий һәм дейтерий), 2 радиоактив изотобы бар. Ирекле хәлдә бик һирәк осрай. Төҫһөҙ, еҫһеҙ, тәме булмаған иң еңел газ; t иреү ‑259,1°С, t ҡайнау ‑252,6°С. Ғәҙәти шарттарҙа активлығы түбән, юғары т‑рала химик...

ВОЛОШИН Александр Иосифович

ВОЛОШИН Александр Иосифович (18.5.1959, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1981) Органик химия ин‑тында эшләй (1998 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). 2003 й. башлап “ЮКОС тикшеренеүҙәр һәм уйлап табыуҙар үҙәге” ЯСЙ‑нда (Мәскәү), 2005 й. — “Юганск нефтегаз — Өфө ғилми-тикшеренеү...

ВОЛОШИН Николай Дмитриевич

ВОЛОШИН Николай Дмитриевич (15.5.1935, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Әлебай а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй (1975—77 йй. киске ф‑т деканы). 1984 й. алып БДУ‑ла дөйөм химик технология һәм аналитик химия каф. мөдире, 1986 й. башлап Днепродзержинск...

ВОЛЬФ Михаил Борисович

ВОЛЬФ Михаил Борисович (27.7.1903, Санкт‑Петербург ҡ. — 21.9.1987, Өфө ҡ.), химик‑технолог. Химия фәндәре кандидаты (1937). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973). Ленинград политехник институтын тамамлағандан һуң (1927) Баҡы ҡ. эшләй: В.Стуруа исемендәге крекинг заводында, 1929 й. алып...

ВОРОНКОВ Михаил Григорьевич

ВОРОНКОВ Михаил Григорьевич (6.12.1921, Орёл ҡ. — 10.2.2014, Өфө ҡ.), химик‑органик. РФА академигы (1991), химия фәндәре докторы (1957), профессор (1962). Фәнни эшмәкәрлеге кремнийорганик һәм көкөрторганик берләшмәләрҙе өйрәнеүгә арналған. В. тәү башлап силоксандарҙы тарҡатыусы гетеролитик реакциялар...

ВОСТРИКОВ Николай Сергеевич

ВОСТРИКОВ Николай Сергеевич  (30.11.1951, Махачкала), химик‑органик.  Химия ф. канд. (1980). Ҡаҙаҡ  химия‑технология ин‑тын тамамлаған  (Чимкент ҡ., 1973). 1975 й. алып Органик  химия ин‑тында эшләй (1982 й.  башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни  хеҙмәттәре эйкозаноидтар синтезы өлкәһендәге  тикшеренеүҙәргә...

ВУЛКАНИЗАЦИЯ

ВУЛКАНИЗАЦИЯ, каучукты резинаға әүерелдереү. В. ваҡытында каучук макромолекулалары арҡыры химик бәйләнештәр ярҙамында 3‑үлсәмле вулканизацион селтәргә “ҡорола”; һөҙөмтәлә уның ныҡлығы, йылыға һәм һыуыҡҡа сыҙамлығы, һығылмалылығы һ.б. арта. Каучук һәм төрлө ингредиенттар (В. активаторҙары һәм тиҙләткестәре,...

ГАЗ КОНДЕНСАТЫ

ГАЗ КОНДЕНСАТЫ, тәбиғи углеводород газдарын сығарғанда газ ятҡылыҡтары ҡатламының баҫым һәм т‑раһы түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан шыйыҡ углеводородтар ҡатышмаһы. Тотороҡһоҙ (промысла шарттарында Г.к. ятыштарынан сығарыла) һәм тотороҡло (тотороҡһоҙ Г.к. еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы —...

ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, тулыландырылған полимерҙарҙың бер төрө. Полимер тәбиғәтенә ҡарап — газ м‑н тулыландырылған пластиктарға (йомоҡ күҙәүле пенопластар, поропластар, йәки тоташҡан күҙәүле поролондар) һәм резиналарға (көпшәк, йәки күҙәүле; ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар);...

ГАЗОЙЛЬ

ГАЗОЙЛЬ, нефть ҡыуғанда йәки уның ҡалдыҡтарын икенсел эшкәрт‑ кәндә барлыҡҡа килгән, 180—550°С т‑рала ҡайнап сығыусы фракция. Етештереү ысулдары б‑са атмосфера (tҡайнау270— 360°С; тура ҡыуыу) һәм вакуум Г. (tҡайнау350—550°С; 10— 15 кПа баҫым аҫтында ҡыуып етештерелә) төрҙәрен айыралар. Вакуум Г. гидрокрекинг...

ГАЛОГЕН-УГЛЕВОДОРОДТАР

ГАЛОГЕН‑УГЛЕВОДОРОДТАР (галогендар һәм углеводородтар), галоген алмаштырған углеводородтар, молекулаларында бер йәки бер нисә водород атомы галогенға алмаштырылған углеводородтар. Галоген атомдарының төрө (фторлы, бромлы, иодлы һәм хлорлы) һәм һаны (моно‑, ди‑, три‑ һ.б.), углеводород радикалы (алкил‑,...

ГАЛОГЕНДАР

ГАЛОГЕНДАР (гр. hals – тоҙ һәм …генез), Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат). Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары...

ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ

ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ, окисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма. Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (ҡара: Аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) Г.э. айырып йөрөтәләр. Электролит (к-та йәки...

ГАЛЬВАНОТЕХНИКА

ГАЛЬВАНОТЕХНИКА, ғәмәли электрохимияның металл һәм металл булмаған изделиеларҙың өҫкө йөҙөнә электролитик юл м‑н металл ултыртыу процестарын үҙ эсенә алған өлкәһе. Г. изделиеларҙың өҫкө йөҙөн йоҡа (5—50 мкм) металл м‑н ҡаплау (гальваностегия) һәм уларҙың аныҡ металл күсермәләрен (матрицаларын) алыу...

ГАН Тамара Оскаровна

ГАН Тамара Оскаровна (1.2.1950, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1994 й....

ГЕОХИМИЯ

ГЕОХИМИЯ, Ерҙең химик төҙөлөшө, химик элементтарҙың геосферала таралыуы, күсеп йөрөүе (тупланыуы һәм тарҡалыуы) т‑дағы фән. Аналитик, физик, изотоп Г., биогеохимия, литосфера, гидросфера, атмосфера, метаморфизм, магматизм, мәғдән барлыҡҡа килеү, ландшафт Г. һ.б. айырыла. Химик элементтарҙың таралыуы...

ГЕРБИЦИДТАР

ГЕРБИЦИДТАР (лат. herba — үлән һәм caedo — үлтерәм), ҡый үләндәрен һ.б. кәрәкмәгән үҫемлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән пестицидтар төркөмөнән химик препараттар. Г. ш. уҡ арборицидтарҙы (кәрәкмәгән ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бөтөрөү өсөн) һәм альгицидтарҙы (ылымыҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн) индерәләр. Тотош...

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР, герметиктар, агрегаттарҙа, приборҙарҙа, конструкцияларҙа, ш. иҫ. төҙөлөш конструкцияларында тоташҡан урындарҙы, йөйҙәрҙе тығыҙландырыу һәм ярыҡтарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланылған ҡуйырып ағыусы материалдар. Тәбиғи (битумдар, гудрондар нигеҙендә) һәм синтетик (полисульфидтар,...